Ижад, әҙәбиәт, фольклор темалары менән ҡыҙыҡһынған ике кешенең осраҡлы ғына танышыуы ла ҡурай менән бәйле. Ҡыҙҙың атаһы Мөхтәр Батталов – Ирәндек буйы ҡурайсылары араһында бик билдәле ҡурай оҫтаһы. Шуға музыкаға тирбәлеп кенә үҫкән һәм Ришат Рәхимовтың моңона ғашиҡ Сәйҙә буласаҡ тормош иптәшен БДУ коридорында осрата. Ашығып китеп барғанда: «Исемең кем әле һинең?» – тип туҡтатып һораған ҡурайсыны ул шунда уҡ таный.
«Ҡурай моңон бала саҡтан тыңлап, шул моң солғанышында үҫтем, уның сихри тауышын айыра белгән кеше булараҡ, Ришаттың уйнауы ла йөрәгемә яҡын ине. Бергә йәшәй башлағас та, мин уны ир, шәхес итеп күреп, юҡ-бар эштәргә ваҡламай, ир заты бөйөк ғәмәл өсөн тәғәйен, тигән тәғлимәтте тоттом. Беҙҙең һөйләшер уртаҡ темалар ҙа күп ине. Мин «Китап» нәшриәтендә дәреслектәр редакцияһының әҙәбиәт бүлеген алып барҙым, фольклор, халыҡ ижады менән тығыҙ бәйле булды эшем. Ә Ришаттың ижад багажы мәшһүр Ғата ағай Сөләймәновтан килә ине. Арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың тарих, тел китаптары ҡулымдан күп үтте, улар Ришаттың да өҫтәл китабына әйләнде», – тип башланы хәтирәләрен Сәйҙә апай.
Өйләнешкәнгә тиклем икеһенең дә тәүге никахы, балалары була. Бергә йәшәү хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, аталары балаларҙы тигеҙ, бергә тәрбиәләп үҫтереүҙе үтенә. Был талап тулыһынса үтәлә, балалар яҡшы тәрбиә ала, Рәхимовтарҙың бөгөн алты ейән-ейәнсәре бар. Ришат ағай өс бүлмәле фатирын тәүге ғаиләһе һәм балалары мәнфәғәтенә бүлеп бирә. Сәйҙә апай менән улар ун йыл самаһы бер бүлмәле фатирҙа көн итә. Бәләкәй, әммә ҡунаҡсыл өй була. Кемдәр генә килмәй унда. Фатирҙы киңәйткәндә лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ҡунаҡ булып ингән яҡшы кешеләр ярҙам ҡулы һуҙа.
«Баҡсала йорт күтәреү тәбиғәткә яҡын булырға ынтылыуҙан килеп сыҡты. Урамдағы хәтфә үләндәрҙе лә, йәшеллекте лә һаҡлап көн итәбеҙ. Ирәндектән алып ҡайтҡан баланыбыҙ, артышыбыҙ үҫеп ултыра, сейә емеш бирә. Бәләбәйҙән килгән раузалар тамыр нығытты. Һәр ағастың, үҫемлектең тарихы бар. Алма, еләк, һырғанаҡ, айыу баланы, йөҙөм, мәтрүшкә, ҡан үләндәре – һәммәһе бар баҡсала», – ти Сәйҙә апай.
Баҡса булһа ла, унда йорт күтәреүҙең дә үҙ тарихы бар. Ришат Рәшит улының туғандары Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында йәшәй. Атаһы ла шул төбәктә урмансы булып эшләгән.
«Өйҙө туғандар, ауылдаштар менән бергәләп бураныҡ. Ауылда шундай йола бар: берәйһе эш башлаһа, балтаһын тотоп, күмәкләп килеп ярҙам итәләр, аҡсаһын да һорамайҙар. Эш бөткәс, сәй эсереп, һыйлап, рәхмәт әйтеп тә өлгөрмәйһең, китеп тә баралар. Атай мәрхүм дә «өй һалһаң, үҙем ярҙам итермен» тип әйтә торғайны. Ундай хыял һәр ваҡыт йәшәне күңелдә. Тик ҡалала түгел, баҡса ерендә күтәрҙек йортто», – тип Ришат ағай һүҙгә ҡушыла.
Ә ул замандарҙа, ысынлап та, тормоштоң һикәлтәле юлдары аша үтеп, бергә ғүмер башлаған ике йәштең йорт һалыу теләге бары хыялда ғына була. «Шул хыял өйөнә барып инеү өсөн тормош юлында сабырлыҡ кәрәк булды беҙгә», – ти улар бер тауыштан.
«Бураны Өфөгә алып килдек, ярҙамға иҫәпһеҙ-һанһыҙ кеше саҡырҙыҡ. Бер көн эсендә күтәрҙек. Ришаттың студенттары ла килергә ярата ине беҙҙең баҡсаға. Иң тәүҙә уларҙы яҡшы итеп ашата инек. Күбеһе аслы-туҡлы йөрөгән ир балалар бит инде. Студенттар ярҙамлашырға ғына түгел, ә ял итеп, һөйләшеп ултырыр өсөн дә ингеләй торғайны. Хатта ағайығыҙҙың баҡсала, әле йортһоҙ ҡола яланда, сығарылыш студенттарының хушлашыу кисәләрен дә үткәргән ваҡыттары булды. Был аҙымында, дөйөм ятаҡта бер-бер хәлгә эләгеп ҡуймаһындар, тигән хәстәрлек тә ята ине...
Бәхеткә, Ришат Рәхимовтың ваҡытында шаулы ҡаланан ситтә, йәшеллектә йорт күтәреүе, уның әлеге һаулыҡ торошо өсөн бик отошло, тип әйтергә кәрәк. Мәшһүр ҡурайсыбыҙ, һуңғы йылдарҙа аяҡтары йөрөмәҫ булып, инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр. Тыныс ауыл йортонда тәбиғәттең хозурлығын, сәскәләрҙең күркәмлеген тәҙрәнән булһа ла күҙәтеп ултырыу бәхете бар уға. Әммә Ришат ағайҙы оптимистик рухы, шаянлығы, ихласлығы ташламаған. Ултырған еренән дә хәл белергә килгән бихисап дуҫтары менән аралашыуҙан, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһыныуҙан ваз кисмәгән. Аралашыу даирәһе лә киң уның. Электән әүҙем ижад иткән, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайсылар тәрбиәләгән талант эйәһенең таныш-белештәре, уҡыусылары бер Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Әле лә ҡурайынан айырылмаған остаз өсөн иң ҙур шатлыҡ – уҡыусыларының уңыштары.
«Шөкөр, ҡурайҙа уйнарға һаулығым да, тыным да етә. Тауыш сығарырлыҡ тештәрем дә теүәл. Ҡурайымда кәйефем булмағанда ла уйнайым. Теләгем, дәртем бар икән, ҡурайҙы ташламайым. Был музыка ҡоралы дауалау һәләтенә эйә, үпкәне таҙарта. Хеҙмәттәштәрем килә, дуҫым Фирдус Шәрифуллин, мәҫәлән, тупһанан уҡ гармун төймәләренә баҫа, мин шул мәл ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәрәм, йырлайым. Репертуарымдағы, сығарған йырҙарымды башҡарып, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, урындар яулай ул. Уға рәхмәтем сикһеҙ», – тип йылмая уҙаман.
Һис һүҙһеҙ, хәрәкәтһеҙ ултырған кешегә оптимистик рухта йәшәүгә, бар булыуға яратҡан ҡатыны, уның күңел йылыһы, тәмле аш-һыуҙары ярҙам итә. Быны Ришат ағай үҙе лә таный.
«Иң мөһиме – Сәйҙәнең мине һәм ҡурайҙы яратыуы. Шуға ла ҡурайҙа уйнарға тартылып торам. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла яратҡан кешеләре менән тиң, мөхәббәтле ғүмер теләйем», – ти Ришат Рәшит улы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.