+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
28 Октябрь 2019, 12:31

Яратҡан шөғөлөң дауалай

Бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү... Күңел тартҡан шөғөл тыныс­ландыра, үҙеңде аңларға, алда торған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Һүрәт төшөргәндә йәки шиғыр яҙған мәлдә беҙ төпкө аңыбыҙҙан хәбәр алғандай булабыҙ. Ижад ярҙа­мында дауалау – арт-терапия – бөгөн психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла.


Хобби һайлауҙа төп ҡағиҙә – ул һеҙгә ҡыуаныс килтерергә тейеш. Психологтар тағы ошондай кәңәш­тәр бирә:


  • Башланған эшен тамамлап ҡу­йыу бик ауыр бирелгән холериктар­ға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлелек талап иткән шөғөл файҙаға булыр.
  • Борсоулы уйҙар, тынғыһыҙлыҡ баҫһа, иғтибарҙы икенсегә күсереү яҡшы. Туҡымаға йә ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йә башҡа нәмә өсөн ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле би­ҙәктәр ижад итеү, еңел булмаған мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уй­ҙарығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа борорға ярҙам итер.
  • Үҙ көсөгөҙгә ышанмағанда, тормошоғоҙға идара итә алмаған тойғо биләгәндә иң яҡшыһы – балсыҡ менән эшләү. Балсыҡ – ул ер, был шөғөлгә кинәйәләп төрлө мәғәнә һалырға була. Хатта тәүге кеше лә балсыҡтан әүәләнгән, тигән ҡараш йәшәй. Ҡулығыҙға балсыҡ тотоп, нимәлер һынландыра башлау менән, ижадсы булыуығыҙға инана барыр­һығыҙ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, әхирәттәр!
Читайте нас: