-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йылы һүҙ, яғымлы ҡараш – үҙе дауа

Мең төрлө сырхауҙы дауалау юлын таба белгән, ҡаты ауырыуға дусарҙарҙың күңелендә лә өмөт сатҡыһын уята алған һөнәр эйәһе – бөгөнгө геройым. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рита Ғәбделхәй ҡыҙы ӘХМӘТВӘЛИЕВА дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен 18-се Өфө ҡала клиник дауаханаһында кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға арнаған. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һәр иртә яратҡан эшенә ашыға. «Һаумыһығыҙ!» – ғәҙәти иҫәнләшеү һүҙе лә табип телендә яңғырағанда ҙур мәғәнәгә эйә...

Тыуған Учалы районы Уральск ҡасабаһында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет ҡалаһына юллана ул. Әхирәтенә эйәреп, медицина училищеһына килә, һынауҙарҙы уңышлы тапшыра. «Бишле» билдәһенә генә уҡыған ҡыҙ, инде был юлды дөрөҫ һайлауына инанып, алдына артабан уҡыуын институтта дауам итергә, яҡшы табип булырға, тигән маҡсат ҡуя. Тырышҡанға – аҡ юл, хыялдар тормошҡа аша. Юғары уҡыу йортонан һуң йыл ярым Өфө районы Дмитриевка совхозында тәжрибә туплағас, 18-се ҡала клиник дауаханаһына килә. Күп йылдар терапевт булып эшләгәндән һуң, артабан участкалар хеҙмәте мөдире итеп тәғәйенләнә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, етәкселекте йәштәргә ҡалдырып, йәнә лә яратҡан һөнәренә ҡайта. Поликлиникаға килгәндәрҙе ҡабул итеүҙән тыш, оҙайлы ауыр сиргә дусарҙарҙың хәлен белеү, кинәт сырхап киткәндәрҙең өйөнә йөрөү, унан тыш, кисектергеһеҙ саҡырыуҙарға барыу ҙа уның бурыстарына инә.
«Иңемә аҡ халат һалыу менән, донъя мәшәҡәттәремде, борсоған уйҙарҙы онотам, бар күңелем менән эшкә сумам. Бик яуаплы ла, ҡыҙыҡ та, рәхмәтле лә табип һөнәре, – ти Рита Ғәбделхәй ҡыҙы. – Дауаханаға килгән кеше, ҡайһы ере ауыртыуға ҡарамай, иң тәүҙә беҙгә – терапевтарға мөрәжәғәт итә. Шул саҡ иғтибар һәм ихтирам менән уның тән яраһын да, йән яраһын да дауаларлыҡ саралар табаһың, хәленә инәһең, кәрәкле докторға ебәрәһең. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн, яңы технологияларҙы өйрәнергә лә кәрәк. Кешеләр менән аралашыу оҡшай миңә, эшемде яратам, минән ярҙам көтөп килеп, күҙҙәрендә өмөт нуры балҡытып сығып киткән пациенттарымды яратам. Өйҙәрендә ҡуҙғала алмай ятҡан ауырыуҙарҙың кескәй генә кәңәшемде лә ҙур итеп ҡабул итеүенә, оло йәштәге сырхауҙарҙың һәр килеүемде көтөп тороуына күңелем тула. Ҡайһы саҡ яңғыҙ әбей-бабайҙарҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәй, аралашыуға, наҙға сарсаған улар. Ауырыу-һыҙланыуҙарҙан арыныу өсөн дарыу ғына түгел, йылы һүҙ, яғымлы ҡараш та мөһим бит кеше өсөн».
Ғаиләһендә лә наҙлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй Рита Ғәбделхәй ҡыҙы. Шишмә районы егете Рәғип менән сәстәрен сәскә бәйләп, Артур, Илшат, Илдус исемле баһадир улдар тәрбиәләгәндәр. Улар өсөһө лә юғары уҡыу йортон тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй, үҙ яртыларын табып өйләнгән, балалар үҫтерә. Ете ейән-ейәнсәре бар бөгөн. Яуаплы эшенән һуң, ул-килендәренә ярҙам булһын, тип бәләкәстәрен тәрбиәләшергә лә өлгөрә ул. Балалар баҡсаһынан, мәктәптән барып алыу, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү кеүек ваҡыт талап иткән мәшәҡәт­тәрен үҙ өҫтөнә алырға тырыша. Йәйҙең йәмле көндәрендә ғәзиздәрен баҡсаға алып бара. Тормошта иҫ киткес әһәмиәткә эйә хеҙмәт тәрбиәһе лә, өләсәй менән олатайҙың фәһемле кәңәштәре лә ғүмер юлдарында ярҙам итеп, ауыр мәлдәрендә күңелдәрен йылытыр, юл сатында булғанда дөрөҫ һуҡмаҡты тоҫмалларға булышыр, тигән изге теләктәрен юллай өләсәй. Ер йылыһын тойоп, йәшеллеккә сумыу үҙенең дә күңеленә ял бирә. Ә баҡсаларында йәшелсә-емештең, еләктең ниндәйе генә юҡ! Хәстәрлекле ҡул­дарҙың хеҙмәтенә рәхмәт уҡығандай, мул уңыш биреп ҡыуандыра улар. Сәскәләре лә күҙҙең яуын алып тора. Рита апайҙың иң яратҡаны – ялҡынланып ултырған ҡыҙыл цинниялар.
Иң кәрәкле, мәрхәмәтле, абруйлы һөнәр эйәһе Рита Әхмәтвәлиева. Кешеләргә ярҙам итеүҙән, шәфҡәт күрһәтеүҙән йәм табып йәшәй ул.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.
Читайте нас: