Башҡортостандың халыҡ артистары, Әбйәлил ҡыҙы Сара Буранбаева һәм Ейәнсура егете Филүс Ҡаҙаҡбаевтың күркәм өйөндә беҙ тәүләп ҡунаҡта. Йортто ун йыл элек алһалар ҙа, күсеп сыҡҡандарына ике генә ҡыш. Ҡалала йәшәп төҙөгәндәр уны. Шуға ла өй туйлау оҙаҡҡа һуҙылған.
«Киләсәктә нисек, ҡайҙа йәшәү, фатир алыу йә йорт һалыу теләге – бала саҡ хыялынан ул», – ти Сара Әбделхәй ҡыҙы. Актрисаның атай йорто Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында.
– Атайым хужа булды, күркәм ике өй һалды, беҙҙе етеш тормошта йәшәтте. Шуға рәхмәтлемен. Йорттарҙы ул еренә еткереп, ҡәҙерләп, бар күңелен биреп эшләне. Беҙ Өфөгә уҡыуға унан сығып киттек, әле лә шунда ҡайтабыҙ. Тик атай-әсәй юҡ инде, төп йортта бер туған ҡустым йәшәй, – тип һөйләй әңгәмәсем был турала.
Ике сәнғәт кешеһе, ғаилә ҡороп, бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итә башлай. Уларға башта ҡала фатиры ла ярарлыҡ булып күренә. «Сәнғәт ул – барыһын да үҙенә йолоп ала торған һөнәр, беҙҙең башҡа эштәргә әллә ни ваҡыт та булманы шуға. Ләкин олоғая килә ер, күңелеңә яҡын урын хаҡында уйлана башлайһың икән», – тигән фекер әйтә бер төптән артистар.
Өй алғанға тиклем улар тирә-яҡтан йорт һалырлыҡ урын ҡарай. Күңел йылыһы бирә торған шундай урын Шамонин ауылында ғына табыла. Филүс Хәсән улы ағас йорт хаҡында хыялланһа, Сара Әбделхәй ҡыҙы кирбескә өҫтөнлөк бирә. Ҡатын-ҡыҙҙың һүҙе һүҙ була. Йорт урман буйында, кирбестән һалына. «Нигеҙҙең урыны, күршеләрҙең кем булыуы бик мөһим. Быға тиклем өй һалыу тәжрибәһе булманы. Ләкин, туғандарға ҡарап, йорт һалыу хыялы бар ине», – ти Филүс Ҡаҙаҡбаев.
Күсеп сыҡҡас, улар йорттоң икенсе ҡатын ҡалҡыта.
– Кешенең хыялы мотлаҡ тормошҡа ашырға тейеш. Беҙ барлыҡ ниәттәрҙе тормошҡа ашырып барабыҙ. Ҡыҫыҡ фатирҙа йәшәнек, шуға йорттоң беренсе ҡатында аш-һыу урыны менән ҡушылған иркен зал эшләнек, икенсе ҡатта – йоҡо бүлмәләре. Унда иртән һандуғастар тауышы ишетелеп тора, мине көндә моңло ҡоштар тауышы уята. Киләсәктә ишек алдында, ағастан аласыҡ эшләтеп, унда мейес сығартырға ла уйыбыҙ бар, – ти актриса.
– Ауыл өйөндә, ғәҙәттә, иҙән һалҡын була. Быйма кейеп үҫтек бала саҡта. Шуға күрә иҙәндәрҙе, түшәмдәрҙе махсус йылытыуға әһәмиәт бирҙек. Ҡышын йылы, йәй көнө эҫе булмаҫҡа тейеш. Иҙәнде хәҙерге технологиялар менән йылытыу яғында түгелмен. Нигеҙҙе яҡшылап тупраҡ менән баҫтырып, тәбиғи көпләп ҡуйыуҙы хуп күрәм. Ә мансардалағы түшәмде йәй көнө эҫе булмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк. Ул бейек икән, бүлмәләге һауа – саф, йоҡлауы иркен була, – ти Филүс Хәсән улы. – Тәүгә һалынған өй – ул һынау бит инде. Белмәгәнлектән уйлап еткермәгән яҡтары килеп сыға, уныһы йәшәй-йәшәй асыҡлана. Йорт һалғанда алданып ҡалған осраҡтар ҙа юҡ түгел, төрлө кешегә осрайһың.
Өйгә килеп ингәс, өҫ, аяҡ кейемдәрен сисеү урынын нисек бүлеүҙе лә алдан уйлап ҡуя йондоҙло ғаилә. Уның өсөн ишек төбөндә йылытылған айырым бүлмәнең булыуы мотлаҡ, ти йорт хужаһы. Аяҡ кейемен аш-һыу бүлмәһенә етә яҙып сисеү, ишек төбөнөң ҡыҫынҡы булыуы элекке проекттарҙың ғәҙәти етешһеҙлектәренең береһе ине. Хәҙерге йорттарҙа ингән ер, аш-һыу бүлмәһе иркен булырға тейеш, тигән фекерҙә хужалар.
– Был ауылда бик матур, рухлы ғаиләләр йәшәй. Күршеләрҙән уңдыҡ. Береһе – ҡурайсы, икенсеһе – баҡсасы. Байрамдарҙы ла бергә үткәрәбеҙ, баҡсаны ла бергә сәсәбеҙ, утайбыҙ, үҫтерәбеҙ. Элегерәк беребеҙҙә лә ҡойма, ҡапҡа булмай торғайны. Ул саҡта бигерәк йыш йөрөштөк. Хәҙер бейек ҡоймалар аша бер-беребеҙҙе һирәк күрәбеҙ, – тип көлә Сара Буранбаева.
Үҙәктән алыҫ йәшәүҙең бер генә етешһеҙлеге бар ғаилә өсөн – Рамаҙан улдарын мәктәптә алып йөрөтөү мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ҡайһы ваҡытта уҡыуҙан уны сәғәттәр буйы көтөп ултырырға тура килә. Ләкин ауыл тормошон һис ҡалаға алмаштырғы килмәй, ти улар. Ҡыш көнө тау саңғыһына баҫалар, йәй көндәре тәбиғәткә сәйәхәт өсөн бында бик уңай.
Артистарҙан аш-һыу һәм ҡунаҡ бүлмәләрен бергә ҡушыу буйынса кәңәш һорайым. Сара Әбделхәй ҡыҙы әйтеүенсә, иркен булһын тиһәгеҙ, мотлаҡ шулай эшләргә кәрәк. Тик ауылдан туғандар йыш килә башлаһа, йорт шау-шыулы булып китә. Унда ҡайҙалыр ҡасып ҡотолоп булмай, барыбыҙ ҙа бер бүлмәлә ҡайнашабыҙ, ти актриса. Тимәк, бүлмәләрҙе асыу һәр кемдең үҙ иркендә. Хәҙер ҡала ерендә лә башлыса фатир-студия төҙөүгә иғтибар бирәләр.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.