Өфө ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Риф ҡыҙы ғүмер юлындағы боролоштарҙы ихлас ҡабул итә. Ҡалала тыуып үҫкән, ғүмере буйы ҡатлы йортта йәшәгән ғаиләнең уйламағанда үҙ йортон һалып инеүе генә ни тора! Хәйер, ул, ысынлап та, күптән көтөлгән хыял өйө булып сыға.
– Ошо йортҡа күсеү менән беҙҙең тормошта яңы баҫҡыс, икенсе ғүмер миҙгеле башланды. Эске азатлыҡ барлыҡҡа килде. Элекке ҡыҫынҡы бүлмәләр юҡ, бар ерҙе иркенлек солғап алған, – ти ҡәнәғәт төҫтә әңгәмәсем.
Шамонин ауылы – ул башҡорт ғаиләләрен өйлө, нигеҙле иткән урын. Беҙҙең рубрика геройҙарының күбеһе тап шунда төпләнгән. Бының өсөн артистарҙың барыһы ла Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа сикһеҙ рәхмәтле.
Гөлшат Ғайсинаның тормош иптәше Айрат та – ҡала егете, театрҙа тауыш режиссеры булып эшләй. Ике ҡала кешеһенә йорт һалып инеү, ай-һай, еңел булмағандыр, тип фаразлаһы ғына ҡала. Үҙҙәре әйтмешләй, барыһына ла төҙөй-төҙөй өйрәнәһең.
– Өйҙө хәлебеҙгә ҡарап һалдыҡ. Барыһы ла тәбиғи, ағастан, иркен булһын, тинек. Хатта диуар-түшәмдәрен дә шул көйө ҡалдырҙыҡ – буяманыҡ, заманса материалдар менән йөҙләмәнек. Розеткаларҙы балсыҡ эсенә йәшермәнек. Ниндәйҙер ябай ауыл стилен һаҡланыҡ. Затлы интерьерҙарҙан алыҫ тора, ләкин барыһы ла үҙебеҙҙеке. Минең әсәйем Альбина Әхҡәм ҡыҙы ла – ҡала кешеһе. Уны ла ауылға күсерҙек. Ул да үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы: үҫеп ултырған сәскәләр – уның тырыш хеҙмәте емеше.
Йорт алыу уйламағанда килеп сыға. Был хыялдың бойомға ашыуына ныҡ шикләнә йәштәр. Ул ваҡытта актер хеҙмәте бик түбән баһалана ине бит. Шамонин ҡасабаһында Гөлшат менән Айраттың өлөшөнә, нигеҙе һалынып, ике буй бура ағасы йөрөтөлгән ер участкаһы төшә. Алыу-алмау мәсьәләһен тиҙ хәл итергә кәрәк булғанлыҡтан, төптән уйларға ваҡыттары ла булмай йәштәрҙең. Ике буй бура бүрәнәһен тотоп ҡарап: «Был йорт беҙҙеке», – ти улар. Һуңынан 72 квадрат метрлыҡ өй, веранда һалыу иҫәбенә, 90 квадрат метр булып китә.
– Ҡыҙымдың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ. Элина айырым бүлмә өсөн үрле-ҡырлы һикерҙе. Ул ваҡытта мәктәп уҡыусыһы ине, Өфөнөң 39-сы гимназияһын тамамланы, инглиз һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә. Үҙенең көсө менән Франция вуздарының береһенә иҡтисадсы һөнәре буйынса уҡырға инде. Беҙ хәҙер сит илдә студент уҡытабыҙ. Шуға күрә йортто бөтөрөү икенсе планға ҡалды. Шулай ҙа өйҙә кәрәкле бөтә әйбер ҙә бар. Беҙҙең аш-һыу һәм ҡунаҡ бүлмәләре, күптәрҙеке кеүек, бергә ҡушылған. Йоҡо бүлмәләре лә иркен. Был йәһәттән ниндәйҙер ҡатмарлы проекттар яғында түгелбеҙ. Бар нәмәлә ябайлыҡ һәм минимализм стилен тотабыҙ. Иптәшем ихатаға мунса ҡуйҙы, әсәйем сәскәләр түтәле яһаны.
– Өйҙә кем күберәк хужалыҡ итә?
– Беҙ элек күберәк гастролдәрҙә йөрөнөк, өйҙөң терәге әсәйем ине. Ләкин шәхси йортта ир көсө, уның хеҙмәте төп урынды биләй. Беҙ сәскә лә үҫтерербеҙ, баҡса ла ултыртырбыҙ ул, ихаталағы эштең иң күбе барыбер ҙә иптәшемдең иңендә. Бында көслө затһыҙ бер нисек тә булмай. Айрат ҡала егете булһа ла, ҡулы эш белә. Үҙе мунса һалды, тимәк, ауыл өйө кешене ысын хеҙмәткә лә өйрәтә.
– Йорт һалғанда ниндәй өлкәлә аҡса һаҡсыллығы кәрәк, ә ниндәй осраҡта юҡ?
– Мөмкинлек булһа, бөтә нәмәне урын-еренә еткереп эшләргә кәрәк, тороп ҡалған эшкә ҡар яуа. Иптәшем өйҙә көндәлек ҡуллана торған техника, газ мейесе юғары сифатлы булырға тейеш, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, мейес сафтан сыҡты икән, бөтә йорт утһыҙ, йылыһыҙ, һыуһыҙ тороп ҡала. Былар – донъяуи, ләкин күңелде ҡыра торған проблемалар. Өйөбөҙҙөң ҡаланан ситтә, айырым ихаталы булыуын айырыуса карантин ваҡытында баһаланыҡ. Беҙҙең дә йәшәүебеҙ һәм ижадыбыҙ өйҙә булды. Театр артистары ла онлайн концерттар үткәрҙе, сығыштар яһаны, шиғырҙар уҡыны, тамашасылар менән аралашты. Арып китһәк, ихатаға сығып ял итеп алабыҙ, эш башҡарабыҙ.
– Беҙ ҙә театрҙы, спектаклдәрҙе һағындыҡ. Быйыл осрашыуға өмөт итеп булырмы?
– Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр. Беҙ үҙебеҙ ҙә театрҙы, тамашасыларыбыҙҙы һағындыҡ. Бик күләмле әҫәрҙәр буйынса спектаклдәр әҙерләй башлағайныҡ. Театр бит ул –үҙенә бер айырым атмосфера. Йәштәр театрын мин дәртле ижади коллективтар иҫәбенә индерәм. Быйыл сәхнәгә сығыуыма 25 йыл тула. Октябрь айында шуны билдәләргә иҫәбем бар. Бынан бер нисә йыл элек ижадыма йомғаҡ яһағайным инде. Ул ваҡытта әле киң таралмаған шиғри-музыкаль кисә үткәрҙек. Хәҙер ошо форматты йыш ҡуллана башланылар. Әсәйем сценарий авторы булды, үҙенең тәрән ижади кеше булыуын күрһәтте.
– Хыял өйө тормошҡа ашҡан, тағы ла нимәләр хаҡында хыялланаһығыҙ?
– Хыял өйөндә тышта самауыр ҡуйып, тәмле үләндәр менән сәй эсергә хыялланам. Донъялар имен, бар кешеләр ҙә һау-сәләмәт булһын, ҡатмарлы осорҙар тиҙерәк үтеп китһен. Ғаиләмдең, берҙән-бер ҡыҙымдың бәхетен, уңыштарын күрергә яҙһын. Имен-аман булайыҡ барыбыҙ ҙа.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.