– Был пилот проекты, республикабыҙ Башлығының 2020 йылдың 1 октябрендәге «2021 – 2024 йылдарға өлкән быуындың һаулығын нығытыу, ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән саралар планын раҫлау хаҡында»ғы указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Туризм буйынса дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, район-ҡала хакимиәттәре тарафынан тормошҡа ашырыла.
Программа йәнтөйәгебеҙҙең туристар өсөн ғәжәйеп ҡыҙыҡлы урындарына – һәр ташы тарих һөйләүсе тәбиғәт ҡомартҡыларына, быуаттар аһәңен сағылдырған музейҙарға, изгелек нуры һибелгән дини объекттарға, ваҡыт туҡталып ҡалған боронғо усадьбаларға бер көнлөк сәфәрҙәрҙән ғибәрәт.
Проект 2020 йылда башланып китте, ул 4000 кешегә иҫәпләнгәйне. Былтыр унда 967 кеше ҡатнашты. Тик эпидемиологик хәл арҡаһында уны тулы күләмдә ғәмәлгә ашырып булманы, шуға күрә 3033 кешегә билдәләнгән квота киләһе йылға күсерелде.
65 йәштән өлкәндәргә үҙҡурсаланыу режимы 2021 йылдың 15 апреленә тиклем дауам иткәнгә күрә, улар өсөн Башҡортостаныбыҙҙа социаль турҙар 1 майҙан яңыртылды. Программа 30 декабргә хәтлем оҙонайтылды.
«Өфө ҡунаҡ ҡаршы ала», «Өфөнөң «Йәшел сауҡалығына» – сәләмәтлек һуҡмағы буйлап», «Белорет районына «Спорт һәм һаулыҡ» экскурсияһы», «Бөрө: тарих һәм хәҙерге заман», «Красноусолдың изге шишмәләре», «Нарыҫтауға «Изге Ғәли» шишмәһенә сәйәхәт», «Янғантау», «Торатау» геопарктары – тәҡдим ителгән программаларҙың ҡайһыһын алһаң да, онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырырлыҡ, ҡабатланмаҫ һәм ифрат мауыҡтырғыс.
Сәфәр уңайлы автобустарҙа, гид-экскурсовод, медицина хеҙмәткәре оҙатыуында яҡынса һигеҙ-ун сәғәт дауам итә. Сәйәхәтселәрҙең ғүмере страховкалана. Төркөмдәр уртаса 15 кешенән тора.
Проектта пенсияға сыҡҡан, 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм алтмышты уҙған ирҙәр ҡатнаша ала. Уларҙың Башҡортостанда даими теркәлеүе, Рәсәй гражданы булыуы шарт.
Йәнгә ял бирерлек, бөтмәҫ тәьҫораттар бүләк итерлек проектта ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша инеп теркәлергә мөмкин: https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ Шулай уҡ үҙегеҙ теркәлгән район-ҡала хакимиәттәренә лә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.