Әҙер йорт уларға ҡайтҡас та ҡала хакимиәтенән бирелгән. Тик Йәнтүриндар уны йәшәү осоронда тулыһынса үҙгәртеп ҡорған. Һәр йорт – ул ғаиләнең йөҙө, уның эске күңелен сағылдырған көҙгө. Шуның кеүек Йәнтүриндарҙың да үҙенсәлекле йорто – ул милләтебеҙҙең бер мөйөшө, рухы тип әйтергә мөмкин.
Билдәләп китеүебеҙсә, йорт байтаҡ төҙөкләндереү, ҡайтанан ҡороу этабын үткән. Тәү сиратта ғаилә, йорт менән мунсаны бергә ҡушып, уның араһында йылы үткәүел эшләгән. Башта уны төҙөү буйынса кәңәштәр һорап төрлө оҫталарға мөрәжәғәт иткәндәр. Тик төплө кәңәш ала алмағас, йорт хужабикәһе Вилүрә ханым ҡыш буйы сантиметрлап һыҙып план эшләй. Әлеге йылы үткәүел апайҙың планы буйынса ҡоролған. Йорт менән бергә ҡушылған мунса, уның икенсе ҡатында йондоҙҙар күҙәтеү өсөн телескоп урынлаштырылған, шул ҡаттан тышҡа бассейнға сығырға була. Бассейн – әҙер проект, ул – тутыҡмай торған һауыт. Ошо проекттан һуң Вилүрә апайҙы өйҙә «халыҡ архитекторы» тип йөрөтәләр. Хатта уны Өфөгә лә проектлау эшенә саҡырып ҡарағандар.
Өйҙә һаҡсыллыҡ бар нәмәгә лә ҡағыла. Айырыуса, боронғо ҡомартҡылар күпләп йыйылғас, ғаилә советында башҡорт мөйөшө төҙөү хаҡында ҡарар ителә. Бының өсөн тупраҡ менән баҫтырып, нығытып ер аҫтына тағы бер бүлмә эшләйҙәр, текә баҫҡыстар ҡуялар. Был подвалға аш бүлмәһенән төшөп китергә мөмкин. Ә унда тотош бер музей хасил булған. Нимә генә юҡ унда! Урындыҡ, урҙалар, боронғо башҡорт кейемдәре, еҙ самауыр, иҫке патефон, шәжәрә ағастары, ҡорама-балаҫтар, мәктәп дәфтәрҙәре, көндәлектәр. Хатта Вилүрә апайҙың 1954–1955-се йылдарҙа, бала ваҡытта кейеп йөрөгән итеге лә һаҡланған. Атаһы бик оҫта була, ул ҡырҡ урындан ямаған кирза итекте ғаиләләге дүрт баланың бөтәһе лә кейеп үҫкән. Йәнтүриндарҙың Женевала йәшәгән ҡыҙҙары Айһылыу ҙа өйөндә урындыҡ эшләтеп, өҫтөнә боронғо балаҫ ябып ҡуйған. Тормош иптәше, француз егете Гийом, башҡорт телен белеүҙән тыш, ҡумыҙҙа уйнай, өзләй, башҡорт йырын яратып йырлай. Бына ул тәрбиәнең көсө!
Йортта ниндәйҙер традицион бүленештәр юҡ. Әйләнә-тирәләге донъяны күп күргән, сит илдәрҙә йыш булған ғаилә бер бүлмәне тулыһынса ошо ял мотивтарына арнаған. Унда элекке иҫке мейес урынына суйындан матур бер камин ҡуйылған.
– Бик ҡыйбатлы булды ул, ялыбыҙҙың аҡсаһы киткәйне. Каминдың бер ҡыйынлығы ла юҡ, эшләргә була, сөнки уның йәме бар. Камин эргәһендә усаҡ яндырып ял итеүе күңелле, – ти Сәфәрғәле Искәндәр улы. «Халыҡ архитекторы» булараҡ, Вилүрә апай каминды матур итеп кирбестән һалырға мөмкин, ти. Ул сағында осһоҙға төшә.
Йәнтүриндар һәр барған сәйәхәттән сувенир алып ҡайта. Бүлмәнең бер мөйөшө ҡарауға үҙенсәлекле, затлы әйберҙәр менән биҙәлеп бөткән. Бер вазала әллә нисә илдән ҡайтҡан ҡом һаҡлана: «Ул бер-береһенә ҡушылмай. Һәр илдең ҡомо төҫө буйынса айырыла», – ти Вилүрә Зиннәт ҡыҙы.
– Йортто һалғанда һаҡсыллыҡ кәрәк, ләкин ниндәй осраҡта аҡса йәлләргә кәрәкмәй?
– Беҙ, совет йылдарында үҫкән кешеләр булараҡ, былай ҙа һаҡсылбыҙ. Элек, Өфөлә йәшәгәндә, үҙебеҙ кеүек ғаиләләр менән коляска, сана, саңғыларға тиклем бүлешә инек. Балаларҙың кейемдәрен дә бирештек. Бар нәмәне ҡәҙерләп тоттоҡ. Бәлки шуғалыр ҙа өйөбөҙҙә электән һаҡлап тотолған йыһаздар бар. Заман үтеү менән уларға бер ни булмаған. Һәр йорттоң хужаларға хас йәме, зауығы бар. Мин, ғөмүмән, иҫке әйберҙәргә заманса төҫ биреү, уларҙың ғүмерен оҙонайтыу яғындамын. Был хатта минең хобби тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, балаларҙың иҫке кейемдәренән ҡорамалар, балаҫтар яһап бөттөм. Уларҙы ихлас файҙаланабыҙ.
Йортта ауыр, ипһеҙ дивандар, көс етмәҫлек келәмдәр кәрәкмәйҙер, тибеҙ. Иң мөһиме, йәшәү өсөн уңайлыҡтар, күңел өсөн яратҡан әйберҙәр булһа – шул етә. Беҙ бик күп илдәрҙе барып күрҙек, шунан илһам алабыҙ. Йәштәр сәйәхәткә йөрөһөн ине! – тип һаҡсыллыҡ серҙәре менән уртаҡлаша уңған хужабикә.
Сәфәрғәле Искәндәр улы, ғалим-биолог булараҡ, Урал аръяғының тәбиғәтен, биотөрлөлөгөн өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирә. Элек ул ҡырҙан ҡурайҙар алып ҡайтып эшләгән. Ғалим үҙе лә, уның улы Урал да, ейәне лә ҡурайҙа уйнай. Ни ғәләмәт: бынан бер нисә йыл элек Йәнтүриндарҙың нигеҙендә ҡурай үҫә башлаған!
– Орлоғо төштөмө икән, тип фаразлайым. Былай беҙ өйгә лә күп үләндәр алып ҡайтабыҙ. Шуны киптерәбеҙ, мәтрүшкә, болануттан сәй яһайбыҙ, – тип фекерҙәре менән бүлешә ғалим.
Йәнтүриндарҙың ихатаһында әҙәм көсө етмәҫлек ашҡабаҡтар үҫә, йөҙөм, сейә уңдырышлы емеш бирә. Бер нисә йыл элек улар күптәнге хыялдарын тормошҡа ашыра. Ихатаға шарлауыҡ эшләп ҡуя. Ирәндектән таш ташыйҙар. Вилүрә апай әйткәнсә, уны ла тау эйәһенән рөхсәт һорап ҡына алалар.
–Үҙемдең ҡулдан килмәне, ләкин туғаныбыҙҙың улы, оҫта ҡуллы Тимерйән энебеҙ беҙгә шарлауыҡ эшләп бирҙе, – ти ғалим.
Шарлауыҡтың ике яғында ҡыр йөҙөмө үҫә. Улар ошо урынға матурлыҡ, йәм өҫтәй.
Был парҙың тормошто яратыуы, һоҡланғыс итеп йәшәүе тағы бер һыҙатта күренә. Улар икеһе лә волейбол уйнай, спорт менән дуҫ. Шуға ла ишек алдында спорт бүлмәһе төҙөлгән. Балалары теннис өҫтәле ҡуйып биргән. Тәрбиәле балалар үҫтергән, өлгөлө өй һалған һәм шунда башҡорт рухын һаҡлаған кешеләр улар – Йәнтүриндар.