– Юғары технологиялы медицина ярҙамы – фән һәм техниканың, медицинаның иң һуңғы ҡаҙаныштарын, өр-яңы алымдарҙы ҡулланып күрһәтелеүсе ярҙам ул. Ҡатмарлы сирҙәрҙе дауалағанда күҙәнәк технологиялары, робот техникаһы, мәғлүмәт технологиялары, ген инженерияһы йылдан-йыл киңерәк ҡулланыла. Былар бөтәһе лә ғүмергә һәм һаулыҡҡа янаған хәүефте бер нисә тапҡырға кәметеп, ауырыуҙарға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә.
– Яңы быуын медицинаһы ярҙамын бушлай алыу шарттарын аңлатып китһәгеҙ ине.
– Быға илебеҙҙең һәр кешеһе хоҡуҡлы – бары тик тейешле медицина күрһәткестәре булыу кәрәк. Ул Рәсәй Хөкүмәтенең Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
– Юғары технологиялар буйынса дауаланыу өсөн ауырыуҙар нисек, кем тарафынан һайлана?
– Ауырыу тикшерелгән, дауаланған поликлиника йәки дауахана уның сире, хәле тасуирланған документтар күсермәләрен, юллама әҙерләп, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шул йүнәлештәге комиссияһына консультацияға ебәрә. Был төр ярҙамға күрһәткестәр булыу һәм дауалау өсөн махсуслаштырылған медицина ойошмаһын һайлау хаҡындағы мәсьәлә улар менән хәл ителә.
Сирҙең нисек үтеүе, бөтә ағзаларҙың торошо, күп тигәндә бер ай элек эшләнгән барлыҡ тикшереүҙәр (клиник, рентген, лаборатор һ.б.) – медицина документтары күсермәләрендә был турала тулы мәғлүмәт сағылырға тейеш.
– Документтар тапшырғандан һуң күпме көтөргә тура киләсәк?
– Мәсьәлә төбәк кимәлендә ун көндән дә ҡалмай хәл ителә. Ҡарар ыңғай икән, ошо йүнәлештә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүгә лицензияһы булған федераль йәки төбәк медицина учреждениеһына электрон документтар оҙатыла. Ундағы комиссия шулай уҡ күп тигәндә ун көндә, ауырыу үҙе килгән осраҡта өс көн эсендә документтарҙы тикшерә. Сирленең хәле ауыр булһа, тағы ла тиҙерәк ҡарай. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгәндә, был дауаханаға ауырыуҙың паспорты йәки тыуыу хаҡында таныҡлығы, медицина страховкалау полисы, кеше инвалид икән, инвалидлыҡ хаҡында белешмә, СНИЛС, уны оҙатып барыусының паспорт күсермәләре ебәрелә һәм юғары технологиялы медицина ярҙамына талон бирелә.
– Ауырыу был ярҙамды күрһәтеүсе учреждениеға туп-тура үҙе мөрәжәғәт итә аламы?
– Үрҙә әйтеп үтелгән юлды үтмәйенсә тура медицина ойошмаһына барған саҡта ундағы комиссия ыңғай ҡарар ҡабул итеүе лә бар. Тик бының өсөн йыл башындағы планға ярашлы буш урындар булыуы шарт. Ауырыуҙы ул дауаханаға һалыу мөмкинлеге хаҡында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хәбәр ителергә тейеш – был талон алыу өсөн кәрәк.
– Ә талон буйынса сираттың нисек барыуын күҙәтергә мөмкинме?
– Талон электрон төрҙә бирелә. Һәр кем үҙ талоны һаны буйынса документтары ҡасан ҡаралыуын, ниндәй ваҡытта дауаханаға ятырға тейешлеген махсус порталда тикшереп тора ала (
http://talon.rosminzdrav.ru).
– Башҡортостанда был ҡиммәтле медицина ярҙамы ниндәй йүнәлештәр буйынса күрһәтелә?
– Беҙҙә өр-яңы ҡаҙаныштар буйынса дауаланыусы сирҙәр исемлеге бик ҙур. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы хирургияһы, акушерлыҡ һәм гинекология, гематология, бешкән урындарҙы дауалау, нейрохирургия, яңы тыуған сабыйҙарҙы дауалау, оториноларингология, онкология, офтальмология, педиатрия, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы, күкрәк ҡыуышлығы хирургияһы, травматология һәм ортопедия, ағзалар һәм туҡымаларҙы күсереп ултыртыу, урология, яңаҡ-бит хирургияһы, эндокринология – медицинаның һәр өлкәһендә юғары технологиялар ҡулланыла.
Республика табиптарының был тәңгәлдәге ҡаҙаныштары ысын-ысындан һоҡландыра. Мәҫәлән, БДМУ клиникаһында йыл башында донъяла иң алдынғы һаналған Da Vinci робот системаһы һатып алынғайны. Яңы асылған Робот хирургияһы үҙәгендә ошо система ярҙамында ике йөҙҙән ашыу бик ҡатмарлы операция яһап өлгөрҙөләр.
2018 йылда Өфөләге Ядро медицинаһы үҙәгендә 5700 тирәһе тикшереү уҙғарылған. Үҙәктең маҡсаты – яман шеш ауырыуҙарының үҫеш кимәлен аныҡ билдәләү. Тикшерелеүселәрҙең 96 проценты дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә бушлай ярҙам алған. Үҙәктәге кибер-бысаҡ тигән радиохирургик ҡорамалды ҡулланып, үтә теүәл, ҡеүәтле нурҙар ярҙамында яман шешкә операция яһауҙарын әйтеп үткем килә.
– 2019 йылда был юҫыҡта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
– Бер нисә йыл инде РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юғары технологиялы медицина ярҙамы буйынса федераль программаға ярашлы дауаланыусы ауыр сирҙәрҙе аҡрынлап Мотлаҡ медицина страховкалауы системаһына күсереп килә. Тимәк, медицинаның һуңғы ҡаҙаныштары нығыраҡ яҡынаясаҡ, тиергә була.