Сәй урынына бешерергә уның япрағын ҡулланалар. Әммә мәтрүшкәгә өҫтөнлөк биргән (тәьҫире лә көслөрәк, хуш-еҫлерәк тә) башҡорт халҡы, күрәһең боланутҡа ябай үлән тип кенә ҡарай. Медицинала үҫемлек тотошлайы менән файҙаланыла: ҡулланыу даирәһе киң - баш ауыртыуҙарынан алып ашҡаҙан сирҙәренә тиклем.