-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
19 Декабрь 2019, 18:53

Яңы йыл кисәһендә нисек кейенергә?

2020 йыл – көнсығыш календары буйынса аҡ металл сысҡан йылы, шуға күрә Яңы йылды аҡ, һоро, металл төҫтәрендәге кейемдәрҙә ҡаршыларға кәрәк. Уларҙың һәр береһе киләһе йылда үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә: аҡ төҫ – байлыҡҡа, мөхәббәткә; һоро – рух ныҡлығына; металлик – уңышҡа килтерә, тип һанала. Принттарға килгәндә, уларҙы образда ҡулланырға мөмкин, әммә үтә сағыу булмаһындар. Леопард, йылан, бесәй төшөрөлгән һүрәттәр тыйыла, сөнки улар – сысҡандарҙың төп дошмандары.

Белеүегеҙсә, төрлө ялтырауыҡтар бөгөнгө көндә бик актуаль, бигерәк тә Яңы йылда. Шуға күрә металл төҫөндәге пайеткаларҙағы кейемдәргә иғтибар итегеҙ, фото төшөргә теләһегеҙ, бындай образ ҡар фонында бигерәк тә уңышлы булыр. Пайеткалы кейемдәр һайлағанда, бәләкәй пайеткаларға өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки улар бөгөнгө көндә актуаль. Әгәр ҙә быларҙың береһе лә һеҙгә оҡшамаһа, сағыу төҫтәргә, йәғни ҡуйы ҡыҙыл, миләүшә, шәмәхә төҫтәрендәге кейемдәр һайлағыҙ. Ҡара төҫтө лә Яңы йыл байрамында ҡулланырға мөмкин, иң мөһиме – ул үтә моңһоу күренмәһен, шуға күрә ҡара төҫтәге кейемдәр декоратив элементтарға бай булырға тейеш.
Туҡымаларға килгәндә, шифон, атлас, ебәк, барса, бәрхәткә өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки улар һеҙҙең образығыҙҙы сағыу, матур, заманса итер.
Кейемегеҙҙең тегелешен һайлағанда, уның көнүҙәклеге, заманға ярашлығы тураһында онотмағыҙ: ампир стилендәге, футляр, бәләкәй ҡара күлдәктәрҙе күҙ уңында тотоғоҙ. Үтә һығып торған күлдәктәр бөгөнгө көндә актуаль түгел, шуға күрә бындай күлдәктәрҙе алырға тырышмағыҙ.
Аяҡ кейеме лә образығыҙҙы тулыландырып килергә тейеш, шуға күрә уны дөрөҫ һайлап ала белеү мөһим. Классик стилдәге күлдәктәргә – “кәмә”-туфлиҙар, еңел ебәк күлдәктәргә босоножкалар тап килер. Сумка урынына клатч ҡулланыу урынлы булыр. Биҙәүестәргә килгәндә, улар сифатлы металдан, заманса булырға тейеш.
Яңы йыл кисәһендә ҡыҙыл төҫтө ҡулланмағыҙ, сөнки ул агрессияны символлаштырып килә. Күкһел төҫтәрҙән дә баш тартырға кәрәк, сысҡан – һыуҙан ҡурҡҡан хайуан. Әгәр ҙә быларҙың барыһын да үтәһәгеҙ, сысҡан йылы һеҙҙең өсөн бик уңышлы булыр, тип ышанам.

Гүзәл Байғужина.
Читайте нас: