Үҙенең ҡыуышын булдырыу идеяһын йырсы өйләнмәҫ борон уҡ тормошҡа ашырған. Төп йортта ҡалған бер туған ҡустыһын борсомай, ауылдағы буш торған йорт урынын һатып ала ла шунда төҙөлөш башлай.
– Ҡоймаһы ла, ҡапҡаһы ла булмаған нигеҙ ине. Йорттоң проектын алдан һыҙып торманым. Күтәрергә ҡарар иткәс, аҙыраҡ уны күҙ алдына килтерә инем. Бындай осраҡта кәңәш биреүселәр күбәйә, уларға ҡолаҡ һалманым, үҙемсә эшләнем, – тип башланы хужа, ихаталағы төҙөлөштәрен күрһәтеп.
Илшат буласаҡ ҡатыны, Өфөлә фармацевт һөнәре буйынса эшләп йөрөгән Зиринаға, өйләнешеп, ауылға ҡайтырға тәҡдим яһай.
Йәш ғаиләнең тормошо ошо йортта башлана. Бер-бер артлы ике балалары тыуа. Әле ҡыҙҙары Гөлшат – бишенсе, Илһам икенсе класта белем ала. Гөлшат атаһы кеүек моңло, бер конкурстан да ҡалмай (беҙ килгәндә лә конкурста булып ҡалды).
– Ниәттәремдең барыһы ла тормошҡа ашты, Хоҙайға рәхмәтлемен. Элегерәк йорт һалыуҙары мәшәҡәтле ине. Ағасты, ҡырҡып, әҙерләп, Ҡариҙел яҡтарынан килтерә торғайнылар. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе. Сифатлыраҡ булһын тип, керамик кирбестән һалдым, – ти Илшат.
Йорт һалғанда ла, ремонт яһағанда ла сығымдар алдан билдәләнгәндән күберәк тотонола. Иң мөһиме, күпте эшләйем тип, осһоҙло тауарҙарға ынтылмаҫҡа.
– Баштан уҡ уйлабыраҡ эш итһәң, аҡса әрәм-шәрәм булмай. Еңелсә генә хәл итеп, аҡсаны һаҡсылыраҡ тотонам тип, үтә осһоҙло тауарҙар алһаң да, үҙенә тейешлеһе сығып китә. Ҡарун ике тапҡыр түләй, тиҙәрме әле. Арзан тауарҙан эшләнгән төҙөлөштөң сифаты барыбер ҙә күренеп тора. Минең принцип шулай: оҙағыраҡ, әммә сифатлыраҡ, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Ауыл ерен ярата Илшат. Йырсы үҙе әйтмешләй, ауылда ғына уның йырҙары хислерәк, моңлораҡ яңғырай һымаҡ. Хәҙер ижад кешеләре өсөн дә мөмкинлектәр сикләнмәгән. Үҙеңде танытыу, тамашасыларға еткереү өсөн социаль селтәрҙәр бар. Бынан тыш, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиолары менән дә хеҙмәттәшлек итә йырсы.
Музыкаль ғаиләлә үҫә ул. Әсәһе Сафия Ярулла ҡыҙы бик моңло йырлаған, атаһы Әнәс Миңлеәхмәт улы гармунда уйнаған.
– Беҙҙең өйҙә башҡорт классиктарының китаптары күп ине. Әсәйем һәр ваҡыт ваҡытлы матбуғатҡа ла яҙылды. Кис көндәре йыйылышып, сиратлап китаптар, гәзит-журналдар уҡығаныбыҙ, унан һуң бергәләп гармун моңона йырлашып ултырыуыбыҙ әле лә хәтеремдә. Үҫә төшкәс, ижад кешеһе булып киткәс, Гөлфиә апай Юнысова, Роберт ағай Миңнуллин, Рауил ағай Бикбаевтар менән аралашырға, хатта уларҙың ижад кисәләрендә ҡатнашырға, шиғырҙарына йырҙар яҙырға ла тура килде. Гөлфиә Юнысова миңә һайланма әҫәрҙәр китабын бүләк итте. Шунан илһамланып китеп, уның һүҙҙәренә ун йыр яҙып ташланым. Хәҙер Дәүләт Думаһы депутаты, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина менән ижади дуэт барлыҡҡа килде. Тағы бер яңылығым бар: билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов менән бергә башҡорт халыҡ йырҙарын да яҙҙырттыҡ, – ти ул.
Әйтергә кәрәк, йырсы тыуған яғының йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Ул ике йыл самаһы Илеш районы башҡорттары ҡоролтайын етәкләй, елдәк ырыуының сағыу бер вәкиле булып тора.
– Донъя бер төрлө генә барһа, ялҡыта башлай. Һәр ваҡыт йәшәйешкә яңылыҡ индерергә тырышам. Ихатама сығып баҫһам, башыма төрлө уйҙар килә. Унан пландар ҡороп алам да, уны-быны үҙгәртеү теләге менән һыҙып, үлсәп ҡарайым. Өйҙәге бер ир-ат эшен дә күҙ уңынан ысҡындырмайым. Хәҙер төҙөлөш өсөн материалдар ҙа күп, йәнең теләгәнеңде ал, – тигән һүҙҙәрендә әңгәмәсемдең донъяға ҡарашы сағыла.
Хужаның йорттағы, ихаталағы буласаҡ төҙөлөштәре, уға ярашлы материалдар алыу ниәте күпкә алдан барлана. Шәхси йортта йәшәү, уның ихатаһында зауыҡлы, ҡулайлашҡан ял зоналары булдырыу, йыйнаҡ, бөхтә итеп тотоуҙың тағы бер сере бар – Илшат үҙе лә бешеренергә, урамдағы ҡаплы, эскәмйәле бәләкәй ашханаһында ҡунаҡтар ҡаршыларға ярата. Аш-һыуға оҫталығы уның бәләкәйҙән килә.
Илшат Сибәғәтуллин фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.