0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
5 Декабрь 2019, 18:00

«Ғаиләбеҙ ошо йорттан башланды!»

Икеһе лә бер мөхиттә ҡайнаған ижади ғаиләләрҙең береһе – Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың күркәм йорто Өфөнән алыҫ түгел. Уларҙың хыял өйө тап Хыял ҡасабаһында урынлашҡан.

Хыял ҡасабаһының Һауала осоусылар урамында йәшәй Усмановтар.
– Ике яҡтағы күршеләребеҙҙең исемдәре Илдар, шуға бәхетлебеҙҙер, тим, – тип ҡаршылай Хәсән Усманов.
Бөрйән ҡыҙы Зилә менән Әбйәлил егете Хәсән өс йыл дуҫлашып йөрө­гәндән һуң өйләнешә. Ул ваҡытта Зиләгә – 21, Хәсәнгә 28 йәш була. Хәсән өй­ләнер алдынан баш ҡала янында ер алып ҡуя. «Эй, оҙаҡ йөрөнөм мин уның артынан. Бөтә бюрократия системаһын саҡ үтеп бөттөм», – тип хәтерләй йырсы.
Тимәк, Зилә ханым йәш кенә көйө, бик өмөтлө егетте эләктергән.
– Хәсәндең бик йүнсел, тырыш кеше икәнлеген өйләнешкәс, йорт һала башлағас ҡына күрҙем. Иреңдең ҡулы эш белеүе бик уңай икән ул. Өҫтәүенә, Хәсән кеше эшләгәнде яратмай, барыһын да үҙ ҡулдары, тырышлығы менән башҡара. Еренә еткермәйенсә тынысланмай. Шуға ла ҡыҙҙарға, уҡы, кеше бул, тип әйтерҙән алда, яҡшы кейәүгә бар, тиергә кәрәк. Өфөлә, Рәми Ғарипов исемендәге беренсе интернат-гимназияла уҡыған ваҡытта, беҙҙең бер тәрбиәсебеҙ гел шулай теләне. Йыйып алыр ине лә, малайҙарға бына һин – төҙөүсе, һин архитектор булаһың, ә, ҡыҙҙар, һеҙгә – яҡшы кейәү тап килһен, ти торғайны. Уның теләге ҡабул булды, Аллаға шөкөр!
Был ғаиләгә дөйөм ятаҡ тормошо ла ят түгел. Оҙаҡ ҡына ваҡыт шунда көн итеп, ятаҡтан тамам арығас, хыял өйөнә тотона улар. Усмановтарҙың йорто туғандарының ярҙамы менән күтәрелгән. Атаһы, ҡайныһы ярҙам иткән. Фатиханы ла улар биргән. Әйткәндәй, Хәсән Усмановтың атаһы ваҡытында етәксе урындарҙа эшләһә лә, ауылда балта оҫтаһы булараҡ та танылыу алған. Атаһының һәләте йырсыға ла күскән.
– Ә кем йырлай ине һуң?
– Әсәйем дә, атайым да, хатта өләсәйем дә йырланы, атайым баянда уйнай ине, – ти артист.
Шуның өсөн дә Хәсән Усманов үҙенең хеҙмәт юлын артист булып башламаған. Тәү һөнәре – төҙөүсе. Бына ҡайҙан килә уның оҫталығы! Усмановтар йорт һала башлағанда бында өйҙәрҙең ишараты ла күренмәй. Ҡола яланда ағастан йорт күтәрә улар. Хәҙер генә йәштәрҙең ағас йорто тирәләй мәрмәр һарайҙай зауыҡлы йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Ул ваҡытта ҡаланан әллә күпме алыҫ тип һаналһа ла, хәҙер Хыял ҡасабаһы – иң төшөмлө урындарҙың береһе. Ере бик ҡыйбат.
Ихатала бар нәмә Хәсәндең үҙ ҡулдары менән эшләнгән. Үҙенсәлекле ҡоймалар, ҡоҙоҡтоң декорына тиклем үҙе яһаған артист.
– Ҡоймалар бик матур...
– Эйе, тәҙрә уйғандан һуң ҡалған бүрәнәләрҙе әрәм-шәрәм итеп ташламаным. Уны ҡойма итеп файҙаландым. Бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Уға буяуҙы ла үҙем яһаным.
– ?..
– Нимәгә аптырайһығыҙ? Шулай итһәң, бик осһоҙға барып төшә. Ингредиенттар һатып алам да, бутап тороп, ҡайнатам. Уның составында он да, сурик та бар, матур буяу килеп сыға...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: