Ананас салаты
Башта һуғанды ваҡлап турап ҡайнар һыуҙа 10 минут тотабыҙ. Бешереп әрселгән картуфты ҡырғыста үткәреп һалғас, өҫтәнә һуған , уның артынса майонез йәйәбеҙ. Өсөнсө ҡатламға ҡырғыста үткәрелгән ветчина япҡас, тағы майонез һөртәбеҙ. Дүртенсе ҡатламға ҡырғыста үткәрелгән йәшел алмаға лимон һуты ҡушып һалабыҙ. Уны ҡырылған йомортҡа ҡатламы менән ҡаплайбыҙ. Тағы майонез һөртәбеҙ. Уртаға туралған ананас һалабыҙ һәм тағы алма ҡатламын ҡабатлайбыҙ. Уны йомортҡа ҡатламы менән ябабыҙ. Түмәләскә йомортҡа һарыһы һипкәс, майонездан сатраштар эшләйбеҙ. Сатраш эсенә әстерхан сәтләүеге теҙәбеҙ. Ананас формаһындағы салат осона йәшел һуғандан япраҡтар эшләйбеҙ. Был да өҫтәл йәме булырлыҡ салат. Уны бер урынға ҙур итеп эшләргә була. Ҡунаҡтар уны йөрөтөп тарелкаларға һалып ала.
Өсөнсө салат ябай ғына. Ҡытай кәбеҫтәһен турап, өҫтөнә быҡтырылған тауыҡ итеп турайбыҙ. Ҡыҙыл һуғанды балдаҡлап турап төшөрәбеҙ. Ҡыярҙы эре итеп киҫеп һалабыҙ ҙа килеп сыҡҡан массаны майонез менән бутағас,өҫтөнә сырлы сохарийҙар һибәбеҙ.
Өйрәкте үҙенсәлекле генә итеп табынға бирергә була.
Табаҡҡа йылымса һыу ҡойоп бер әфлисун һутын һығып һалабыҙ, бер ҡалаҡ тоҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ. Өйрәкте 12 сәғәткә шул һыуҙа ҡалдырабыҙ. Тышына һәм эсенә соя соусына зәйтүн майы, паприка, кари, тоҙ, ике ҡалаҡ бал һалып бутап тышына һөртөп сығабыҙ. Эсенә йәшел алма, әфлисун тултырғас, уны шпашкалар менән ҡыҫтырабыҙ. Башта пергамент ҡағыҙына, аҙаҡ фольгаға урап, ҡыҙыу мейескә ҡуябыҙ. Сәғәт ярым бешкәс, өйрәкте ҡағыҙҙан алып, тышына ҡалған соусты һөртөп, тағы 20-30 минутҡа духовкаға тығабыҙ. Өйрәк шундай һутлы һәм ауыҙҙа иреп торған булып бешеп сыға. Өйрәк ҡуйыласаҡ тарелкаға йәшел салат япраҡтары йәйеп, эргәһенә әфлисун киҫәктәрен һалып сыҡһаң, күрер күҙгә байрам ғына була!
Табынға шулай уҡ брускетталар ҙа йәм өҫтәй. Тостерҙа йәки ҡыҙған табала киптерелгән батон телемдәре өҫтөнә авакадо һәм эремсекле сырҙан яһалған массаны өҫтөнә йәйәбеҙ. Тоҙланған семга балығы телемен һалып, йәшел тәмләткес үлән менән биҙәйбеҙ.
Аҙыҡты бешергәндә мотлаҡ күтәренке кәйефтә булырға кәрәк. Ниндәй ҡунаҡ килеүенә ҡарап та уңа ризыҡ. Өҫтәлгә йәйелән ашъяулыҡ та, һәр ҡунаҡҡа биреләгән салфеткалар ҙа алдан уйланылған булырға тейеш. Тарелкла, ҡалаҡтар ҙа бер иш кенә булып, уларҙың таҙа, ялтырап тороуынан күңел күтәрелә.
Табынға ҡуйылған һут һәм компотты ла туңдырылған емештәрҙән үҙем яһауғанды хуп күрәм.
Яңы йыл ҡотло килһен, өҫтәлдәрегеҙ ниғмәттәрҙән һығылып торһон, үҙегеҙгә сәләмәтлек, күтәренке кәйеф теләйем.