Артур Миңзифаны тәү тапҡыр «Аҡ тирмә» клубында осрата. 90-сы йылдарҙа рухлы башҡорт йәмғиәтенең сәскә атҡан осоро. Аҙна һайын клубҡа зыялы башҡорттар, ижад кешеләре йыйыла. Шунда оҙон, ҡуйы ҡара сәсле бер ҡыҙ сығып башҡорт халыҡ йыры «Һандуғасты» башҡара. Сараға баянын ҡосаҡлап килгән егеттең мейеһен: «Йәштәр ҙә халыҡ йырын улай матур итеп йырлай ала икән», – тигән уй ярып үтә. Уларҙың ғаиләһе шул осрашыуҙан башлана. Егет башта ҡыҙҙың моңло тауышына, һуңынан үҙенә ғашиҡ була, ә сибәркәй бала сағында уҡ «ирем ҡара мыйыҡлы, баянсы булһа ине» тип хыяллана.
Танылған «Карауанһарай» төркөмө йәштәр институтта белем алған осорҙа уҡ барлыҡҡа килә. Төркөмдөң музыкант-йырсылары булған Миңзифа Исҡужина менән Артур Туҡтағолов бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора, улдары Буранбай тыуа. «Бөтәһе бер юлы барҙы. Бала ҡарағас, алмашлап уҡыйбыҙ, өҫтәүенә, гастролдәргә йөрөйбөҙ. Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә Башҡорт дәүләт филармонияһына барҙыҡ. Шөкөр, әле лә тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атлайбыҙ», – ти Миңзифа Усман ҡыҙы, һүҙен башлап.
Ул замандағы бөтә йәштәрҙеке кеүек үк, уларҙың да ғаилә тормошо дөйөм ятаҡтан башлана. Эшләгән йылдарҙа дан-шөһрәт менән бергә, матди шарттар ҙа үҙгәрә бара. «Карауанһарай» төркөмө республикала һәм унан ситтә бик популяр була, хатта ансамблдең үҙ фирмаһы барлыҡҡа килә. Егеттәр шул осорҙоң тын алышын тойоп, халыҡ яратып тыңлаған рухлы йырҙар ижад итеүгә өлгәшә. Әйтергә кәрәк, «Карауанһарай»ҙың данын республикала әле лә бер кемдең дә ҡабатлағаны юҡ. Ошо йылдарҙа Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов төркөм егеттәренә алты яңы автомобиль бүләк итә. Шунда «Карауанһарай» фирмаһындағы бер кешенең башына машиналарҙы һатып, фатир алырға кәрәк, тигән фекер килә.
«Фатирҙы Артурға, Мәхмүт Нәҙершинға бирергә ҡарар иттеләр. Беҙҙең балалар булғанғалыр, күрәһең. Ул кешенең исемен әйтеп тормайым. Сөнки ошо һүҙгә ышанып, дөйөм ятаҡтағы бүлмәне ҡалдырҙыҡ. Ҡоро һүҙҙә генә бирелгән фатирҙа ордерһыҙ, теркәүһеҙ ике йыл йәшәнек. Ҡыҫҡаһы, беҙ алдандыҡ. Фатир ҙа, машина ла юҡҡа сыҡты. Көҙгә «Шәфәҡ» дөйөм ятағынан бүлмә бирҙеләр. Унан һуң ғына Мортаза Ғөбәйҙулла улының ярҙамы менән шул тиклем матур фатир алдыҡ. Ул ваҡытта беҙҙе ҡараған хәстәрлекле етәкселәргә әле лә рәхмәтебеҙ ҙур, – тип дауам итә йырсы. – Артабан ҡала фатирын киңәйттек. Һуңынан иһә Ҡырмыҫҡалы районында 15 сутый ер алдыҡ та баҡса үҫтереү, йорт һалыу хыялы менән йәшәй башланыҡ. Ер булһа ла, тәүҙә йорт ултыртырға йөрьәт итмәнек. Төҙөлөшкә яйлап тотондоҡ. Икебеҙ ҙә мунса яратҡас, башта ҙур итеп мунса ҡуйҙыҡ. Унан усаҡлыҡ, аласыҡ барлыҡҡа килде, Ырымбурҙа «ут яҡҡыс» тиҙәр, йәйге өй инде. Уның араһына мейесле, ҡаҙанлы, мангаллы ял итеү урыны ҡорҙоҡ, әсәйем Ғилмиуафаның самауырын түргә ҡуйҙыҡ, ҡунаҡтар килһә, сәй менән һыйлайбыҙ», – ти йылмайып үҙе.
Хәйер, ауылдан сыҡҡан йәштәр ҡалала йәшәһә лә, йәй осоронда мотлаҡ тыуған яҡтарына ҡайта. Шуның ише Миңзифа Исҡужина менән Артур Туҡтағолов та һәр йәй, әле иҫән булған атай-әсәйҙәре янында, йә Баймаҡта, йә Ырымбурҙа үткәрә. Ул ваҡытта ҡайҙалыр йорт һалыу теләге булмай. Ә бына Артур Туҡтағолов эшләй башлағас та, атаһы Бәҙри Исмәғил улына бер йорт һалырға ниәт ҡыла. Шунда Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәгән ҡайнылары, билдән көрт кисеп, бура буратып бирә. Ырымбур яҡтарында ҡарағай ағасы булмағанлыҡтан, өйҙө үҙенсәлекле итеп һалғанға, күршеләре яңы йортто ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
«Беҙҙә ҡойма һуғып, баштан уҡ тәҙрә ҡалдырып баралар. Ейәнсура яҡтарында шулай һалалар. Ә бына атайға Баймаҡтан дүрткел бура алып килеп ултырттыҡ. Шул өйҙө күтәрҙек. Атайымдар ҡыуанып йәшәне яңы йортта. «Атайлы йорт» тигән йырым да бар минең. Бөгөн дә ҡайтып, атай йортон рәтләп китергә форсат табам. Атай-әсәйҙәребеҙ иҫән саҡта ашҡынып ауылға ҡайта, бесән эшләшә, ярҙам итә инек. Һуңынан ауылдан ботлап-ботлап ит килә. Ит һатып алыуҙың нимә икәнен дә белмәй йәшәгәнбеҙ. Атай-әсәйҙәр олоғайғас, малды бөтөргәс кенә үҙ аллы донъя көтә башланыҡ. Хыял өйөн һалыу теләге лә шунда барлыҡҡа килгәндер. Өлкәнәйә бара ергә тарта, баҡса ҡарағы килә, мунса һағындыра», – тип һүҙгә ҡушыла Артур Бәҙри улы.
Иҫке Ҡыйышҡы заманында көслө мәҙрәсәле, шәкерттәр белем алған ауыл булған. Әле лә уның Ағиҙел ярында урынлашыуы, күле булыуы, исеме лә Ҡыйышкүл, йорт һалыусылар өсөн бик отошло. Ауылдан алыҫ түгел йылҡысылыҡ заводы бар. Юлдағы кибеттән ҡымыҙ алмай китмәй икән йырсылар.
Үҙ йорттарының төп проектына килгәндә, уның ниәте изге, планы ҡатмарлы. Артур Туҡтағолов, «Карауанһарай» бинаһының күсермәһенә таянып, өйҙөң бер өлөшөндә ике манара яһамаҡсы, ә Миңзифа Исҡужина башҡорт мөйөшөн ойошторорға иҫәбе бар.
«Ерҙе ғаилә дуҫтарыбыҙ тәҡдим иткәйне. Уларҙың йорто беҙҙән алыҫ түгел. Ҡатышып йәшәйбеҙ. Уларға рәхмәт. Тупрағы бик уңдырышлы, нимә сәсәбеҙ, тиҙ генә үҫеп сыға, – ти артистар баҡса, ихаталары менән таныштырып. – Башҡорт мөйөшөн ойошторорға уйлайым. Артурға ваҡытында бүләк иткән йүгәндәр, ҡылыс, ҡурайҙар бар. Диуарға шуларҙы элергә, ауылдан әсәйемдең һандығын алып килеп ултыртырға теләйем. Матур итеп баҫылған кейеҙ йәйеп, урындыҡ өҫтөнә балаҫ түшәп, милли мөйөш булдырырға ине», – тип пландары менән бүлешә Миңзифа Усман ҡыҙы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужинаның улдары Буранбай менән килендәре Гөлдәр уларға өсөнсө ейән бүләк иткән. Йырсылар йәнә лә өләсәй-олатай булыу шатлығын кисергән. Нурлан, Аслан һәм Мәҙинә бергә ошо йортта йүгереп йөрөр, тип хыяллана улар.
Александр Данилов фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.