Өфөгә күсеп, баш ҡаланан ситтә яртылаш төҙөлгән айырым йорт алыу мөмкинлеге сыҡҡас та Наилә Әбделхәй ҡыҙы хыял иткән өйөн күҙ алдынан үткәрә: «Ул тап ошолай булырға тейеш ине. Мине тормош иптәшем Хәкимйән дә хупланы һәм ярҙам итте», – ти әңгәмәсебеҙ.
Йорт һөҙәк тау битләүендә ултыра. Наилә Сәфәрғолова өсөн тап шундай ер кәрәк була. Йәш ғаиләнән һатып алынған яртылаш әҙер йортто улар үҙҙәренсә, зауыҡ менән ҡайтанан эшләп ултырта.
Йорт тирәләй ерҙе күтәртеп терраса эшләтеп ҡуя Наилә апай. Уның да сере бар. Ултырып сәйҙәр эскәндә тирә-яҡта асылған хозур тәбиғәт күренеше иҫ киткес матурлыҡ бирә, күңелдәрҙе илертә, донъяның камиллығын яңынан асҡандай була. Террасанан төшкәс хужабикәнең уңайлы ғына кирбес мейесе урынлашҡан: «Был инде дуҫтар, туғандар, таныштар килгәндә урамда тиҙ генә бешеренеп алыу өсөн бик тә уңайлы», – ти ул.
Ысын дуҫтарың булғанда йәшәүе еңелерәк. Наилә Сәфәрғолованың ағас мунсаһы, аласығы – класташтарының бүләге. Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылында тыуып үҫкән, 1-се республика интернат-гимназияһын тамамлаған, театр белгесе өсөн әле лә класташтары иң яҡын дуҫтары, терәк-таянысы булып ҡала. Шуларҙың береһе Гөлназ (хәҙер мәрхүмә) һәм Минихан Ғәйнетдиновтар ошо мунсаны бурап бүләк итә уға.
Халыҡ телендә аласыҡ, усаҡлыҡ, мал өйө тип тә йөрөтәләр. Героинябыҙ яҙҙан алып көҙгә тиклем ваҡытын ошонда үткәрә, яҙыша, сценарийҙар өҫтөндә эшләй. Наилә Сәфәрғолованың аласығы бәләкәй генә бер музейҙы хәтерләтә. Уның интерьерында бер генә лә осраҡлы әйбер юҡ. Пәрҙә-ҡорамалар, картиналар, ағас йыһаздарҙың барыһы ла кемдеңдер исеме, булмышы, ярҙамы менән бәйле.
Урам эсендәге күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр – гортензияларға ҡарап, һоҡланып барып инәбеҙ төп өйгә. Наилә Әбделхәй ҡыҙының хыял иткән өйө хужабикәнең ижади, үҙенсәлекле кеше булыуы хаҡында һөйләй. Йорт эстән дә һыланмаған, аҡланмаған. Хәҙер интерьерҙа боронғоса ағас стена кире модаға ҡайта. Бүрәнәләрҙе Наилә Әбделхәй ҡыҙы үҙе йышып, элекке буяуынан таҙарта. Һуңынан уны бер нисә тапҡыр махсус буяу менән ҡабаттан буяй. Сығып торған бүрәнәләрен ҡаплатып унда колонна формаһында бер бағана эшләтеп ҡуя. Был уларҙың класташы Илдар Фәттәховҡа махсус заказдары була, ишектәрҙе лә ул яһап бирә. Тәҙрәләр ҙә хужабикәнең теләге буйынса иҙәндән түшәмгә тиклем ҡуйыла.
– Ауыл өйөнә үҙенә бер ҡараш булырға тейеш. Ҡатлы йортта аҡлап буяның йәки обой йәбештерҙең дә бөттө. Бында эш күпкә ҡатмарлы, – ти әңгәмәсебеҙ.
Өйҙәге йыһаздар ҙа аласыҡтағы кеүек тарихлы, өй хужалары өсөн үтә ҡәҙерле булып сыҡты. Ундағы өҫтәлдәр, комод, трюмоларҙы кемдер эшләп биргән йә бүләк иткән. Быны улар реликвия итеп һаҡлай.
– Өйҙөң стилен яҡынса нисек атар инегеҙ? – тип һорайым хужабикәнән.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.