-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тажлы вирусмы, әллә киҙеүме

Яҙ башында килеп, бар донъяны ялмаған коронавирус йәйге селләлә юҡҡа сығыр, тип көтөүҙәр ҙә, шунан көҙөн китер, тигән өмөттәр ҙә бушҡа булды – ул ҡышларға ҡалды. Әле, киҙеү миҙгеле еткәс, ауырып китеүселәр: «Грипмы миндә, әллә шул «тажлы» сирме икән?» – тип шомлана. Тәүге билдәләре оҡшаш коронавирус менән грипп нисек айырыла? Гриптан прививка яһатыу организмды коронавирус алдында көсһөҙләндермәйме? Ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Әсхәт улы ВӘЛИШИН яуап бирә.

– Был ике сир иң элек инкубация осоро менән айырыла. Коронавирус инфекцияһы ваҡытында ул 5-7 көндән алып 14 көнгә тиклем дауам итә, йәғни ауырыу яйлап үҫешә. Ә грипп ныҡ киҫкен башлана, вирус организмға эләккәс, сир бер, йәки ике-өс көндән үк беленә. Температура күтәрелеү, тән ауыртыу, йүткереү – был билдәләр икеһенә лә хас һәм табип булмаған кешегә үҙенең ниндәй сир йоҡтороуын белеүе лә ҡыйын. Ләкин корона­вирустың грипп менән бутамаҫлыҡ төп айырмаһы бар – еҫ һәм тәм юғалтыу.
Йыш ҡына был инфекция бер ниндәй билдәһеҙ үтеүе ихтимал – коронавирустың мәкерлеге лә шунда. Шуға күрә бөгөн уны асыҡлауҙың төп юлы – лаборатор тикшереүҙәр. Үпкә­ләрҙең ни кимәлдә зарарланыуы рентген, компьютер томографияһы ярҙамында асыҡлана. Ҡайһы берәүҙәр ауырығандың беренсе көндәрендә үк компьютер томографияһы үтергә кәрәк, тип хафалана башлай. Йоҡҡан вирус ҡанға, тамырҙарға күскәнсе, унан үпкәгә барып етеп, уның күҙәнәктәренә ингәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Һәм, әлбиттә, тәүҙә үк уҙғарылған томография тикшереүе бер нәмә лә күрһәтмәй.
– Коронавирус үпкәгә генә түгел, бөтә организмға зыян килтерә, тиеүҙәре дөрөҫмө?
– Бөгөн коронавирус инфекцияһы беренсе сиратта үпкәләрҙе зарарлаған системалы воскулит – ҡан тамырҙа­рының ауырыуы булараҡ баһалана. Был сир ваҡытында йөрәк, баш мейеһе, бөйөр һәм башҡа ағзаларҙағы ҡан тамырҙары, тиреләге капиллярҙар ҙа ныҡ үҙгәреш кисерә. Тәрән итеп тын алырға тырышҡанда үпкә сөңгөл­дәренән түгел, өҫтән генә сыҡҡан ҡоро йүтәл менән интегеү – тап ҡан тамыры үҙгәргән саҡтағы йүтәл инде.
– Әле грипҡа ҡаршы вакцинация мәле. Ҡайһы берәүҙәр, прививка яһатһам, организм көсһөҙләнеп, коронавирус йоҡтороу хәүефе артырмы икән, тип борсола.
– Медицинаның был өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләүсе табип, ғалим булараҡ, оҙаҡҡа һуҙмайынса, гриптан прививка эшләтергә кәңәш итәм. Вакцинация уның менән ауырымаҫҡа, сир эләккән саҡта ла күпкә еңелерәк, өҙлөгөүһеҙ үткәрергә ярҙам итә. Тимәк, гриптан прививка яһатҡан кешегә ике сир бер ыңғай йоҡҡан хәлдә лә, организмға береһенә генә ҡаршы көрәшергә тура киләсәк.
Ә коронавирус инфекцияһына килгәндә, ул донъяла быға тиклем булған бер пандемияға ла оҡшамаған. Уның тотошо йыш ҡына бөтөнләй аңлайышһыҙ. Мәҫәлән, COVID-19 вирусын эләктереп, сирҙе үткәргән кешелә оҙаҡ ваҡытҡа уға ҡаршы тороусанлыҡ барлыҡҡа килергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Сөнки бөтә ҡағиҙәләр буйынса, ауырыуҙан һуң барлыҡҡа килгән иммунитет прививка яһат­ҡандағынан да көслөрәк. Ләкин әле донъяла был сирҙе уҙғарып, уны икенсегә йоҡтороусылар билдәле. Етмәһә, беренсе тапҡырында кеше уны еңелсә үткәрһә, икенсеһендә инде ауырыраҡ сирләгән осраҡтар тер­кәлгән.
– Коронавирус инфекцияһынан һауыҡҡан кешенән вирус йоҡтороу ҡурҡынысы һаҡланамы?
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: