Был хәл булғанға байтаҡ йылдар үткәндер инде. Көн аҙағы ине. Эш кабинетыма илле йәштәр тирәһендәге бер ҡатын килеп инде. Ҡарағусҡыл сәсле, сабыр ҡарашлы, һомғол буйлы ханым үҙен Наталья тип таныштырҙы һәм тыныс ҡына хәл-әхүәлен һөйләп бирҙе. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләй икән. «Һөнәремде яратам, тик хеҙмәт хаҡым бәләкәй, шуға быйыл махсус стаж өсөн пенсия ала башлайым, тип күҙ ҙә ҡаш көтә инем», – ти. Ләкин Пенсия фондында, балалар баҡсаһында коррекция эшенә арналған бер нисә йылын педагогик стажға иҫәпләмәйенсә, пенсияны ваҡытынан алда билдәләүҙән баш тартҡандар.
Ошондай бәхәстәр тикшерелгән суд тәжрибәләрен өйрәнә башланым – дәғүәселәр файҙаһына бер ҡарар ҙа сығарылмаған һәм, исмаһам, һаламға йәбешкәндәй тотонорлоҡ та норматив акт юҡ! Эштең уңышһыҙ тамамланасағын белә тороп, уны башлау кәрәкме?
Әммә ғүмер буйы намыҫлы эшләгән Наталья үҙенең хаҡлығына ышана ине һәм минең ярҙам итеүемде, тейешле дәғүә әҙерләшеп, судта уның мәнфәғәттәрен яҡлауымды үтенеп һораны.
Дәғүә уның бер нисә йыллыҡ эшмәкәрлеге документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө. Наталья бер ҡағыҙҙы ла ташламайынса, ҡәҙерләп һаҡлап барған икән. Эш дәфтәрҙәре, көндәлек дәрес пландары, дидактик материалдар, балаларҙың карточкалары һәм башҡа ҡағыҙҙар, мәктәпкәсә учреждение уставы – ул осорҙағы эшмәкәрлегенең махсус стажға инергә тейешлеген раҫлаусы документтар әллә нисә том булып китте. Ошо баҡсала сабыйҙар менән ул алып барған коррекция эше махсуслаштырылған балалар баҡсаһындағы кеүек тә баһа, һис айырма юҡ! – быны дәлилләүсе документтар ҙа ҡуштыҡ.
Шулай итеп, дәғүәне тапшырып, суд ултырышын көтә башланыҡ, уны ҡасанға билдәләрҙәр тип, сайттарына күҙ һалып торам. Бер иртәлә компьютерымды асып ебәрһәм, ни күрәм: беҙҙең эш адвокаттар араһында «Ҡар батшабикәһе» тип йөрөтөлгән судья ҡарауына бирелгән... Бәхәстең Наталья файҙаһына хәл ителеренә тамсы ла өмөт ҡалманы. Ни ҡылырға? Сигенер юл юҡ – тиҙҙән суд.
...Бөтәһен дә Хоҙай ҡулына тапшырҙыҡ та иртәнсәк ултырышҡа киттек. Ләкин унда булған хәлде ысын-ысындан мөғжизәгә тиңләр инем. Әйтерһең, ҡояш кире яҡтан сыҡты: судья ханым, тиҙ арала өҫтәмә документтар килтерергә ҡушып, ултырышты башҡа көнгә күсерҙе. Ошоғаса тиҫкәре килеп торған Пенсия фонды вәкиле лә бер кире һүҙ әйтмәне. Әлбиттә, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы осоп тигәндәй алып килдек һәм... киләһе ултырышта мәсьәлә тулыһынса Наталья файҙаһына хәл ителде.
Судтан һуң йәнә осрашып, һөйләшеп торғанда Наталья һүҙ ыңғайында ғына үҙенең сиркәүҙәге йәкшәмбе мәктәбенә йөрөүен әйтеп үтте. Шул саҡ инде ғиллә нимәлә икәнен төшөндөм!
«Тормошом тулған айҙай түңәрәк ине: ирем дә бына тигән, балаларым – алтын, эшем дә һәйбәт. Тик ни эшләптер күңелгә тынғы тапмайым. Бер ваҡыт аяҡтарым үҙенән-үҙе дин тәғлимәттәрен өйрәтеүсе йәкшәмбе мәктәбенә алып китте. Бына ҡайҙа тартылған икән йәнем!» – ти ул, дингә ни рәүешле килеүен аңлатып. Доғаларҙа илаһи тыныслыҡ тапҡан ханым мөһим ултырыш алдынан да, уғаса ла Хоҙай Тәғәләгә һыйынып, уның ярҙамын һораған. Сиркәүҙәге рухани ҙа яҡты күңелле ҡатындың эштәре уң булыуын теләп, доғалар ҡылып торған. Тап шул мәлдә минең дә дингә ихлас ылығып, сиркәүгә йөрөй башлаған сағым ине.
Уй-теләк – һыуға ырғытылған таш кеүек: таш ни тиклем ҙурыраҡ булһа һәм йырағыраҡ ташланһа, һыуҙа хасил булған йүгерек тулҡындар, йәғни унан барлыҡҡа килгән хәрәкәт тә көслөрәк. Доғалар менән нығытылған ниәттәрҙең ысынға әйләнеүен күптәр һынағаны барҙыр, моғайын.
Ғаләмдә бөтә нәмә бер-береһенә бәйле. Гонаһһыҙ сабыйҙарға ярҙам итеп сауап алған, тормошон аһәңле итеп ҡорған Натальяның лайыҡлы үтенесе, уйлап ҡараһаң, йыһандың мәңгелек ҡанундарына ярашлы ғәмәлгә ашҡан. Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ошо ҡатмарлы дәүерҙә лә доғаларҙың (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ-әсә йөрәгенән сыҡҡандарының) көсө, Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәте сикһеҙ икәнен иҫтә тотайыҡ, тип әйтмәксемен, Натальяның тарихын тасуирлап.