Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
30 Июнь 2021, 11:05

Йорт – хужаның йөҙө

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлбинә Сафуанова – сығышы менән Белорет ҡыҙы, әммә үҫмер сағы әсәһенең тыуған яғы Әбйәлилдә үткән. Уның тәүге һөнәре – рәссам, Магнитогорск ҡалаһының һынлы сәнғәт училищеһын тамамлаған. Һуңынан Өфө сәнғәт институтының театр бүлегендә белем ала. Гөлбинәнең рәссамлыҡ һәләте Өфөнөң Шамонин ҡасабаһындағы йортон проектлағанда ла, уның художество өлөшөн, декорын, дизайнын эшләгәндә лә ярҙам иткән.

Гөлбинә менән уның иренең, данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Яҡуповтың, ғаилә тормошо, ауылдан килгән күптәрҙеке кеүек, ятаҡтан башлана. Марат та райондан – Учалы егете. Ғаилә «Үҙ йортоң» йәштәр социаль программаһына эләгә һәм хыялдағы өй ысынбарлыҡҡа әйләнә.
– Ҡаланан ситтә йәшәүҙе планлаштырмай инек. Ул хыял ғына ине, уйламағанда үҙ йортобоҙҙо һалырға форсат сыҡты. Социаль программа «бушлай» тигәнде аңлатмай. Кредит алдыҡ, әммә уның проценты түбән ине, – тип башланы әңгәмәне Гөлбинә һылыу.
Йорт һалыуҙың бөтә ауырлығын ғаилә үҙ иңендә күтәрә. Өҫтәүенә, икеһе лә – ижад кешеһе, йыш ҡына гастролдәргә сығып китәләр.
– Тәү һөнәрем рәссам булғас, фантазияға бик баймын. Марат уларҙы яйлап тормошҡа ашыра бара. Эш күп, иртән тороп сығып китәбеҙ, нимәлер ҡатып-төҙәтеп, баҡсаға сәсеп-ултыртып инәбеҙ. Ләкин ауыл тормошо оҡшай, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ. Йәшелсә-емеште үҫтереп ашайбыҙ, көҙ көнө салаттар эшләйбеҙ. Мунса ла – беҙгә дауа. Эштән һуң ҡойоноп, сабынып алһаң, өр-яңынан тыуған кеүек булаһың, – ти әңгәмәсем.
Хужабикәнең яратҡан урыны – ихата, самауыр ҡуйып сәй эсә торған ял мөйөшө. Гөлбинә һылыу шунда китап уҡырға, ҡыҙҙары Мәликә менән ултырырға ярата. Өйҙә Ричард исемле эт тә тота хужалар.
– Бергәләп ял итеү мөмкинлектәре һирәк эләгә. Шәхси йортта эш бөтмәй. Марат, ансамблдә бейеүҙән тыш, ҡул эштәре менән дә булыша. Ул да ваҡытты күп ала, – тип һөйләй хужабикә.
Ысынлап та, Марат Данис улын бейеүсе генә түгел, оҫта ҡуллы кеше булараҡ та астыҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә, уларҙың тарихына ҡыҙыҡһыныуы көслө. Ансамблгә һалынған һәр бейеүҙең костюмында Марат Яҡуповтың өлөшө ҙур. Ҡул эштәрен «Гөлнәзирә» бейеүендә – ир-егеттәр өсөн башҡорт орнаментлы күндән эшләнгән билбау-ҡайыштарҙа, «Башҡорт казактары» бейеүендә – күндән үреп яһалған ҡамсыларҙа, «Төньяҡ Амурҙары»нда, «Тархандар»ҙа – алюминдан, тимерҙән ҡырҡып яһалған төрлө деталдәрҙә, һуғыш ҡоралы булған ҡалҡандарҙа, кейем-һалымда, барабан, бубен кеүек атрибуттарҙа күрергә мөмкин. Оҫта ҡалай, алюмин, күн, ағас кеүек тәбиғи материалдарға өҫтөнлөк бирә. Реквизиттарҙы Өфө ансамблдәре генә түгел, ә төрлө ерҙән заказдар менән эшләтеп алалар. Хатта Марат Яҡуповтың ҡамсылары Рәсәйҙең билдәле «Березка» ансамблендә лә, Ҡаҙанда, Төркиәлә лә бар.
Гөлбинә менән Мараттың ижад юлына килгәндә, береһе – театрға, икенсеһе бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итә. Бер-береһенең ижадына ла битараф түгелдәр, премьераларға йөрөйҙәр, һуңынан өйҙә бәхәс тә ҡоралар. Гөлбинә Сафуанова – республикала ойошторолған байтаҡ байрамдарҙың башланғысында торған артистка. Ул диктор Фирҙәт Ғәлиев менән берлектә тәүге Салауат йыйынын, төрлө фестивалдәрҙең, һабантуйҙарҙың алып барыусыһы була. Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Юлдаш каналы тамашасылары уны һауа торошо дикторы итеп тә белә ине. Унда ла актриса телевидениеның яңы үҫеш этабын башлай. Хәҙер «Ҡотлауҙар» программаһын алып барыусы Эльза Юлдашбаева менән, матур костюмдар кейеп, «Һауа торошо» менән эфирға сығалар.
Матур ғаиләнең күркәм йортона килгән һәр кем киләсәктә ошондай өй һалыу тураһында хыяллана башлай. Ундайҙарға яуап бер.
– Хыял өйөн мотлаҡ һалырға кәрәк. Шәхси йортта йәшәүҙең киреһенә ҡарағанда ыңғай яҡтары күп, – ти улар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: