-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
17 Ғинуар 2020, 14:03

Ирен буяғыстың сере

Ҡайһы бер сит ил психологтары, ирен буяғыс ҡатын-ҡыҙҙың холҡо тураһында һөйләй ала, ти. Быны, бәлки, үтә дөрөҫ тип ҡабул итергә кәрәкмәйҙер, шулай ҙа ҡыҙыҡһынғандар өсөн түбәндәге тексты тәҡдим итәбеҙ.Һигеҙ һүрәт – ирен буяғыстың һигеҙ төрө. Ҡайһыһы сумкағыҙҙа ятҡан буяғысҡа ныҡ оҡшаған, шуныһын һайлағыҙ.

1-се һүрәт. Ирен буяғысығыҙ еңелсә осло формала. Был һеҙҙең эшлекле һәм олпат ҡиәфәтле булыуығыҙ тураһында һөйләй. Һеҙ һәр ваҡыт нәмә теләгәнегеҙҙе, нимә етмәгәнен беләһегеҙ, кәрәк-кәрәкмәгән эш менән ваҡланырға яратмайһығыҙ.
2-се һүрәт. Ирен буяғыстың өҫтө йоморо: һеҙ маҡсатҡа ынтылыусан, ярайһы һалҡын ҡанлы, үҙегеҙҙе яҡлай беләһегеҙ. Бөтәһен дә алдан планлаштыраһығыҙ. Ирешелгән уңыштарығыҙ бөхтәлек һәм егәрлелек тураһында һөйләй. Һеҙгә тик бер нәмә генә етмәй – шаян булыу.
3-сө һүрәт. Ирен буяғыстың өҫтө аңлайышһыҙ формала. Һеҙ бик тиҙ ҡыҙып барыусан, юҡ ҡына нәмә лә һеҙҙә борсолоу тыуҙыра, ләкин быны йәшерәһегеҙ, көслө рухлы, дәртле булып күренергә тырышаһығыҙ. Кешеләргә ышынмайһығыҙ, кисен саф һауала йөрөргә яратмайһығыҙ. Матур әйберҙәргә ҡыҙығаһығыҙ. Хис-тойғоға бай, моңло йырҙар тыңларға яратаһығыҙ.
4-се һүрәт. Ирен буяғыс ҡәләм осо һымаҡ. Был эгоизом тураһында һөйләй. Хыялға бирелергә яратаһығыҙ.Бындай буяғыс йөрөткән ҡатын-ҡыҙ тәкәббер була, бүтәндәрҙең фекере менән иҫәпләшеп бармай. Кешеләр менән тиҙ аралашып бармайһығыҙ.Үҙегеҙҙе идеаль ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләйһегеҙ.
5-се һүрәт. Ирен буяғыстың өҫтө тигеҙ: һеҙ күтәренке рухлы. Моңайыу һәм төшөнкөлөк һеҙгә хас түгел. Тура һүҙле, аралашыусан, кешеләр менән бик тиҙ уртаҡ тел табаһығыҙ. Тормоштағы ваҡ-төйәккә бик иғтибар итеп бармайһығыҙ. Тура әйтеп кешене рәнйетеүегеҙ мөмкин, әммә һеҙ быны уҫал ниәт менән эшләмәйһегеҙ.
6-сы һүрәт. Ирен буяғыстың бындай формаһы бик һирәк осрай. Шундай уҡ үҙенсәлекле һәм тәбиғи булмаған характер. Бөтәһе лә кәйефегеҙгә бәйләнгән, сапсан һәм ҡыҙыу, тиҙ генә һоҡланаһығыҙ, өмөтһөҙлөккә биреләһегеҙ – бер һүҙ менән әйткәндә, ҡапма-ҡаршылыҡлы кеше. Ҡағиҙә булараҡ, шат кәйефле. Күмәк кеше булғанда һәр саҡ уның уртаһында, иғтибар үҙәгендә. Әммә дуҫ булараҡ һеҙ ышанысһыҙ.
7-се һүрәт. Ирен буяғыстың тик бер яғы кәмегән. Һеҙ бай хисле ҡатын-ҡыҙ, эшлекле, һүҙгә аптырамайһығыҙ, уйлап эш итәһегеҙ, ләкин һәр ваҡыт түгел. Тиҫкәрләнеү, холоҡһоҙланыу хас түгел, бүтәндәрҙең киреләнеүен еңел күтәрәһегеҙ. Ҡатын- ҡыҙ араһында һеҙгә күңелһеҙерәк. Яҡын дуҫығыҙ бар, бөтә серегеҙҙе уның менән генә уртаҡлашаһығыҙ, дуҫығыҙҙың ғәйебен күп осраҡта ғәфү итәһегеҙ.
8-се һүрәт. Ирен буяғыс киҫелгән конусты хәтерләтә. Һеҙ тыныс, күңелле кеше. Яҙмышығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙ. Кешеләрҙе яҡшы беләһегеҙ. Ҡайһы ваҡыт бүтәндәрҙән көнләшәһегеҙ – был һеҙҙең кәйефегеҙ төшөүгә сәбәп була.

Миләүшә ВӘЛИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: