+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
30 Декабрь 2021, 12:32

Хәйерле сәғәттә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусылар!

Республикабыҙҙа ғаилә һәм ҡатын ҡыҙҙар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан берҙән бер журналыбыҙ яңы – 2022 йылды бәрәгәйле  уңыштар, киләсәккә ҙур өмөттәр менән ҡаршылай.

Хәйерле сәғәттә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусылар!
Хәйерле сәғәттә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусылар!

Үтеп барған йылға күҙ һалғанда, ул журналистарыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Матбуғат саралары өсөн Красноусол шифаханаһында Медиафорум үтеүе, унда Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыуы, матбуғат үҫеше өсөн унда мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүе менән дә ул мөһим ине. Уның һөҙөмтәһендә медиамәктәп ойошторолоп, танылған оҫталарҙың журналистарҙы социаль селтәрҙәрҙә эшләү һабаҡтарын биреүҙәре сағыу булып хәтергә уйылды.

Йыл аҙағында һөйөнөслө яңылыҡ алып ҡыуандыҡ. Баҫмабыҙ «Матбуғаттың алтын фонды» конкурсы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә донъя күргән 123 баҫма менән бер рәттән «Матбуғаттың алтын фонды – 2022» билдәһенә лайыҡ булды! Башҡортостандан I, II һәм III дәрәжә билдә алыусылар исемлегендә 13 гәзит һәм журнал, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла бар. Беҙҙең редакция I дәрәжә знак менән билдәләнде.

Йыл әйләнәһенә уҡыусыларыбыҙҙы матур-матур очерктар, һүрәтләмәләр, хикәйләр, шиғырҙар менән ҡыуандырҙыҡ. Үкенескә күрә, журналдың ҡағыҙ версияһы йылдың-йылы кәмей бара. Уның ҡарауы, социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең төркөмгә яҙылыусылар арта. Ҡайҙа ла беҙҙең журналды таныйҙар, ул республикабыҙҙың брендтарының, йөҙөк ҡаштарының береһе.

Киләһе йылда ла бергә ҡалайыҡ! Матбуғатҡа яҙылыу – ул туған телебеҙҙе үҫтереүгә, уны һаҡлауға тос өлөш тип, бик яуаплы ҡарауыбыҙ мөһим.

Яңы йыл ҡотло килһен! Өлгәшкән уңыштарыбыҙ ҡыуандырһын! Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ теләйем! Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Төклө аяғың менән уҙ, яңы 2022 йыл!

 

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: