-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
26 Август 2021, 20:15

Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә

Туғыҙ балалы ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән бәләкәй Мәүзилә, баҡсалағы картуфты алып бөткәс, мул уңыш өйөмө башына ултыра ла: – Атай, ҙурайғас минең ике ҡатлы ҙу-у-у-р өйөм буласаҡ, – ти. – Кит, юҡты һөйләмә, ул ниндәй ике ҡатлы өй ул, – тип көлә атаһы. Йылайыр районы Һултантимер ауылындағы «Юлдыбай» совхозына ҡараған Октябрь бүлексәһенең алдынғы чабаны Фәйзулла Үтәев быға үҙе лә ышанмай, күрәһең. Әммә балаларының һәр береһе бөгөн зауыҡлы йорттарҙа етеш йәшәгәнен атай кеше күрә алһа икән... Эшһөйәр булырға үҙе өйрәтә бит.

Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә
Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә

Мәғариф отличнигы, Өфөнөң   84-се татар гимназияһында балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Мәүзилә  Үтәева һәм ауылдашы, 11 балалы ғаиләлә үҫкән, йәшләй өйләнешкән һөйөклө ире Азамат Йомабаевҡа үҙ ғүмерҙәрендә  бер нисә йорт һалып сығырға тура килә.

Нуғай ауылында йорт урыны алған саҡта эргә-тирәлә бер ниндәй ҙә төҙөлөш алып барылмай. Азамат Яныбай улы тиҫтәләгән тоҡ цемент килтереп ауҙара. Шул мәлдә ҡапыл башланған ямғырҙан төҙөлөш материалдары һыуланмаһын тип, ул, әллә күпме ауыр тоҡто елкәһенә һалып, ышыҡҡа ташый.  Нигеҙ һала торған ерҙең соҡорло урында булыуы сәбәпле, унда 27 «КамАЗ» машинаһы менән тупраҡ ауҙарырға тура килә. Шуны хужа менән хужабикә көн дә кис үҙҙәре тарата.  Бөгөн әллә ҡайҙан зауығы менән маһайып ултырған йорт төҙөлөшө шулай ауыр ҡул хеҙмәтенән башлана.

Йортто улар кирбестән һалған. Ул ваҡытта әле бәләкәй ейәндәренә уңайлы булһын тип, мунсаны ла өйгә ҡушып төкәтәләр. Уны йылы үткәүел менән тоташтырып ҡуялар. Хәҙер был үткәүел йәй көнө  веранда, сәй, туҡлана торған, элеккесә әйткәндә, усаҡлыҡ ролен дә үтәй. Уның бер яғын шау тәҙрә итеп ҡалдырып, быялаһын ҡаралатып ҡуйғандар.

– Веранда һалғанда быны, уңышлы сиселеш, тип уйлайым. Тәҙрә быялалары ҡаралатылғас, йәй көнө һалҡынды тота, ҡояш төшмәй, пәрҙәләр ҡорорға ла кәрәкмәй. Әммә апайығыҙ матурлыҡ ярата, веранданы зауыҡ менән бөхтәләп ҡуйҙы, – ти Азамат ағай. 

Мәүзилә Фәйзулла ҡыҙы, өҫтәүенә, ихатаһын да ландшафт дизайнеры кеүек биҙәгән. Был – уның  иң яратҡан шөғөлө. Бер буйға күп йыллыҡ декоратив сәскә-үҫентеләр ултыртҡан. Ул теҙмәлә беҙҙең яҡҡа ятыраҡ туя, гейхера, хоста тигәнерәктәре лә, ылыҫлыларға ҡараған үҫентеләр ҙә урын алған. Арыраҡ шаулап гортензиялар, георгиндар, астралар, яран үҫһә, һауыттарҙа иһә  төрлө төҫтәрҙә петуниялар күҙҙе ҡамаштыра. Уның ситенә ерҙә шыуышып үҫә торған гөлдәр ебәрелгән. Шулай уҡ клумбаларҙың ҡыры ла, ҡоймалар ҙа, йорт эсендә икенсе ҡатҡа менә торған баҫҡыстар ҙа ваҡ ҡына ҡырсынташ менән биҙәлгән. Уларҙы хужалар 4 йыл буйына йылғанан ташыған.

– Өй һалғандағы һуңғы шөғөлөбөҙ – ҡайҙа барһаҡ та, йылғанан йомро таш эҙләү булды, – тип көлә улар хәҙер.

Ул ташты хужабикә, көндәр-төндәр ултырып, иҙмә менән үҙе теҙгән. Өҫтөн лак менән ялтыратып ҡуйған. Иҫ китмәле матур дизайн өлгөһө килеп сыҡҡан. Ихатаның тышҡы яғына декоратив сәскәләр һәм ағастар ултыртылған. Ул да – алдан уйланылған, планлаштырылған ниәт.

– Киләһе йәйгә ултырта торған сәскәләр урынын яҙҙан билдәләп ҡуябыҙ. Нимә ҡайҙа үҫергә тейеш, шуға тупраҡты әҙерләйбеҙ. Ә декоратив ағастарҙы һәм күп йыллыҡ сәскәләрҙе иһә алдан планлаштырыу фарыз. Үҫә килә улар бер-береһен ҡапларға йәки бер-береһенә ҡамасауларға  тейеш түгел, – тип кәңәш бирә хужабикә. 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: