«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында «2019 – 2024 йылдарҙа яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» федераль проекты төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора һәм быйылдан ул өҫтөнлөклө маҡсатҡа әйләнде.
Иң мөһиме – яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлау, был осраҡта уларҙан тулыһынса һауығыу мөмкинлеге бермә-бер арта. Дәүләт һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдында яман шешкә тарыусыларҙың кәмендә 63 процентын иртә асыҡлау, дауаланғандан һуң иҫәптә биш йыл һәм унан оҙағыраҡ тороусылар һанын 60 процентҡа еткереү бурысын ҡуя.
Бөгөн медицина ярҙамының яңы моделенә – дауаханаға тиклем тикшереүгә өҫтөнлөк бирелә, онкологияға шик тыуғанда диагноз ҡуйыу өсөн тикшереүҙәрҙе тиҙләтеүгә баҫым яһала. Мәҫәлән, КТ, МРТ, ангиография кеүек заманса ҡорамалдарҙа тикшереү ике аҙнанан да ҡалмай уҙғарылырға тейеш. Диагноз асыҡланһа, шулай уҡ ике аҙна эсендә дауалай башлау мотлаҡ.
Яман шеште иртә асыҡлауға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында Башҡортостанда сирҙең иртә билдәләнгән һәр осрағы өсөн поликлиника табиптарына 5000 һум премия биреү ҡаралған.
Башҡортостанда былтыр 51,9 процент осраҡта сир иртә асыҡланған. Ә шеш аҙғас мөрәжәғәт итеүселәр 23,2 процент тәшкил иткән.
Республикабыҙҙағы онкология хеҙмәте илдә көслөләрҙән һанала, уны республика онкология диспансеры, БДМУ клиникаһы, республика балалар клиник дауаханаһы етәкләй. Төбәгебеҙҙә район-ара алты бүлексә, муниципаль-ара 15 үҙәк булдырылған, беренсел 70 онкология кабинеты асылған. Киләһе биш йылда республиканың 13 ҙур дауаханаһында амбулатор онкология ярҙамы күрһәтеү кабинеттары ойоштороу планлаштырыла. Республика онкология диспансерында 240 урынлыҡ палаталар корпусы, көнөнә 500 кеше ҡабул итерлек поликлиника сафҡа индереү күҙҙә тотола.
Әлеге мәлдә республикала яман шеш менән ауырыусы 85242 кеше иҫәптә тора. Былтыр диагноз тәү тапҡыр 12027 кешегә ҡуйылған. Уға тарыусылар йылдан-йыл артыуы ҙур борсолоу тыуҙыра: 2013 йылда 100 мең кешегә 287,8 ауырыу тура килһә, 2018 йылда был һан 322,3-кә еткән.
Рак менән ауырыусылар Бөрйән (100 мең кешегә – 181,5), Әбйәлил (182,5), Йылайыр (211,6) райондарында сағыштырмаса аҙ асыҡланһа, Баҡалы (430,5), Йәрмәкәй (429,6), Стәрлебаш (413,2) райондарында улар айырыуса күп. Ҡалалар араһында иң юғары күрһәткес – Салауат ҡалаһында (393). Яуыз сирҙән үлеүселәр уҙған йылда Архангел (100 мең кешегә – 308,1), Әлшәй (281,4), Шаран (270,9) райондарында бигерәк тә күп булған.
Былтыр республикала рак менән сирләүселәрҙең иң күбе (12,8 процент) түш яман шешенә дусар, тип билдәләнгән. Унан ҡала – үпкә рагынан яфаланыусылар (10,8 процент), артабан – тире яман шеше (8,9 процент), дүртенсе «урында» – енес биҙе яман сире менән ғазапланыусылар.
Яман шештең билдәләре башта уҡ беленмәүе ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Медицина йәшен тиҙлегендә үҫешһә лә, уны асыҡлау көнүҙәк проблема булып ҡала. Шуға күрә диспансеризация үтеүҙән, профилактик тикшереүҙәрҙән һис кенә лә ситләшергә ярамай. Нәҫелдә был сирҙән интегеүселәр булыу-булмау хаҡында һорауҙарға яуап биреү, оло ярауҙа йәшерен ҡан барлығын-юҡлығын асыҡлау, маммография үтеү, аналыҡ муйынтығынан цитологик анализ алыу, ир-аттың енес биҙендә махсус антигенды билдәләү һәм, кәрәк тип табылһа, башҡа өҫтәмә тикшереүҙәр уҙыу – бөтәһе лә ныҡ мөһим. Сиргә бәләкәй генә шик тыуа икән, диспансеризация ваҡытын көтөргә түгел, бөтә эште ташлап, табипҡа йүгерергә, ауырыуҙы моронлап торған сағында еңергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, заманса ҡорамалдарҙа өҫтәмә тикшереүҙәр түләүле һәм ҡыйбат, тип, ҡәҙерле ваҡытты һуҙа. Тынысландырырға ашығам: был тикшереүҙәр Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы уҙғарыла, йәғни түләргә кәрәкмәй.
Үҙҙәренең дәүләт тарафынан билдәләнгән хоҡуҡтарын белеү һәм яңғыҙ түгеллектәрен тойоу яман сирҙән һаҡланырға теләүселәргә һәм дауаланыусыларға ышаныс, көс һәм ҡыйыулыҡ бирһен ине.