+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
2 Июль 2020, 14:17

Матур – матур түгел, бәхетле матур!

Матурлыҡтың сере ниҙә? Быны әлегәсә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ тәү ҡарашҡа сибәр ҙә түгел, ә көслө заттар уларҙы алиһә итеп күрәләр. Икенселәр – ҡойоп ҡуйған сибәр ҙә, өҫтәүенә, аҡыллы ла, әммә уларҙан ир-ат ситләшә.

Әйтеүҙәренсә, матурлыҡ конкурстарында жюри ағзалары берҙәм фекергә килә алмай, оҙаҡ баш ваталар икән. Тарихта беренсе Матурлыҡ бәйгеһе Бельгияла 1888 йылда була. Донъя гүзәлен беренсе тапҡыр Лондонда 1951 йылдың апрелендә һайлайҙар. 1995 йылда эстетика һәм косметология менән шөғөлләнгән халыҡ-ара комитет тарафынан 9 сентәбрь Бөтә донъя матурлыҡ көнө тип иғлан ителә. Был көн – гүзәл заттар байрамы ғына түгел, уны косметологтар, косметика етештереүселәр һәм һатыусылар, пластик хирургтар, моделдар бизнесы хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡ булдырыуға ҡатнашҡан бөтә кеше үҙ итә.

Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙа нимәгә өҫтөнлөк бирә һуң? Зауыҡ хаҡында бәхәсләшмәйҙәр, тиҙәр, шулай ҙа уртаҡ ҡараштар бихисап:

– был, иң тәүге сиратта, үҙ-үҙеңде ихтирам итеү, кеше булараҡ түбәнһетмәү;
– нәфислек, нәзәкәтлелек;
– эргәһендәге ирҙе күтәрә, дәртләндерә белеү;
– ҡатын-ҡыҙға иң килешкәне, иң сибәрләткәне – бәхет күлдәге.

Бәхет – ул күңел торошо. Барына бай булып, булғанынан ҡәнәғәт итеп, кәйефеңде һәр саҡ бәхеткә көйләп, йылмайып, ҡыуанып йәшәгеҙ! Бәхетле булығыҙ!
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас: