-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
28 Октябрь 2022, 09:55

«Йортом – уңышлы ғәмәлем»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Миәкә районы егете Венер Камаловты белмәгән кеше юҡтыр. Иң элек уны популяр йырҙары аша таныйҙар. Ә Венер Камалов – 30 йылға яҡын бер театрға тоғро ҡалып эшләгән күренекле актер ҙа. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына сәнғәт институтының 4-се курсында килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем уның сәхнәһендә сағыу ролдәр тыуҙыра.

«Йортом –  уңышлы ғәмәлем»
«Йортом – уңышлы ғәмәлем»

Һәм бына беҙ Венер һәм Лилиә Камаловтарҙың хыял өйөндә. Шамонин ҡасабаһында урынлашҡан күркәм йортҡа ғаилә бынан һигеҙ йыл элек күскән. Шуны билдәләргә кәрәк: төҙөлөш эштәренең күбеһен хужа үҙ ҡулдары менән башҡарған. Ҡаланан ситкә күсеүҙең дә сәбәптәре бар – быға тиклем артист ғаиләһе бер бүлмәле фатирҙа көн иткән.
– Шамонин ҡасабаһында бер төркөм йәш ғаиләләргә, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә йорттар биреү программаһы бик урынлы һәм ва­ҡытлы булды. Бының өсөн респуб­ликаның тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бик рәхмәтлемен, – ти артист.
Венер Камалов йортон, уның майҙанын, ултырған урынын үҙе барып һайлап ала. Йорт мотлаҡ кирбестән булырға тейеш тигән маҡсат ҡуя. Ярым-ярты төҙөлгән йортто һатып алғас та күсеп сыға улар.
– Тиҙ күсеүҙең маҡсаты – ҡала йортонан ҡасыу ғына түгел, ә шунда йәшәп хыял өйөн тиҙләтеп сафҡа индереү ине. Урында йәшәп төҙөһәң, йылдамыраҡ була бит, – ти артист.
Өҫтәүенә, ҡалалағы фатирын һатмай улар. Уны ҡуртымға биреп, аҡсаһын йорт төҙөлөшөнә һалалар. Үҙ өйөңдә йәшәргә теләһәң, шулай төрлөсә юлдар эҙләйһең инде.
– Оҙаҡ ваҡыт иҙәндә йоҡлап, ишек-тәҙрәләрҙе пәрҙәләр менән ҡаплап йәшәнек. Ләкин үҙ йортоңдо һалыуы күңелле ине, көн дә бер нәмә эшләйһең дә ҡыуанаһың. Өй һалған ваҡытта туғандарға ла, дуҫтарға ла күп мөрәжәғәт итергә тура килде, кеше лә ялланым, – тип һөйләй әңгәмәсем.
Ҡулы ипленең аҡсаһы ла һаҡсылыраҡ тотонола, эше лә ырай. Венер Камалов үҙен үтә оҫталар рәтенә индермәһә лә, ауыл егете булараҡ, байтаҡ эштәрҙе башҡара белә. Балта, бысҡы кеүек нәмәләр ят түгел уға. Обой йәбештереүҙә лә үҙенә ышана.
Венер Мөнир улы йорт һалғанда иң элек тәжрибә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөтә яҡтан уйланылған, хатта схемаһы һыҙылған проекттың булыуы мотлаҡ. Кире осраҡта алданып ҡалыу, төҙөлөш материалдарын йә еткермәй, йә артыҡ алыу ҡурҡынысы бар. «Еткермәһәң, кире барырға, артығы булһа, яңынан йөк машинаһы яллап тапшырырға кәрәк. Ә был иһә –артыҡ сығымдар», – ти ул. Мәҫәлән, электр үткәргес сым­дарҙы, розеткаларҙы алдан уйламай ремонт үткәргәндәр, һуңынан уны кире аҡтарып алырға мәжбүр булалар. Был инде ремонт ваҡытында тарый торған күңелһеҙ осраҡтар.
Әйткәндәй, Шамонин ҡасабаһына барыһы ла бер юлы күсеп барғанға күрә, күршеләр, коллегалар, дуҫтар бер-береһе менән кәңәш ҡороп ниәтләй. Венер Камалов күршеһе, милли оркестр дирижеры Линар Дәүләтбаев менән алдан һөйләшеп, ҡойманы бер иштән ҡуялар. Ул зауыҡлы ла, матур ҙа килеп сыҡҡан. Венер Мөнир улы әйтеүенсә, журналдар ҡарап өй һалырға ваҡыты бул­маған уның, әммә иғтибарға лайыҡ үҙенсәлекле интерьерҙары бар. Аш-һыу бүлмәһенең бер яҡ диуарын ул тулыһынса быяланан ҡуйҙыртҡан. Заказ менән эшләнгәнгә күрә, хаҡы ла ҡыйбат ҡына. Ҡыш көндәре донъяның ап-аҡ шәлгә төрөнгәнен, ә көндәр йылынғас, йәйҙең сихри мәлдәрен күҙәтеп ултырып сәй эсеү­ҙәр үҙе ни тора! Был инде йорт хужаларының асыҡ күңелле, яҡты йөҙлө кешеләр булыуы хаҡында һөйләй.
Иптәше артист булһа ла, Лилиә Камалова бөтөнләй икенсе өлкәлә хеҙмәт итә. Ул тынғыһыҙ һөнәр эйәһе – бухгалтер. Хужабикәне хатта өйҙә тап итеүе лә ауыр. Венер менән Лилиә – ауылдаштар, бер-бе­реһен бәләкәйҙән белгәндәр. Йәш­тән яратышып өйләнешкән күркәм пар оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итә. Береһе – артист, икенсеһе бухгалтер булһа ла, уртаҡ маҡсатлы, бер уйлы, бер фекерле булыу – ныҡлы ғаиләнең нигеҙе. Ике ҡыҙҙары, ике бөртөгө – Гөлдәр менән Дилбәр ата-әсәһенең киләсәккә ышанысы, өмөтө.
Камаловтар ғаиләһе күп кеше­ләрҙең тағы бер хыялын тормошҡа ашырған. Улар йорттағы бер бүлмәне тулыһынса кейем-һалым гардеробына әйләндергән. Унда һәр бер күлдәк, хатта футболкаларының да шәхсән үҙ урыны бар. Эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Ошоға тиклем бер бүлмәле фатирҙа йәшәгән ғаилә өсөн ҙур проблеманы хәл итеү юлы был.
Ҡаланан ситтә йәшәүҙе артист иң уңышлы аҙым тип иҫәпләй. Ҡыш көнө саңғыла, йәйҙәрен велосипедта йөрөү, яҡындағы урманға барып емеш-еләк, бәшмәк йыйыуҙар тормошто матурлай. Ихаталағы мун­са­ның да һәр бер детален хужа алдан уйлап эшләгән. Аҙна һайын мунса инеү ғәҙәте был ғаиләне лә урап үтмәй.
Үҙенең көндәлек хеҙмәте – театрҙа ла эше күп. Яңы йылға тиклем артистар бихисап спектаклдәр сығар­ған, йыр менән Венер Камалов күңеле һәм уңайы тура килгәндә генә шөғөлләнә.
– Минең өсөн театр беренсе урында тора. Һәр бер ролде яратып башҡарам. Үҙенең тамашасыһы, урыны булған йәштәр театрына барлыҡ ижади ғүмеремде бағыш­ла­ным. Артабан да матур спектаклдәр сығарып бергә-бергә эшләрбеҙ, тигән ышаныстамын.
Венер Камалов тыуған ауылы Исламғолға ҡайтып та изге ғәмәлдәр ҡылырға өлгөрә. Былтыр уның ярҙа­мы менән шишмә буйы таҙартылып, ҡоймалап ҡуйыла: «Быны иһә күңел талабы һәм ауылдаштарҙың үтенесе буйынса эшләнем», – ти артист. Ул урынды хәҙер «Венер шишмәһе» тип йөрөтәләр.
Сәхнәлә бер аҙ шаталаҡ, шаян күренгән йырсы, актер Венер Камалов тормошта иһә һәүетемсә, атай­ҙарса хәстәрлек, ирҙәрсә хужалыҡ менән донъя көтә. Уның хыял өйө, ысынлап та, тормошҡа ашҡан. Йорттағы һәр бер әйбергә, уның һәр өлөшөнә хужаның ипле ҡулдары тейгән, хеҙмәте түгелгән. Шәхси йорт, ғәмәлдә, эшсән ир ҡулын үҙ итә. Уны әленән-әле төҙөкләндереп тороу, зауыҡлы итеп тотоу – һәр ғаиләнең йөҙө ул.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Башҡортостан ҡыҙы №1, 2020 йыл. 

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: