-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
5 Август 2021, 20:45

Гөлдәр баҡсаһында бер йорт

Ҡулы белгән мотлаҡ йорт һала, ергә яҡын йәшәй. Ағас эшенә оҫта Рөстәм Марат улы, тырыш Гөлназ Ғәлимйән ҡыҙы Ғимазетдиновтар Зубов ауылындағы йорттарын нигеҙенән алып үҙҙәре күтәргән. Уның һәр детале, биҙәлеше, хатта шәмдәлдәргә тиклем оҫталарҙың үҙ ҡулы менән эшләнгән. Хужабикә – уҡытыусы, хужа теплица, төҙөлөш менән булыша. Йорт һалыу, үҙ өйөңдә йәшәү тәү сиратта ғаиләнең ишле булыуына бәйле. Өс ул – Илназ, Сыңғыҙ, Морат һәм Азалия исемле бер ҡыҙ бала тәрбиәләй Ғимазетдиновтар. «Өс малайҙы ҡала фатирында үҫтереп ҡара», – ти улар бер тауыштан. 

Гөлдәр баҡсаһында бер йорт
Гөлдәр баҡсаһында бер йорт

– Үҙ йортоңда йәшәү һәр кемде тәртипкә өйрәтә. Төҙөлөш барышында уҡ ошонда йәшәй башланыҡ. Үҙебеҙ төҙөнөк, балалар ҙа хеҙмәт күреп үҫте, эшкә өйрәнде. Хәҙер өс малайыбыҙ ҙа ҡул араһына инде, әйтмәһәк тә эшләйҙәр, – ти Гөлназ. 

 Йорттағы бөтә йыһаздар, ихаталағы төҙөлөштәр, биҙәлештәр – хужаның оҫта ҡулдары емеше. Атаһының һәләте уландарға ла күскән. Аталы-уллы Ғимазетдиновтар яһаған декорҙарҙы ихатала күрергә мөмкин. Ғаилә сәскәләр үҫтереү менән мауыҡҡас, декоратив элементтарҙың күбеһе ағас кеүек тәбиғи материалдан башҡарылған. Башлыса  клумба, сәскәләр менән урамды биҙәүҙә эшлекле кәңәштәр алырға мөмкин. Мәҫәлән, петуния кеүек сәскәләр ултыртыуға  арбалар яһау,  үрмәле гөлдәргә ҡулайлама эшләү буйынса аныҡ тәҡдимдәр бирә улар. Ҡулайлама – ихатала хужалыҡ аҙбарҙарын, урамдың эшләнеп бөтмәгән ерҙәрен ҡаплау өсөн бик уңышлы сиселеш. Ә ихатаны үҙенсәлекле биҙәргә теләгән кешеләр өсөн уртансы улдары Сыңғыҙ матур декоратив һауыттар яһай. Мәҫәлән, арба һөйрәп китеп барған ишәккә күркәм сәскәләр ултыртып ебәрергә мөмкин. Уны баҡсаның ҡайһы мөйөшөнә ҡуйһаң да, урынды йәмләп торасаҡ. Үҙенсәлекле декоратив һауыттар өсөн ҡул аҫтындағы материалдар ҙа файҙаланыла: иҫке матай, автомашина запчастары, канализация торбалары ла эшкә егелә.

– Ағастан эшләнеп, өҫтө майлы буяу менән эшкәртелгән һауыттар ҡояшта бик уңып бармай, файҙаланыу ваҡыты ла оҙаҡ. Бергә ултырып, кәңәшләшеп, бәхәсләшеп эшләйбеҙ. Миндә тәжрибә, малайҙарҙа – заманса  ҡараш. Берлектә бик күп яңы әйберҙәр яһала, – ти  Рөстәм Марат улы.

Хужаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән бассейн да бар урамда. Башта ер ҡаҙылған, һуңынан соҡорҙоң тирә-яғын бетон йәйеп ҡатырғандар, шунан ғына быяла мозаика менән йәбештергәндәр. Бассейнды йылытыу өсөн жираф формаһындағы мейесте лә хужа үҙе эшләгән.

Үҙ ихатаңда йәшәү тора-бара матур баҡса ултыртыуға, хужалыҡ  тотоуға,  эш  асып ебәреүгә лә илһам биргән. Сөнки ер бар, уның файҙаһын да күрергә  кәрәк. Гөлназ менән Рөстәм өсөн ергә яҡын булыу  теплица хужалығын ойоштороуға этәргес була. Быға тиклем дә ихатаһында  сәскәләр  һәм ҡыяр үҫтергән ҡатын уны артабан табыш сығанағына әйләндерергә ҡарар итә. Быға ире ҡаршы килмәй. Ләкин йылытманың иртәнән ҡара кискә тиклем бер өҫтәмә эш икәнлеген аңламай әле хужалар. Бизнес-план төҙөйҙәр, Туймазы районына барып, тәжрибә туплап ҡайталар. Бәләкәй генә майҙанда ҡыяр үҫтереү үҙен аҡламай, бына сәскә баҙары нисектер китә.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: