-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
15 Декабрь 2022, 15:15

Семәрле перәник

Ҡамыр өсөн: 150 грамм бал, 50 грамм аҡ май, 250 грамм шәкәр, 3 йомортҡа, 5 ҡалаҡ һөт, 500 грамм он, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 ҡалаҡ тәмләткестәр (ғәҙәттә, бындай перәник өсөн ҡәнәфер, әнис,  дәрсен, кардамон, хуш еҫле борос, баҙыян алына, какао ҡушырға ла була);  шәкәр шәрбәте (глазурь) өсөн: 180 грамм самаһы шәкәр онтағы (пудра), 1 йомортҡа ағы, 1 ҡалаҡ крахмал, 1 балғалаҡ лимон һуты кәрәк.

Семәрле перәник
Семәрле перәник

Һүрән генә утта балды май менән иретәбеҙ, шәкәр ҡушабыҙ ҙа, болғата-болғата иреп бөткәнсе тотабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, йомортҡа һытабыҙ, һөт ҡоябыҙ ҙа бутайбыҙ. Аш содаһы, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Аҙ-аҙлап он һалабыҙ, ҡамыр баҫабыҙ. Шунан уны шыптырға һалып, 12 сәғәткә йәки бер нисә көнгә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ҡамырҙы 0,5 сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ. Печенье өсөн махсус форма йә стакан менән перәниктәрҙе ҡырҡабыҙ (ҡатырғанан үҙегеҙ теләгән һүрәтте киҫеп алып, шуның буйынса ҡырҡырға ла мөмкин).

Пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға теҙеп һалабыҙ ҙа алдан 180 – 200 градусҡаса эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ.  7 – 10 минут, өҫтө алһыуланғансы, бешерәбеҙ. Рәүешен юғалтмаһын өсөн, тигеҙ генә урында һыуытабыҙ.

Һыуынғас, шәкәр шәрбәте менән биҙәйбеҙ.

Шәкәр шәрбәте ошолай эшләнә.

Шәкәр онтағын иләйбеҙ. Йомортҡаның ағына бер нисә ҡалаҡ шәкәр онтағы ҡушабыҙ ҙа яҡшылап туғыйбыҙ, ул күбекләнеп торорға тейеш. Лимон һуты, крахмал өҫтәйбеҙ. Туғый-туғый, аҙлап шәкәр онтағын ҡушып барабыҙ. Әҙер шәрбәт ҡуйыра, ҡалаҡтан ағып тормай.

Шәкәр шәрбәтен кондитер ҡапсығына йә шприцҡа тултырабыҙ ҙа перәникте семәрләп биҙәйбеҙ. Махсус ҡулайлама булмағанда, шәрбәтте ғәҙәти шыптырға һалырға, уның бер мөйөшөн бәләкәс кенә итеп тишергә лә шулай ҡулланырға мөмкин. Аҙыҡ-түлек өсөн буяу ҡушып, шәрбәтте төҫлө итергә лә була.

Оҙаҡ һаҡланған бындай перәникте бер ай алдан әҙерләп ҡуйырға ла мөмкин, ваҡыт үтеү менән ул тағы ла тәмләнә.

Перәникте  тәмләтер өсөн бер  аҙнаға быяла һауытҡа һалып, эргәһенә әфлисун ҡабығы йәки алма киҫәге төшөрәләр ҙә яҡшылап ябалар. Әфлисун ҡабығын, алманы көн һайын алмаштырып торалар.

Перәник өсөн иң тап килгән тәмләткестәр: имбир тамыры, дәрсен, ҡәнәфер, кориандр, кардамон, мөшкәт сәтләүеге, хуш еҫле борос, әфлисун ҡабығы (цедра), какао.

Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөнә йомортҡа яҡһағыҙ, перәниктәрегеҙ ялтырап торор.

Ҡарабойҙай балы перәниккә үҙенсәлекле төҫ, хуш еҫ бирер.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: