+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
20 Декабрь 2019, 14:00

Яңы 2020 – Ҡомаҡ йылына ырым-юрауҙар

Яңы йылға бәйле ырымдар бик күп. 2020 йылда шуларҙың ҡайһыныһы әһәмәтле булмаҡсы? Иң тәүҙә, был ырымдар етеп килгән яңы йыл символы – Аҡ Тимер Ҡомаҡ менән бәйле.Ҡомаҡ көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙы, эксперименттарҙы яратмай. Алдын-артын ҡарап, һаҡ йөрөй. Уның төп һүҙе – стратегия. Теләктәрегеҙҙе теләгәндә был турала онотмағыҙ!

Ҡомаҡ йылында уңышты ҡойроғонан тотоп алыу өсөн юрауҙар:
– Эшләнеп бөтмәгән эштәрегеҙ булһа, мотлаҡ осларға тырышығыҙ. Әгәр булдыра алмаһағыҙ был эште бөтөнләй онотоғоҙ. Ҡомаҡтар тормошҡа ашмай торған хыялдарҙы яратмай.
– Өйөгөҙҙө йыуып, таҙартып сығығыҙ. Мөйөштәрҙә туҙан әҫәре ҡалмаһын. Шул осраҡта ғына Ҡомаҡ өйөгөҙгә уңыш алып киләсәк.
– Ҡыйһырытылған кешеләрегеҙ алдында ғәфү үтенегеҙ. Әгәр ғәфү итмәйҙәр икән, артыҡ борсолмағыҙ һәм был турала бөтөнләй онотоғоҙ. Сөнки Ҡомаҡтар түбәнселекте яратмай, тормошҡа бик ябай ҡарай.
***
– Өҫтәлгә аҡ япма йәйегеҙ. Ул – таҙалыҡ билдәһе һәм хужабикәнең ҡунаҡтарына ҡарата матур мөнәсәбәте. Шулай уҡ аҡ төҫ – ул тормошоңа яңы үҙгәрештәр ҡабул итергә әҙер булыуың тураһында ла әйтә. Унан киләһе йыл аҡ сысҡан йылы икәнен дә онотмайыҡ.
***
– Ҡунаҡтарығыҙға бүләктәр таратҡанда, эстән генә: «Бүләктәремде саф йөрәктән тапшырам, алмашҡа яҙмышымдан бәхет һорайым», – тип әйтегеҙ.
***
Май шәме менән өйөгөҙҙөң бөтә мөйөштәренән йөрөп сығығыҙ, ул кире энергияны яндыра. Был боронғо өй таҙартыу йолаһы.
***
– Иҫке һеперткегеҙҙе урамға сығарып ташлағыҙ, өйҙәге иҫке проблемаларҙан ҡотолорһоғоҙ. Уны яндырырға ла мөмкин. Яндырған ваҡытта: «Иҫке һеперке – иҫке сүп, йорттан, йәндән сығып кит», – тип әйтергә кәрәк.
***
– Байрам өҫтәле әҙерләгән ваҡытта барлыҡҡа килгән сүптәрҙе мотлаҡ яңы йылға ингәнсе өйҙән сығарып ташлағыҙ, сүп биҙрәһе буш булырға тейеш.
***
– Өйҙәге тормош-көнкүреш приборҙарын йүнәтегеҙ, шығырҙаған ишектәрегеҙҙе майлағыҙ, бушаған шөрөптәрҙе нығытығыҙ...
***
– Бүләктәр ҡабул итеү өсөн шкафтың бер кәштәһен бушатығыҙ, бүләктәр, көткәндәрен белеп, мул киләсәк...
***
Аҡса күп булһын өсөн
Яңы йыл Ҡомағы (Сысҡаны) хәстәрле һәм бик йыйнаҡ. Ул бер көн менән генә йәшәмәй, һәр ваҡыт запас әҙерләй. Беҙҙең тормошто етеш иттерерү өсөн был Сысҡандан нисек мөғжизәләр эшләтеп була ?
***
Шыршы биҙәгәндә, ритуал яңы йыл уйынсыҡтары булдырығыҙ. Был осраҡта сувенирҙар, тәңкәләр, сулпылар ҡулланып була. Шыршы уйынсыҡтарын фольгаға төрөп, эсенә изге теләктәр яҙып һалырға ла мөмкин. Тик был сувенирҙарҙы тишергә, киҫергә, елем менән йәбештерергә ярамай.
***
Бурыстарығыҙҙы ҡайтарып бөтөгөҙ!
* * *
Ҡунаҡтар килер алдынан ишек тупһаһы аҫтына тәңкә йәшереп: «Ҡәҙерле ҡунаҡтар, байлыҡ иленән килегеҙ, йортҡа муллыҡ алып инегеҙ!» – тип әйтеп, йәшерегеҙ.
***
Сәғәт телдәре һуҡҡан мәлдә, шампан менән тулы бокалға бер тәңкә төшөрөгөҙ. Һуңынын был тәңкәне ҡыҙыл төҫтәге муҡсаға һалып, бәйләп, үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ.
***
1 ғинуар көндө иҙәнде яңы һепертке менән тупһаның тышҡы яғынан, эскә ҡарай һеперегеҙ һәм әйтегеҙ: «Һеперте, һеперке, күп аҡса һепер!» Байрамдан һуң был һеперткене ҡәҙимге һепертке итеп ҡулланығыҙ.
***
Китек, ярыҡ һауыт-һабаны ташлағыҙ. Өйҙә һауыт-һаба күп, матур, бер төрлө булырға тейеш. Төрлө ҡалдыҡ һауыт-һаба – фәҡирлек билдәһе. Бер төрлө, хатта ҡиммәт булмаған ябай ғына һауыт-һаба ла – ул етеш тормош күрһәткесе. Төҫө, шәкеле, дәүмәле төрлө, хатта ҡиммәтле һауыт-һаба ла, йортта бола мөхите тыуҙыра. Был Сысҡанға оҡшамаясаҡ.
***
Байрамдан алда ла, байрамдан һуң да бер кемгә лә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ! Әгәр аҡса һораусыға ярҙам итәһегеҙ килһә – бүләк итегеҙ. Аҡса һалынған конвертты ҡыҙыл лента менән бәйләгеҙ.
***
Әгәр 2020 йылда үҙегеҙҙең кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын теләһәгеҙ, аҡса һауытығыҙға сысҡан һыны ҡырҡып һалығыҙ. Ул һын металдан, ҡағыҙҙан, таштан булырға мөмкин. Ҡомаҡ йылында был билдә уңыш килтерәсәк.
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас: