-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
9 Ғинуар 2020, 12:26

«Еңел пар йәки Яңы йыл менән...»

Бейеү – уның бар тормошо. Сәхнәлә башҡорт ир-егетенең мөһабәт һынын, саялығын, ғорур холҡон һәм тәбиғи сибәрлеген кәүҙәләндергән бейеүсе ул Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов. Тормош иптәше Светлана менән өс балаға ғүмер биргән, алты ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булған күркәм ғаилә йорт хужалығына журнал биттәрендә урын бирҙек.Риф Ғәбитов ихатаһында үҙ ҡулдары менән ғәжәйеп шәп мунса һәм үҙенсәлекле деталдәрҙән торған интерьерҙар булдырған.

Яңы йыл байрамы төрлө мөғжизәләре менән килә. Тылсым, илаһилыҡ, ғәжәйеп донъя – был байрамдың асылы. Өфөнән алыҫ түгел Жилино ҡасабаһында йәшәүсе Риф Ғәбитов та Яңы йылға урамдағы шыршыһын биҙәй. Быйыл да ул декабрь баштарында уҡ йәшел ҡупшыҡайын матурлап ҡуйған.
– Артыҡ нәмә элмәнем, ләкин уның уттары алыҫтан янып, кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып тора, – ти артист.
Ижади кеше булыу һәр нәмәлә сағыла. Сәхнәлә иҫ киткес үҙенсәлекле бейеүҙәр һалыусы ижадсы тормошта ла матур, зауыҡлы йәшәй.
Риф Ғәбитовтың урамында тәү күҙгә салынған ҡаралты – мунса һәм уның янындағы ҙур кәрзин.
Мунса – әкиәт донъяһы. Уның һәр бер детале, интерьерҙың һәр өлөшө тап әкиәт сюжетын хәтерләтә. Ҡыш бабайҙың урман йортомо, әллә йәнлектәр йәшәйме?
– Барыһы ла – урмандан. Был ағас ботағы кеҫәрткегә оҡшаған, ә быныһы – ҡарышлауыҡ, ағасҡа үрмәләп бара кеүек ул. Шуларҙы эҙләп табам да, йышып, лакка буяп, тигеҙ бүрәнәләргә ҡатам, – тип аңлата артист.
Шуға Риф Ғәбитовтың мунсаһында кеҫәрткене генә түгел, йыланды ла, башҡа урман йәнлектәрен дә күрергә мөмкин. Ағастарҙың киҫелгән түңәрәктәрен дә оҫта файҙаланған артист. Уларҙан декор яһаған да өҫтөнә матур көҙгө элеп ҡуйған.
Тупһала йүкә ағасынан эшләнгән семәрле таяу тора. Уны бүрәнә көйө терәтеп ҡуйып эшләгәндәр. Ә оҫталары – Риф һәм Светлана Ғәбитовтар. Электр бысҡыһы, балта, йышҡы ярҙамында ошондай матур тупһа килеп сыҡҡан.
– Ҡулы белгән кешегә бер нимә лә кәрәкмәй. Атайҙан өйрәнеп ҡалғаныма ҡыуанып бөтә алмайым. Тыуған яғым – Белорет районының Аҙналы ауылы. Атайым ошондайыраҡ эштәргә бик оҫта булды, – тип һөйләй Риф Ғәбитов.
Жилино ҡасабаһындағы йортона артист 10 йыл элек күскән. Уны ла ҡатыны менән бик оҙаҡ эҙләгәндәр. Бер нисә тапҡыр килеп ҡарағандар. Әҙер йорт, әллә ни үҙенсәлеге юҡ, әммә янындағы урманлыҡ бөтә етешһеҙлектәрҙе лә юҡҡа сығарған. Риф Ғәбитовтың сәләмәтлек һуҡмағы ла бар унда. Саф һауала һуҡмаҡты көнөнә бер нисә тапҡыр урап сыға. Шунда таба ла инде үҙенә кәрәк эш материалдарын.
Әйткәндәй, Риф Ғәбитовтың мунсаһы ике ҡатлы буласаҡ. Ундай мунсалар ҙа була икән? Өҫтә, ҡыйыҡ башында, бер бүлмә әҙерләнә. Эсендә ваҡ-төйәк эштәре ҡалған. Икенсе ҡатта Риф Фәтих улы башҡорт тирмәһе эшләй. Буласаҡ бүлмәнең каркастары ҡуйылған, артист яйлап материалдар йыя.
Тыштағы баҙ ҙа – Риф Ғәбитовтың ғорурлығы. Уны ул тормош иптәше Светлана өсөн уңайлы булһын, ҡатын-ҡыҙ кәрәк нәмәһен алғанда тәрән, уңайһыҙ баҙға төшөп ыҙаламаһын тип эшләгән. Артистың баҙы – ҙур бер подвал, унда уңайлы баҫҡыстар төшә. Өҫтөнә йылытма (теплица) ҡуйылғанға, баҙ ҡышҡы запасты ла яҡшы һаҡлай.
Риф Ғәбитовтан тағы бер идея – ул гаражында аяҡ кейемдәре өсөн айырым һауытлы стеллаж яһаған. Унда барлығы 64 пар туфли, кроссовки, итек һыйған. Йәй көндәре бында ҡышҡы, ҡышҡыһын йәйге аяҡ кейемдәре һаҡлана. Һәр нәмә үҙ урынында.
– Һеҙ ниндәй осраҡта ремонт эшенә тотонмаҫ инегеҙ? Аҡсағыҙ булған хәлдә лә...
– Уйланылмаған, сығымлы ремонт эшенә тотонмайым. Минең йортомда һәр нәмә кәрәкле. Артығы юҡ. Ижади ҡараш, илһам менән эшләргә тырышам. Бейеү һалғанда үҙемде нисек яуаплы тотам, төҙөлөш эшендә лә шулаймын.
– Риф Фәтих улы, уҙған Ҡабан йылы нимәһе менән иҫтәлекле булды?
– Ҡабан – ҡабан инде. Зарланырлыҡ ҡурҡыныс нәмәләр булманы. Аллаға шөкөр. Ләкин артыҡ иҫтә ҡалырлығы ла юҡ. Үҙ йортобоҙ булғас, балалар ошонан өҙөлмәй. Мин ейән-ейәнсәрҙәргә шыршы биҙәйем, ҡар һындар эшләйем. Быйылғы Ҡомаҡ йылына ла әҙерләндек. Тик, ҡар булмау сәбәпле, һуңғараҡ ҡалдыҡ. Ҡомаҡ бик имәнһеҙ хайуан. Уны нисегерәк итеп эшләйһең. Ҡар өйөмөн өйәһең дә, ҡолаҡтарын, моронон, ике күҙен төртөп ҡуяһың.
– Һеҙ, ижад кешеһе булараҡ, яңы бейеүҙәр ҡуйыу эшен дә туҡтатмайһығыҙ. Социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙҙә лә төрлө бейеүҙәрҙең тарихы, костюмдар...
– Эйе. Бейеү – ул минең булмышым. Яңы композициялар хаҡында һәр ваҡыт уйлап йөрөйөм. Әле «Аҫаба» тигән бейеү һалырға ниәтем. Аҫабаның нимә икәнлеген тәрән аңларға кәрәк. Боронғо фотоны, ундағы башҡорттарҙың кейгән кейемдәрен күрҙем дә бейеү һалыу теләге тыуҙы. Бейеү шул фотоға нигеҙләнәсәк. Хатта мин уның хәрәкәттәрен дә күрәм. Был үҙенә күрә беҙҙең данлы ата-бабаларыбыҙға хореографик һәйкәл буласаҡ.
– Бейеү һалғанда иң ауыры нимә? Уның тарихын өйрәнеүме?
– Әлбиттә, уныһы ла бар. Тарихын өйрәнмәйенсә бейеү һалып булмай. Ләкин бейеүҙең сығымдары күп. Бер бейеүгә ике миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. Иң ҡыйбаты уның – костюмдары. Аҡсаларҙың ҙур өлөшө шунда сарыф ителә. Шуға бик анһат эш түгел ул.
– Ҡомаҡ йылын ҡаршылағанда журнал уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Ҡомаҡ – ул имәнһеҙ булһа ла, бик бөтмөр, үҙен ҡайғырта торған хайуан. Шуға ла мин йыл мул, уңышлы килһен, тип теләйем. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, бер-беребеҙҙе һаҡлап йәшәйек. Йыл тик яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: