+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
31 Декабрь 2020, 10:00

Яңы 2021 йылыбыҙ ҡотло булһын!

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, серҙәштәр, әхирәттәр!Яңы йылда барыһы ла ғәҙәттәгесә, иҫкесә кеүек. Әммә Яңы йыл менән бергә бөтә Ер йөҙөнә яңы ҡөҙрәт, яңы тулҡын, яңы кисерештәр килә. Бөтә ғаләм яңырыш кисерә. Бәлки был бөтә кешелек бер юлы изге теләктәр, яңы өмөттәр тулҡынына көйләнеүенән хасил булған мөғжизәлер. Бар кешелек ошо мөғжизәгә ышана. Шунһыҙ ул илһамлы, ҡөҙрәтле, изгелекле булмаҫ ине.Яңы йыл һеҙгә яңы мөғжизәләр асһын! Көйөнөстәр артта ҡалып, һөйөнөслө юлға аяҡ баҫайыҡ. Һыйыр йыры һыйлы йыл, тигәндәр. Еребеҙгә, бөтә кешелеккә бәрәкәтле, бәхетле йыл килһен. Ғаиләләр тарҡалмаһын, нығынһын. Йөрәктәрҙе мөхәббәт йылытһын. Күңелдәрҙе моң ҡанатландырһын. Яңы 2021 йылыбыҙ ҡотло булһын!“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева.

Читайте нас: