-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
29 Апрель 2019, 13:20

Ниндәй хушбуй тап килә?

Һәр йондоҙлоҡтоң үҙенә генә хас хушбуй еҫе була икән. Ароматерапияны белеп файҙаланыу кәйефте яҡшыртыуға, үҙ көсөңә ыша­нысты һәм һаулыҡты нығытыуға ыңғай тәьҫир итә, тип билдәләй астрологтар.

Ҡуҙы
Маҡсатҡа ынтылыусан, әүҙем, көс­лө ихтыярлы Ҡуҙыға цитрус, емеш, сәскә еҫтәре килешә. Яҡшы кәйеф бүләк иткән диңгеҙ еҫтәре лә бара. Бөтнөк, һандал, артыш уларҙың ҡабатланмаҫ үҙенсәлегенә сағыулыҡ, яғымлылыҡ өҫтәй.


Буға
Ихлас, баҫалҡы, хисле Буғалар тәбиғәт еҫтәренә тартыла. Улар тыныс, тотороҡло холоҡло һәм үҙгәреш­тәрҙе өнәмәй. Шуға еҫтәрҙең дә бер төрлөрәктәрен һайлайҙар. Был йондоҙлоҡта тыуғандар нәзәкәтле сәскә гаммаһына өҫтөнлөк бирә. Рауза, йәс­мин, магнолия еҫтәре яңылыҡтарға яраҡлашырға ярҙам итәсәк.


Игеҙәктәр
Тормош һөйөүсән, яғымлы, үҙ көсө­нә ышанған һәм һәр мәлде ҡәҙерләй белгән Игеҙәктәргә йәшеллек еҫе киле­шә. Улар еңел һәм ауыр композицияларҙы ла уңайына тап килтереп файҙа­лана белә. Цитрус тынысландырыу көсөнә эйә. Рауза, лилиә, магнолия еҫтәре Игеҙәктең күп яҡлы булмышын асып, хисле образ барлыҡҡа килтерә.


Ҡыҫала
Хискә бирелеүсән һәм кәйефе тиҙ үҙгәреүсән Ҡыҫала йылылыҡ, наҙ менән арбай. Уның өсөн йән тыныслығы, тәртип тәүге урында. Эске кисерештәр менән йәшәгән һәм үҙенә иғтибар йәлеп итергә яратмаған был билдәгә наҙлы, еңел еҫтәр тура килә. Ҡыҫаланы шулай уҡ емеш-еләк, шау сәскәле болон еҫе илһамландыра.


Арыҫлан
Алдынғылыҡҡа ынтылған, еңеү көҫәгән Арыҫлан балҡыу, иғтибар үҙәгендә булыу мөмкинлеген бер ҡасан да ҡулдан ысҡындырмай. Ҡыйыу, ғәҙел, дәртле Арыҫлан аңҡып торған, хәтерҙә ҡалырҙай, үҙенсәлекле һәм ҡыйбатлы хушбуй менән файҙалана. Саф, асыҡ еҫтәр уларға күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға ярҙам итә. Һандал, емеш, сәскә, ағас еҫтәре Арыҫланға ышаныс һәм ныҡлыҡ өҫтәй.


Ҡыҙ
Тыныс, ҡәтғи холоҡло Ҡыҙ башҡа­ларҙан айырылырға яратмай. Уның нәзәкәтле, нәфис образына тыйнаҡ еҫтәр килешә. Аҡыллы һәм талапсан Ҡыҙ хушбуйҙы ла сифатына ҡарап һайлай. Уға сәй ағасы, артыш, сәскә еҫтәре кәңәш ителә.


Үлсәү
Уларға камиллыҡҡа, тотороҡлоҡҡа ынтылыу хас. Наҙлы, итәғәтле һәм зауыҡ яратҡан билдә өсөн хушбуйҙың еҫе генә түгел, уның ниндәй һауытта булыуы ла мөһим. Үлсәүгә баллы экзотик һәм емеш-еләк еҫ­тәре оҡшай. Нескә тойоу һәләтенә эйә Үл­сәүҙәр башҡаларға ла хушбуй һайлай белә.


Саян
Марс планетаһы ида­ра иткән Саян йондоҙло­ғо вәкилдәре көрәшсән рухлы, тынғыһыҙ булыуы менән айырыла. Хисле, дәртле, сая билдәгә үҙе кеүек ҡабатланмаҫ еҫтәр тап килә. Нәркәс, лилиә, урман еләге еҫтәренә тартылалар. Цитрус рухи көс өҫтәһә, тропик үҫемлек еҫтәре Саяндың нервыларын тынысландыра, кәйефен күтәрә.


Уҡсы
Башҡалар араһында үҙенсәлекле, өҫтөн күренеү маҡсаты менән йәшә­гән Уҡсы ҡайҙа ла ҡабатланмаҫлығын иҫбат итеү яғында. Был билдәгә ҡара­ғандар тотороҡло еҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Ала миләүшә (лаванда), мүк, цитрус еҫтәре Уҡсыға “тере һыу” һымаҡ тәьҫир итә. Ә сәскә гөлләмәһе еҫтәре уның йөрәген елкендереп ебәрә.


Ылаҡ
Тыштан йомшаҡ, ипле күренһәләр ҙә, көслө, түҙемле, яуаплы, ныҡлы зат­тар. Бар нәмәлә классиканы, тото­роҡлоҡто өҫтөн күргән Ылаҡ хушбуйҙы ла ентекле һайлай. Камелия, йәсмин еҫтәрен ярата. Эвкалипт, йылан тамыры (шалфей), аҡ шыршы, һандал кеүек әскелтем еҫтәргә битараф түгел.


Һыуғояр
Ярҙамсыл, ғәҙел, ныҡышмал Һыу­ғояр серле булып ҡалырға тырыша. Һәр ваҡыт яңылыҡ артынан ҡыуған был билдәгә рауза, һыу лилиәһе еҫ­тәре илерткес тәьҫир итә. Ҡәнәфер, диңгеҙ, мускат сәтләүеге еҫтәре уларҙы тынысландыра һәм илаһи ҡөҙрәт менән һуғара.


Балыҡ
Нескә күңелле, хискә бирелеүсән Балыҡтар мөғжизәле хыял донъяһында йәшәй. Улар кешеләрҙе албырға­тыу, үҙҙәренә ҡаратыу һәләтенә эйә. Ә зиннәтле хушбуй Балыҡтың был сифатын тағы ла көсәйтә. Аҡ лилиә, ҡытай лимоннигы, мимоза, артыш еҫтәре күңелдә­ренә хуш килә. Әфлисун, киви еҫтәре ижади хыялдарын эшкә егергә ярҙам итә.

Читайте нас: