Һәм бына беҙ Венер һәм Лилиә Камаловтарҙың хыял өйөндә. Шамонин ҡасабаһында урынлашҡан күркәм йортҡа ғаилә бынан һигеҙ йыл элек күскән. Шуны билдәләргә кәрәк: төҙөлөш эштәренең күбеһен хужа үҙ ҡулдары менән башҡарған. Ҡаланан ситкә күсеүҙең дә сәбәптәре бар – быға тиклем артист ғаиләһе бер бүлмәле фатирҙа көн иткән.
– Шамонин ҡасабаһында бер төркөм йәш ғаиләләргә, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә йорттар биреү программаһы бик урынлы һәм ваҡытлы булды. Бының өсөн республиканың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бик рәхмәтлемен, – ти артист.
Венер Камалов йортон, уның майҙанын, ултырған урынын үҙе барып һайлап ала. Йорт мотлаҡ кирбестән булырға тейеш тигән маҡсат ҡуя. Ярым-ярты төҙөлгән йортто һатып алғас та күсеп сыға улар.
– Тиҙ күсеүҙең маҡсаты – ҡала йортонан ҡасыу ғына түгел, ә шунда йәшәп хыял өйөн тиҙләтеп сафҡа индереү ине. Урында йәшәп төҙөһәң, йылдамыраҡ була бит, – ти артист.
Өҫтәүенә, ҡалалағы фатирын һатмай улар. Уны ҡуртымға биреп, аҡсаһын йорт төҙөлөшөнә һалалар. Үҙ өйөңдә йәшәргә теләһәң, шулай төрлөсә юлдар эҙләйһең инде.
– Оҙаҡ ваҡыт иҙәндә йоҡлап, ишек-тәҙрәләрҙе пәрҙәләр менән ҡаплап йәшәнек. Ләкин үҙ йортоңдо һалыуы күңелле ине, көн дә бер нәмә эшләйһең дә ҡыуанаһың. Өй һалған ваҡытта туғандарға ла, дуҫтарға ла күп мөрәжәғәт итергә тура килде, кеше лә ялланым, – тип һөйләй әңгәмәсем.
Ҡулы ипленең аҡсаһы ла һаҡсылыраҡ тотонола, эше лә ырай. Венер Камалов үҙен үтә оҫталар рәтенә индермәһә лә, ауыл егете булараҡ, байтаҡ эштәрҙе башҡара белә. Балта, бысҡы кеүек нәмәләр ят түгел уға. Обой йәбештереүҙә лә үҙенә ышана.
Венер Мөнир улы йорт һалғанда иң элек тәжрибә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөтә яҡтан уйланылған, хатта схемаһы һыҙылған проекттың булыуы мотлаҡ. Кире осраҡта алданып ҡалыу, төҙөлөш материалдарын йә еткермәй, йә артыҡ алыу ҡурҡынысы бар. «Еткермәһәң, кире барырға, артығы булһа, яңынан йөк машинаһы яллап тапшырырға кәрәк. Ә был иһә –артыҡ сығымдар», – ти ул. Мәҫәлән, электр үткәргес сымдарҙы, розеткаларҙы алдан уйламай ремонт үткәргәндәр, һуңынан уны кире аҡтарып алырға мәжбүр булалар. Был инде ремонт ваҡытында тарый торған күңелһеҙ осраҡтар.
Әйткәндәй, Шамонин ҡасабаһына барыһы ла бер юлы күсеп барғанға күрә, күршеләр, коллегалар, дуҫтар бер-береһе менән кәңәш ҡороп ниәтләй. Венер Камалов күршеһе, милли оркестр дирижеры Линар Дәүләтбаев менән алдан һөйләшеп, ҡойманы бер иштән ҡуялар. Ул зауыҡлы ла, матур ҙа килеп сыҡҡан. Венер Мөнир улы әйтеүенсә, журналдар ҡарап өй һалырға ваҡыты булмаған уның, әммә иғтибарға лайыҡ үҙенсәлекле интерьерҙары бар. Аш-һыу бүлмәһенең бер яҡ диуарын ул тулыһынса быяланан ҡуйҙыртҡан. Заказ менән эшләнгәнгә күрә, хаҡы ла ҡыйбат ҡына. Ҡыш көндәре донъяның ап-аҡ шәлгә төрөнгәнен, ә көндәр йылынғас, йәйҙең сихри мәлдәрен күҙәтеп ултырып сәй эсеүҙәр үҙе ни тора! Был инде йорт хужаларының асыҡ күңелле, яҡты йөҙлө кешеләр булыуы хаҡында һөйләй.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.