-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Быуынһыҙ итә, йөрәктән ала»

Балдаҡтар ҙа, аҡ күлдәк тә алынған. Туйға 100 кеше саҡырылған. «Кисер. Башымды юғалтып икенсе ҡыҙға ғашиҡ булдым», – ике көндән туй тигәндә һөйгәненән шундай һүҙҙәр ишеткән һылыу быуынһыҙ ҡала – аяҡ-ҡулдары, әйтерһең, ҡамыр. Бер аҙна аяғына баҫа алмай. Ҡыҙ бик беше заттан, иламай-һыҡтамай, яйлап һушына килә. Тик ни ғәләмәт: ярты йылдан аяҡ-ҡул быуындары түҙгеһеҙ һыҙлай башлай. Унда аутоиммун, йәғни иммун системаһы ҡаҡшауҙан барлыҡҡа килеүсе ауырыу – ревматоидлы артрит асыҡлана. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы ревматолог, былтыр «Йыл табибы» республика конкурсында «Иң яҡшы терапевт» булып танылған Гөлшат Флүр ҡыҙы ФӘТХУЛЛИНА быуынһыҙ итеүсе ошо сир хаҡында һөйләй.

– Ревматоидлы артрит артроздан ни менән айырыла, тигән һорау тыуыр күптәрҙә...
– Ике сир ҙә быуындар боҙолоуға килтерһә лә, улар ныҡ айырыла. Артроз ваҡытында быуындың кимерсәге тарҡала. Ә ревматоидлы артрит – аутоиммун сир, йәғни организмды һаҡлаусы антиесемдәрҙең «шашып», тоташтырыусы туҡыма күҙәнәктәрен аямайынса ҡыйратыуынан ғибәрәт. Был сиргә тарыусыларҙың быуындары шешеп, янып тора, улар, ғәҙәттә, таңғы сәғәт биштәрҙә-алтыларҙа ауыртына башлай. Иртәнсәк кеше йәһәт кенә атлап китә алмай, үҙен ныҡ килбәтһеҙ, ипһеҙ тоя. Өс-дүрт сәғәттән һуң ғына быуындары яҙылып китеп, ҡәҙимгесә хәрәкәтләнә башлай. Ревматоидлы артрит, ҡағиҙә булараҡ, бармаҡ, үксә, тубыҡ, ҡул суҡтары, бәкәл быуындарын бер-бер артлы ҡыйратып көсәйә. Яйлап ҡына кимерсәк аҫтындағы һөйәк туҡымалары зарарлана. Һөйәк тишелә. Ауырыу быуындарҙы ғына түгел, бөтә ағзаларҙы – йөрәк, бауыр, үпкә, бигерәк тә бөйөрҙө эшлектән сығарыуы менән ҡурҡыныс. Унан интегеүселәрҙә гипертония, йөрәк ишемияһы, атеросклероз кеүек ҡартайтыусы сирҙәр башҡалар менән сағыштырғанда күпкә иртә башлана һәм ауырыуҙың хәлен ныҡ ҡатмарлаштыра.
– Был сирҙе тамам бөтөрөү мөмкинме икән?

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: