+5 °С
Облачно
Хуш киләһең, Яңы йыл!
30 Декабря 2022, 08:10

«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2022 йылғы лауреаттары

Лауреаттарыбыҙҙың һөйөнөсөн уртаҡлашабыҙ, киләсәктә лә уларға ижади бейеклектәр теләйбеҙ! «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы менән емешле хеҙмәттәшлек иткән бөтә авторҙарға ҙур рәхмәт!

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  2022 йылғы лауреаттары«Башҡортостан ҡыҙы»ның  2022 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2022 йылғы лауреаттары

Тәнзилә Дәүләтбирҙина – 3-сө һанда баҫылған ҡатын-ҡыҙ күңеленең нескәлеге, иң яҡты мөхәббәт хистәре менән һуғарылған «Матурҡай» һәм 6-7-се һандарҙа донъя күргән аяуһыҙ тормош ысынбарлығын образлы итеп һүрәтләгән «Ҡарғыш» исемле хикәйәләре өсөн.

 

Альбина Ишморатова – йыл дауамында «Тәбиғәткә сәйәхәт» рубрикаһы аҫтында тыуған яҡ тәбиғәтебеҙҙең иң хозур мөйөштәре менән таныштырған һәм уларҙың илаһи матурлығы серен асҡан мауыҡтырғыс мәҡәләләр шәлкеме өсөн.

 

Надежда Крылова – уҡыусылары­быҙҙың хоҡуҡи мәғлүмәтлеген күтәреүгә йүнәлтелгән, ғаиләне яҡлаусы ҡануниәтте төшөндөргән һәм мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлан­дырған «Һәр балаға – әсә наҙы, ата һөйөүе» (6-сы һан), «Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!» (7-се һан) тигән әңгәмәләре, «Йыһан ҡанундары көслөрәк» яҙмаһы (12-се һан) өсөн.

 

Гөлнар Төхбәтова – йыл дауамында журналыбыҙҙың күркәм булып нәшер ителеүендә верстка инженерының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, хеҙмәттәшебеҙҙең тырыш һәм ентекле эшмәкәрлеге өсөн.

Автор:
Читайте нас