Июль айынан инвалид балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ түләүҙәр күләме артты. Инвалид бала йәки бала саҡтан I төркөм инвалидты тәрбиәләгән атайға йәки әсәйгә (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыусыға), опекунға (попечителгә) билдәләнгән ошо пособие Башҡортостанда, район коэффициентын иҫәпләп, 11500 һумға етә, йәғни хәҙер икеләтә тиерлек ҙурыраҡ. Бының өсөн уларға ғариза яҙыу кәрәкмәй, түләүҙәр әлегә тиклем булған документтар нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Арттырылған пособиены республикала инвалид бала тәрбиәләүсе 11806 ата-әсә һәм опекун аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: ғаиләлә инвалид бала бар икән, уны тәрбиәләп, эшләй алмаған хеҙмәткә һәләтле ата-әсәнең береһенә йәки опекунға айлыҡ түләү тәғәйенләнә. Уларҙың шулай уҡ пенсионер булмауы шарт. Баланы ҡарау осоро страховка стажына инә һәм һәр йыл өсөн 1,8 пенсия балы иҫәпләнә. Был эшләмәүсе ата-әсәгә страховка пенсияһы алыу мөмкинлеген бирә.
Инвалид баланы йәки бала саҡтан I төркөм инвалидты ҡараусы башҡа кешеләр ҙә был түләүгә иҫәп тота ала. Улар өсөн пособие күләме 1380 һум буласаҡ.
Инвалид балаларҙы тәрбиәләү бик ҡатмарлы ла, яуаплы ла. Дәүләт уларҙың ата-әсәһе иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә тырыша. Пенсияға ваҡытынан алда сығыу мөмкинлеге – был ата-әсәләргә күрһәтелгән ярҙамдың бер төрө. Сабый саҡтан инвалид баланы һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләп үҫтереүсе ата-әсәнең береһе ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһына алдараҡ сығырға хоҡуҡлы. Әсә хаҡлы ялға 50 йәштән сыға ала. Уның эш стажының кәмендә 15 йыл булыуы шарт. Атай кеше 55 йәштә сығырға хаҡлы, стажы кәм тигәндә 20 йыл булырға тейеш.
Яңы закон буйынса, инвалид бала тәрбиәләүселәрҙең пенсияға китеү йәше арттырылманы.
Был өҫтәмә һеҙгә ҡағыламы?
Ауыл хужалығында кәмендә 30 йыл эшләп, ауыл ерендә йәшәүсе хаҡлы ялдағыларға пенсияларының билдәләнгән өлөшөнә 25 процент өҫтәмә тейеш икәнен беләһегеҙҙер, моғайын. Рәсәй Хөкүмәте ошо өҫтәмәне алыусы ауыл хужалығы эшсәндәре исемлеген киңәйтте. Хәҙер исемлеккә бығаса булмаған хеҙмәткәрҙәр – үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ тармаҡтарында эшләгән ҡайһы бер һөнәр эйәләре, мәҫәлән, ауыл хужалығындағы шәхси эшҡыуарҙар, келәт мөдирҙәре, ауыл хужалығы техникаһын, етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү, ремонтлау, шулай уҡ етештереү объекттарын һаҡлау менән мәшғүл кешеләр инә. Ғөмүмән, исемлек колхоз-совхоздарҙа, фермер хужалыҡтарында эшләүсе 500-ҙән ашыу һөнәр эйәһен: ябай эшсәндән алып совхоз директорына, колхоз рәйесенә тиклемге вазифаны үҙ эсенә ала.
Был ярҙамдың бөтә пенсияға түгел, ә уның билдәләнгән өлөшөнә ҡушылыуын әйтеп үтергә теләйем. Өҫтәмә суммаһы 1333,54 һум тәшкил итә.