Эштең ниҙә икәнлеген төшөнгән әхирәтем, аферистар менән һүҙ ҡуйыртмайынса, йәһәт кенә телефонын һүндереп, үҙен бәләнән һаҡлап ҡалһа, бурҙар тоҙағына эләгеп, ғүмер буйы йыйған аҡсаларынан, хатта фатирҙарынан ҡолаҡ ҡағыусылар, иҫ киткес оло кредиттарға батыусылар бихисап.
2023 йылда республикабыҙҙа йәшәүселәр телефон аша аҡса урлаусыларға һәм онлайн-бурҙарға өс миллиард һумға яҡын аҡса күсергән, тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родионов. Ә 2024 йыл башынан был сумма 180 миллион һумға яҡын тәшкил итә.
Көн һайын Башҡортостанда 20-30 шундай осраҡ теркәлә. Уртаса алғанда, республика халҡы аферистарға бер тәүлектә алты миллион һум, йыш ҡына унан да күберәк аҡса күсерә. Бурҙар иһә, оҫтарғандан-оҫтарып, ниндәй генә алымдар уйлап сығармай. Кем тип кенә таныштырмай үҙҙәрен: Федераль именлек хеҙмәте, полиция, банк, элемтә компанияһы хеҙмәткәре, инвестициялар буйынса белгес...
Кибербурҙар ҡулланған төп алымдарҙы ғына атап үтәбеҙ:
1. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип ышандырырға тырышалар. Кемдер һеҙҙең исемдән кредит алған йәки аласаҡ, тип ҡурҡытыуҙары ла бар.
2. Юғары проценттар вәғәҙәләгән инвестициялар яһарға тәҡдим итәләр.
3. Сим-картағыҙҙы хеҙмәтләндереү ваҡыты уҙып бара, яңыртырға кәрәк, тип хәбәр итеүҙәре ихтимал.
4. «Яҡын кешегеҙ юл фажиғәһенә эләкте, уға ашығыс рәүештә аҡса талап ителә», – тигән шылтыратыуҙар ҙа әленән-әле булып тора.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының социаль селтәрҙәренә күҙ һалайыҡ әле. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте, аферистарҙың кешеләрҙе ни рәүешле төп башына ултыртып, улар иҫәбенә байытыуы хаҡында мәғлүмәттәр менән даими таныштырып бара. Заман ҡараҡтарының, ауҙы оҫта ҡороп, үҙ кеҫәләрен нисек йылдам ҡалынайтыуҙары хайран ҡалдыра.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.