...Роза Аҡкучукованың улы Руслан, килене Рәзилә, башҡа бик күп башҡорт ғаиләләре кеүек, Шамонин ҡасабаһында төпләнгән.
– Килен менән татыу булыу өсөн малайҙар тәрбиәләгән әсәйҙәргә шуны әйтер инем: кендегегеҙҙе ҡырҡығыҙ. Йәғни улығыҙ өсөн «өф» итеп тормағыҙ, ул үҙенең бәхетен табырға тейеш. Уның ғаиләһе, ейәндәрем – үҙе бер бәхет. Улыма Хоҙай аҡыл, сабырлыҡ биргән, киленемә – уңғанлыҡ. Шуның менән мин бәхетле әсә, ҡәйнә һәм ҡәртәсәй. Барыһы ла миңә, әсәкәйем, тип өҙөлөп торалар, – ти Роза Сабирйән ҡыҙы.
Башҡорт рухы бәләкәйҙән һалынған Руслан менән Рәзилә өсөн был йорт – үҙе бер рухиәт мөйөшө. Рәзилә ханым уның бер өлөшөн башҡорт йорто стилендә биҙәгән. Һандыҡ, унда халыҡтың көнкүреш йола элементтары, йыһаздар ҡуйылған. Хужа аш-һыу бүлмәһенә боронғоса урындыҡ эшләп ҡуйған. Элек халҡыбыҙ унда ултырып ғаиләһе менән сәй эскән һәм йоҡлай торған урын итеп тә файҙаланған. Ошондай урындыҡтарҙың ауылда йәшәгән һәр башҡорт ғаиләһендә булыуы борон ғәҙәти ине.
Бер бүлмәле фатирҙан һуң шәхси йортҡа күсеү, уны нисек кәрәк, шулай төҙөп алыу – йәштәрҙең электән килгән хыялы...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.