-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хыял өйө
8 Ноябрь 2019, 13:27

Күңел йорто

Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллинда ҡунаҡта. Артист Булгаково ҡасабаһында туғандары ярҙамы менән һалған күркәм йортта йәшәй. Вилдан Хәлиҙәр улы тормошта билдәле халыҡ мәҡәленә таяна: ағас ултыртыу, ул үҫтереү һәм йорт һалыу – ир-егеттең мөҡәддәс бурысы, ти ул.

Вилдан Яруллин Учалы районында 8 балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Әлбиттә, ул ваҡытта зауыҡлы, ҙур йорттар хаҡында уйлау түгел, тик хыялында ғына йөрөтә егет. Әсәһе –һауынсы, атаһы ябай тракторсы булып эшләй.
– Йәшәү, көн итеү барлыҡ совет кешеләре кеүек ябай ғына булды. Шуға ҡарамаҫтан, атай-әсәйем беҙҙе кәм-хур итмәне, яҡшы тәрбиә биреп, үҫтереп сығарҙы. Бала ваҡыттан ҙур, ағас еҫе аңҡып торған йортта йәшәргә хыялландым. Минең хыял өйөм тап ошолай булырға тейеш ине, – ти артист.
Вилдан Хәлиҙәр улы үҙенең йортон 2004 йылда һала башлай. Ағас бураны тыуған яғы – Учалы районынан алып килә. Уны бер туғандары, ҡайнаға һәм ҡайныһы күтәрешергә ярҙам итә. Дөрөҫөрәге, улар тулыһынса һалып бирә. Йорт үҙенсәлекле стилдә төҙөлгән. Тыштан ул ябай, ҙур ауыл өйөн хәтерләтә. Ә ғәмәлдә иһә йорт ике ҡатлы. Эстән ул бик зауыҡлы. Икенсе ҡатын хужа кедр ағасынан күтәрткән. Шуға күрәлер уны буятмаған да, аҡлатмаған да, тәү көйө ҡалдырған. «Был йортто ла ауылды иҫкә төшөрөү, тыныслыҡ өсөн һалдым», – ти Вилдан.
Аҫҡы ҡаттағы стиль көнсығыштыҡына тартымыраҡ. Ҡунаҡ бүлмәһендә боронғо әйберҙәр кибетенән алынған ысын һинд өҫтәле, арыраҡ таш камин һәм шул уҡ материалдан эшләнгән бер тумба. Тәбиғи талдан үрелгән ултырғыстар. «Артыҡ стиль хаҡында уйланмайым. Әйбер оҡшай икән, һатып алам да ҡуям», – тип аңлата беҙгә артист. Тик уның барыбер ҙә тәбиғи әйберҙәргә – ағасҡа, ташҡа өҫтөнлөк биреүе күренеп тора. Бөгөн кейемдә лә, йыһазда ла тәбиғилек баһалана. Тәбиғи – тимәк, сифатлы, ҡыйбат, тип әйтә торған белгестәр.
Кеше тәүтормоштан тәбиғәт балаһы бит. Тик замана күптәребеҙҙе таш йорттарға, мәрмәр диуарҙарға индереп бикләне. Вилдан Яруллин үҙенең стиль йүнәлешендә киреһенсә тәбиғәткә яҡын булырға тырыша. Ул ихатаһында ла хужалыҡ тота, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән шөғөлләнә. Ҡырҙа йылҡы малы аҫрай, бал ҡорто, ҡуяндар, тауыҡ үрсетә. Хатта Вилдан Яруллиндың урамында ҙур ғына маһмайы һәм бесәйҙәре лә бар. Артист әйтеүенсә, йорт хайуандарын яратыуын белгән дуҫтары бөтә бесәйҙәрҙе лә уға алып килә.
Вилдан Яруллиндың тағы бер шөғөлө – һунар. Был кәсепкә ул йәнлектәрҙе атыу өсөн йөрөмәй, ә тағы ла тәбиғәткә яҡын булыу, илһам алыу өсөн бара. Хужаның ошо шөғөлө йорттоң биҙәлешендә лә һиҙелә. Бынан тыш, артист дин ҡанундарын да тоторға тырыша. Уның өйөндә әсәһенең тәсбихе, намаҙлыҡтары ла һаҡлана. Буш ваҡыттарында өҫтәл теннисы уйынын, бильярд ярата.
– Йыл һайын төрлө райондарҙан бер һауыт бал алдырам. Бөрйәндең солоҡ балына еткән ризыҡ юҡ. Хәйбулланан үҙенсәлекле бал алып киләләр. Әгәр ҙә мин артислыҡҡа уҡымаһам, бер ҙур ғына фермер булыр инем. Ләкин был хыялымды хаҡлы ялға сыҡҡас тормошҡа ашырырмын, тип уйлайым.
– Һеҙгә яуаплы вазифа йөкмәтелгән. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының директоры. Нисек эш башланығыҙ?

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.



Читайте нас: