-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
29 Апрель 2019, 13:38

Шифалы үләндәр файҙаһы

БалтырғанБалтырған ашҡаҙан-эсәк, бауыр, нервы, ҡурылдай астмаһы, тире ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла.

Уның составындағы шифалы матдәләр, эфир майҙары аш үҙләштереүҙе яйға һала, ағзаларҙы шлактарҙан таҙарта. Балтырғанды эс ҡатыу, артыҡ кислоталы гастрит менән яфаланғанда йыш ҡулланырға кәңәш итмәйҙәр. Ҡайнар һыуҙа сайҡатылған япрағын быуындар һыҙлағанда, мастит осрағында компресс итеп һалалар.
Бер ҡалаҡ ваҡланған балтырған япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә. Ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.


Күк сәскә
Сәскә атҡан мәлендә йыялар. Дауа өсөн таж япраҡтары ҡулланыла. Күк сәскә йөрәк һәм ҡан тамырҙары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы (пиелонефрит, цистит, уретрит) сирҙәрендә бәүелде, ә холецистит, холангит осрағында үт ҡыуыу сараһы булараҡ файҙалы. Ағзаларҙа һыу-тоҙ алмашыныуын көйләй.
Бер балғалаҡ киптерелгән күк сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 15–20 минут ҡалғас, ике ҡалаҡ эсергә.


Ҡайын еләге
Еләге һәм япрағы дауалау сифатына эйә. Еләгендә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Япрағы С витаминына бай. Ҡайын еләген өлгөргәс йыялар, япрағы үҫемлек сәскә атҡанда әҙерләнә.
Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәй­гәндә, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә.
Бер балғалаҡ ҡайын еләгенә 1/4 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ярты стакан самаһы эсергә.

Читайте нас: