-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
6 Июль 2020, 16:02

Иң мөһиме – донъялар имен булһын

Баш ҡала һәм Өфө районы тирәһендә йорт һалып сыҡҡан сәхнә кешеләренең тормошон һәм ремонт тәжрибәһен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Зубово – Өфөгә иң яҡын урынлашҡан ҡасабаларҙың береһе һәм бында башлыса йорттар үҙенең ҙурлығы, төҙөлөш декоры, интерьер үҙенсәлеге менән айырылып тора. Урамдың ике яғында теҙелеп киткән йорттар, гүйә, береһен-береһе зауыҡлыҡта уҙҙыра. Ошонда йәшәй ҙә инде ҡатыны – хореограф, ире композитор булған ижади ғаилә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова һәм республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың ҡунаҡсыл йортона сәйәхәт ҡылабыҙ.

Йорт әле лә төҙөкләндереү өҫтөндә. Башлағанда уҡ ике ҡатлы, ҙур майҙанлы итеп һалынған өйгә сығымдар китеп тора, ә уның аҙағы күренмәй ҙә, ти артистар.
Оҙайлы йылдар ятаҡ тормошо, бәләкәй майҙанлы фатирҙа көн итеү ҙур йорт һалып сығыу хыялын уята.
– Ике ҡатлы, иркен бүлмәле йорт төҙөүҙе маҡсат иттек. Иң мөһиме, аш-һыу бүлмәһе аҙ һанлы ҡунаҡ ҡаршыларлыҡ булһын, тинем мин. Бөгөнгө көндә аш бүлмәһе генә хыялдағы һүрәткә торошло, ҡалған­дарында эш еренә еткерелмәгән әле. Ҡыҙҙарыбыҙ Азалия һәм Нәргизә өсөн һәр береһенә айырым йоҡо бүл­мәһе эшләнек, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алдыҡ. Кейем элеү урыны өсөн айырым бүлмә ҡалдырҙыҡ, – ти Сулпан ханым.
Әле йорт һалынмаҫ борон, ижади ғаилә бар нәмәне интернеттан ҡарап өйрәнә башлай. Ниндәй интерьер һайларға, ниндәй төҙөлөш материалдарына өҫтөнлөк бирергә, тип план ҡоралар. Ә ғәмәлдә иһә һүрәт буйынса ғына өй һалып булмаҫын аңлай улар. Тәжрибә төҙөлөш барышында килә.
– Хәҙер ике ҡатлы йорт һалмаҫ инек. Элегерәк, балалар бәләкәй булғанда, кәрәк кеүек ине. Хәҙер иһә иң ҡулайы һәм аҙ сығымлыһы – бер ҡатлы ыҡсым ғына эшләнгән йорт, тип уйлайбыҙ, – ти Илшат Яхин.
Хужабикәнең ярты ғүмере аш-һыу бүлмәһендә үтә. Шуға күрә Сулпан ханым уның һәр бер детален үҙе уйлаған. Әйткәндәй, ул – бейеүсе генә түгел, ә аш-һыу оҫтаһы ла. Һауыт-һаба йыуа торған кран мотлаҡ тәҙрә янында булырға тейеш, тигән талабы үтәлгән. Аш-һыу бүлмәһендәге урамға сығып торған тәҙрәнән кис көндәре ҡояш байығанын күҙәтеп торорға ярата ул.
– Элек әйтәләр ине, электр мейесе шул тиклем уңайлы, тип. Хәҙер үҙем дә шуға инандым. Ҡамыр ризыҡтарын газға ҡарағанда матур бешерә. Аш бүлмәһендә бешеренергә генә түгел, ә шунда ултырып эшләргә лә яратам.
Йорт һалғанда иң мөһиме – план, хатта алдан уйланылған, ҡағыҙға һыҙылған проект булырға тейеш, тине «Хыял өйө»нөң алдағы геройҙары. Өй төҙөгәндә шуның кеүек деталдәрҙән баш тартмау күп хаталарҙан аралай.
– Проектты инҡар итеү – беҙҙең төп хатабыҙ булды. Нишләптер ул кәрәкмәгән кеүек тойолдо. Йәнәһе, үҙебеҙ һалабыҙ. Һуңынан розетка кеүек күҙгә күренмәгән ваҡ эштәрҙе башҡарғанда ла ҡағыҙға төшөрөлгән схема мөһим икәнлеген аңланыҡ. Байтаҡ эште ҡайтанан эшләргә тура килде. Ә был иһә – өҫтәмә сығымдар. Төҙөүсе, һин нисек әйтәһең, шулай эшләп китә. Ә был йортта үҙеңә йәшәргә бит. Шуны онотмаҫҡа кәрәк, – ти йорт хужаһы.
– Бер күренекле актер шундай кәңәш бирҙе. Йорт һалғанда бер-берегеҙ менән бәхәсләшмәгеҙ. Бер мөйөштө эшләгәндә ҡатыным менән гел әрләштек. Хәҙер шул мөйөш емерелеп тик тора, тине. Шуға үҙ-ара татыулыҡ та бик мөһим, – ти Сулпан ханым.
Йәй осоро – үҙ йорто менән йәшәүселәр өсөн баҡса мәле лә. Тығыҙ артист графигы менән көн иткән сәнғәт кешеләре булһалар ҙа, урамды тәртиптә тоторға кәрәк. Сулпан менән Илшат та матур сәскәләр ултыртып, емеш-еләк ағастары, йәшелсә сәсеп үҫтерә. Үҙеңдеке булһа, ышаныслы, таҙа, көндәлек ашауға етеп тора, ти улар. Ихатала һалынған иң тәү төҙөлөштәрҙең береһе ул – мунса. Шәхси йорт күптәргә баҡса үҫтереү, мунса өсөн дә кәрәк. Мунсаны ла киләсәктә ял итеү урынына әйләндереү өсөн әле үк әҙерлек башлаған улар.
Быйылғы коронавирус пандемияһы тигән шауҡым барлыҡ эш кешеләренең тормошона үҙгәреш индерҙе. Артистар өсөн ул айырыуса һынау осоро булды. Яҙып-һыҙыу йәки башҡа һөнәр кеше­ләре өй шарттарында эшләй алһа, тамашасынан мәхрүм артистар башта аптырауға ҡалды. Нисек итеп концерт бирергә, кем алдында сығыш яһарға һуң? Килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн бөгөнгө заман технологиялары – онлайн, офлайн формат ярҙамға килде. Барлыҡ артистар ҙа онлайн форматында концерттар үткәрҙе, клиптар төшөрҙө, тура эфирҙарға сыға башланы. Береһе лә бушты бушҡа ауҙарманы, йәмғиәткә файҙалы булырға тырышты. Кемдәрҙер өсөн, айырыуса оло быуын артистарына был тәүге тәжрибә ине.
– Алла һаҡлаһын киләсәктә ошондай шарттарҙа эшләүҙән, – ти Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Сулпан Асҡарова. – Беҙ бит ижад миҙгелен дә онлайн форматта яптыҡ. Артистар илай-илай буш тамашасы залында сығыш яһаны. Уны кемдер күтәрә ала, кемделер алдан әҙерләргә тура килде. Артист өсөн иң мөһиме – тамашасы һөйөүе, күмәк алҡыштар....
Хыялдар ҡороп, изге маҡсаттар билдәләп йәшәү өсөн илдәге именлек мөһим. Беҙ бөгөн шуға нығыраҡ төшөндөк һәм һығымталар яһаныҡ. Вирустар килер ҙә китер, тип ышанайыҡ, ә яҡты хыялдар ҡалһын әйҙә. Хыялланыу ул бик файҙалы һәм тормошҡа аша торған күренеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: