– Мотлаҡ медицина страховкалауының (ММС) База программаһы сиктәрендәге ярҙам полисы булған барлыҡ кешеләргә илебеҙҙең бөтә территорияһында күрһәтелә. Әйтәйек, Башҡортостанда йәшәүсе берәү илдең икенсе бер ҡалаһына командировкаға барғанда ҡапыл сирләп китһә, медицина ярҙамын һис һүҙһеҙ аласаҡ. Төбәк программаһы иһә База программаһына нигеҙләнгән, ундағы медицина ярҙамы төрҙәре исемлеге тәүгеһенә ҡарағанда киңерәк.
ММС-тың Башҡортостан программаһына ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙе ҡыҫҡаса ғына атап үтәм: тәүге медицина-санитар, табипҡа тиклемге ярҙам, табип ярҙамы, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы, ашығыс, паллиатив медицина ярҙамы төрҙәре...
Полистың ваҡыты сикләнмәгән. Был документ кешегә үҙе страховкаланған компанияның тулы яҡлауы аҫтында булыу мөмкинлеген бирә. Һәр кем йылына бер тапҡыр, шулай уҡ башҡа урынға йәшәргә күскәндә поликлиникаһын һәм дауалаусы табибын алмаштырырға хоҡуҡлы. Йылына бер мәртәбә страховкалаусы ойошманы үҙгәртергә мөмкин.
– Ҡайһы берәүҙәр бик оҙаҡ табипҡа яҙыла алмай. Медицина ярҙамын көтөү ваҡыты күпме булырға тейеш?
– Кисектергеһеҙ тәүге медицина ярҙамы ауырыу мөрәжәғәт иткәндән һуң ике сәғәт эсендә күрһәтелергә тейеш. Участка терапевы, педиатры йәки дөйөм практика табибы ҡабул итеүен көтөү – иң күбе 24 сәғәт.
Махсус белгес консультацияһын 14 көндән дә һуңламай алырға тейешһегеҙ.
Лаборатор һәм башҡа диагностик тикшереүҙәр (рентген, маммография, функциональ диагностика, ультратауыш тикшереүе) улар билдәләнгәс ике аҙна эсендә үткәрелә. Компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы кеүек ҡатмарлы тикшереүҙәр 30 көндән дә һуңламай уҙғарылырға тейеш. Яман шешкә шик булғанда – ике аҙнаға тиклем. Табип юллама биргәндән һуң дауаханаға инеүҙе көтөү ваҡыты – күп тигәндә 30 көн.
Һаулыҡ ҡырҡа насарайып, ғүмергә ҡурҡыныс янағанда амбулатор ярҙам сиратһыҙ һәм алдан яҙылыуһыҙ теләһә ниндәй поликлиникала (унда беркетелмәһәгеҙ ҙә) күрһәтелә. Полис, шәхси документтар булыуы мөһим түгел.
– Медицина страховкалауы полисы буйынса шәхси клиникаларҙа дауаланырға, тикшерелергә мөмкинме?
– 2011 йылда Мотлаҡ медицина страховкалауы хаҡындағы Закон ҡабул ителгәс, шәхси клиникаларға ММС системаһына инеү хоҡуғы бирелде. Закон буйынса, ойошма киләһе йылда программала ҡатнашырға теләй икән, алдан төбәк фондына белдерә. Һеҙ күҙ һалған клиника полис буйынса эшләүсе ойошмалар исемлегенә инәме-юҡмы икәнен һеҙгә полис биргән страховка ойошмаһынан йәки Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының рәсми сайтынан белә алаһығыҙ.
Башҡортостанда полис буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүсе коммерция ойошмалары артҡандан-арта. Улар, мәҫәлән, репродуктив һаулыҡ өлкәһендә, гемодиализ, стоматология, диагностик тикшеренеүҙәр (КТ, МРТ) кеүек йүнәлештәрҙә тырышып эшләй.
– Стоматология тигәс, моғайын, күптәр бушлай теш дауалау мөмкинлеге хаҡында белергә теләр. Сөнки был хеҙмәттәргә түләгәндә ат хаҡын һалырға тура бит.
– Үҙҙәре беркетелгән стоматология поликлиникаларында полис буйынса табиптың консультацияһы, ауыҙ ҡыуышлығы ялҡынһыныуҙарын профилактикалау һәм дауалау, тешкә пломба ҡуйыу (ябайын ғына түгел, яҡтылыҡ менән нығытыла торғанын да), теш алдырыу, шешкән урынды ярып таҙартыу, рентген тикшереүе тулыһынса бушлай.
– Ә медицина хеҙмәте өсөн түләргә тура килгәндә аҡсаны кире ҡайтарып буламы?
– Был осраҡта чек һәм килешеүҙе ташламағыҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтарыу мөмкинлеген ҡарау хаҡында үҙегеҙ страховкаланған компанияға ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ, уға түләү документтарын беркетегеҙ. Шуны кәңәш итәм: сирләп китһәгеҙ, ныҡлап тикшерелеү, йә операция кәрәк булғанда, кеҫәгеҙҙе йоҡартырға ашыҡмағыҙ. Полиста күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, ҡыҙыу линия буйынса страховкалаусығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
Полис буйынса медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡтар боҙолһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
1. Медицина ойошмаһы хакимиәтенә (баш табибына, уның урынбаҫарына, бүлек мөдиренә).
2. Үҙегеҙҙең медицина страховкалауы ойошмаһына (телефоны полисығыҙҙа яҙылған). Унда шылтыратып ҡына ҡалмайынса, офисына бара алаһығыҙ.
3. Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауының төбәк фондына, уның филиалдарына. Мөрәжәғәттәр яҙма рәүештә лә, телдән дә, телефон аша ла, сайтта ла ҡабул ителә.
Тел. 8-800-77-55-395, 8-347-216-10-81, 8-347-272-58-64. Сайты:
www.tfoms-rb.ru4. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына (йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, тел. 8-347-250-08-62).
5. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына.
Тел. 8-347-250-30-22. Сайты:
www.roszdravnadzor.ru