+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
30 Декабрь 2019, 18:29

Сысҡан йылы килә!

Киләһе Сысҡан йылының төҫө – аҡ, есеме – металл. Көнсығыш илдәрендә Сысҡан (Ҡомаҡ) тәбиғи аҡыл, байлыҡ-муллыҡ, һәр килеп тыуған хәлдән дә сыға белеү оҫталығына эйә тип һанала. Риүәйәт буйынса ла ул, үгеҙҙең арҡаһына менеп ултырып, үҙенең хәйләкәрлеге менән мөсәлдең башында тәүге булып урын ала бит!Башҡорттар ҙа борон һәр йылдың эйәһе бар, тигән ҡарашта булған. Сысҡан йылы –мөсәлдең беренсе йылы. Бөтә көнсығыш халыҡтарындағы ун ике йылдан торған мөсәлде кесе быуат тип йөрөтәләр.

Йылдарҙың төрлө хайуандар исеме менән аталыуының килеп сығышы хаҡында «Урал батыр» эпосында ла әйтелгән:
Ай, көн һайын Уралға
Төрлө йәнлек тулған, ти,
Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар
Килеү көнө кешегә
Ай, йыл һанап белеүгә
Исем булып киткән, ти.
Башҡорттарҙа айҙар һаны, уларҙың оҙонлоғо көн-һауа торошо, хужалыҡ-кәсеп күҙлегенән билдәләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар календарындағы утыҙ өс көнлөк айҙы – оҙон ай, ирҙәрҙең егерме һигеҙ көнлөк айын ҡыҫҡа ай тип әйтер булғандар. Шунан сығып, 13 айҙан торған йылды – оло йыл, 11 айҙан торған йылды – кесе йыл тигәндәр. Ләкин йылдарҙың олоһо ла, кесеһе лә үҙ-ара тигеҙ тиерлек.
Ислам дине ингәс, халҡыбыҙ ай календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ цикл да йәшәүен дауам иткән. Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән. Йыл исемдәре уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Сысҡан йылы – игенлек, тиҙәр. Мул уңыштар насип булһын Яңы йылда!
Яңы йылда беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?
1 ғинуарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә бер ни тиклем үҙгәрештәр көтөлә. Улар эскән килеш руль артына ултырғандарға, водитель танытмаһы алыу өсөн имтихан тапшырыусыларға, тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгәндәргә, транспорт һалымы түләүгә ҡағыла.
Водитель танытмалары, шулай уҡ хеҙмәт кенәгәләре лә электрон рәүештә тапшырылыуы бар.
Киләһе йылдан башлап реанимация бүлегендә ятҡан ауырыуҙар янына туғандары инә ала.
Пенсия йәшенә еткәндәр хаҡлы ялға ярты – бер йылға һуңлабыраҡ сығасаҡ.
Сысҡан йылында тыуғандар:
Шәкирйән Мөхәмәтйәнов, Кирәй Мәргән, Шәриф Бикҡол, Гөлли Мөбәрәкова, Әхтәм Абушаһманов, Нажиә Аллаярова, Флорид Бүләков, Гөлфиә Юнысова, Сабир Шәрипов, Миңлегөл Хисамова, Гөлнур Яҡупова, Рәүис Заһитов, Эльвира Юнысова.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: