-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хуш киләһең, Яңы йыл!
16 Декабрь 2019, 16:20

Һәр халыҡтың - үҙ Ҡыш бабайы

Был бабайға төрлө илдә төрлө исем ҡушҡандар. Финляндияла, мәҫәлән, Йоулупукки тип йөрөтәләр, уның ҡатыны бар. Швецияла ул – Юлтомтен, Норвегияла – Юлениссен, Францияла – Пер Ноэль. Италия Ҡыш бабайының исеме – Баббо Натале, ә бүләкте Бефана тигән фея тарата.

Германияла бала-сағаны Вайнахтсман ҡыуан­дыра, уға йәш кенә Кристкинд тигән ҡарһылыу эйәреп йөрөй. Польцникель, Кнехт Рупрехт, Полтерклас, Люцер исемле ҡурҡыныс ҡына юлдаштары тыңлашмаған балаларҙы “тәртипкә ултыртырға” ярата.
Яңы йылда Португалияла – Пай Наталь, Перу менән Аргентинала – Папа Ноэль, Колумбияла – Папа Паскуале, Бразилияла Папай Ноэль тигән ҡарт килә. Кубала балаларға бүләкте Бальтасар, Гаспар һәм Мельчиор исемле тылсымсы өс король тарата, Испанияла ла шулар йөрөй, тик бүләкте балконда Олентцеро ҡалдырып китә.

Чехия менән Словакияла – Микулаш йәки Ежичек, Словенияла – Божичек, Болгарияла – Дядо Мраз йәки Дядо Коледа, Грецияла һәм Кипрҙа – Изге Василий, Төркиәлә – Ноэль Баба, Иранда - Баба Ноэль, Японияла – Сегацу-Сан, Монголияла – Увлин Увгун, Латвияла – Салавецис, Эстонияла – Йыулувана, Үзбәкстанда – Корбобо менән Коргыз исемле һылыу, Молдавияла һәм Румынияла – Мош Крэчун, Ҡалмыҡстанда – Зул, Осетияла – Артхурон, Ҡаҙағстанда Аяз-Ата Яңы йылда халыҡтың күңелен аса.

Альбина Ғөбәйҙуллина әҙерләне.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: