Япондарҙың милли тәғәме суши бөгөн бөтә донъяла киң таралыу алған. Күптәр уны ҡабатланмаҫ тәме, туҡлыҡлы булыуы өсөн ярата.
Бөтә яҡлап диңгеҙҙәр менән уратылған Япония халҡы йыл әйләнәһенә яңы ғына тотолған балыҡ менән һыйланып йәшәй ала: уны алдан туңдырып һаҡлау ихтыяжы юҡ. Ә диңгеҙ балығын илебеҙ төбәктәренә еткерер өсөн 40 градустан түбән температурала өс-дүрт сәғәт эсендә туңдырырға кәрәк. Артабан инде балыҡ сифаты уны ташыусы, һаҡлаусы ойошмаларҙың һәм, әлбиттә, унан ризыҡ әҙерләүселәрҙең намыҫына бәйле.
Урам һайын тиерлек һатылған ролл һәм сушиҙа ниндәй паразиттар һәм гельминттар булыуы ихтимал? Шуларҙың бер нисәһен генә атап үтәйек әле.
Бауыр ҡанын һурыусы ҡорт (русса «Себер двуусткаһы» тип атала) – оҙонлоғо 12 миллиметрға еткән яҫы селәүсен. Кешенең бауыры туҡымаларында, үт ҡыуығында, үт юлдарында урынлаша. Описторхоз тигән ауыр сирҙе тыуҙыра.
Киң таҫма ҡорт (широкий лентец). Алыҫ Көнсығыш диңгеҙҙәрендә йөҙөүсе һөмбаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараусы балыҡтарҙа була. Кешенең нәҙек эсәгендә йәшәй. Оҙонлоғо ике-ун метр, хатта унан да күберәк булыуы мөмкин. Паразит дифиллоботриоз тигән ауырыуға килтерә.
Һоро-һарғылт нематода. Таҫма ҡорт кеүек үк, ул нәҙек эсәктә урын ала. Нанофиетоз тигән ауырыуҙың үҫешеүенә сәбәпсе була.
Был паразиттар менән ағыуланыу билдәләре бер төрлө. Ғәҙәттә, улар зарарланған сушиҙы ашағандан һуң бер нисә сәғәт үткәс, ҡайһы бер осраҡта бер нисә көндән беленә. Паразиттарҙың йәшәү эшмәкәрлеге ҡалдыҡтары бөтә организмға тарала. Температура 39 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Эс ауырта, ҡабара, уҡшыта, ҡоҫтора, эс китә. Тән ватылып-ҡыйралғандай, дөйөм хәлһеҙлек солғай, тирелә сабыртма сығыуы, ҡоро йүтәл быуыуы мөмкин. Ваҡытында, еренә еткереп дауаланғанда кеше тиҙ һауыға.
Ләкин ҡул һелтәп ҡарау ауыр эҙемтәләргә килтерә. Ашҡаҙан-эсәк юлының хроник ауырыуҙары көсәйә, эсәктәрҙә файҙалы микрофлора боҙола, ҡатмарлы бөйөр сирҙәре барлыҡҡа килеүе, бауыр эренләп шешеүе һәм яйлап тарҡалыуы, үт ҡыуығында таштар хасил булыуы мөмкин. Паразиттар тиҙ үрсеүе менән ҡурҡыныс. Организмда уларҙың тиҫтәләрсә йылдар буйы йәшәп, ныҡ итеп үрсеүенән кешенең ҡаты сиргә һабышыу осраҡтары бар. Шуға күрә табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе һис кенә лә һуҙырға түгел.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.