-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Прививкалар ни өсөн кәрәк?

Әгәр егерме-утыҙ йыл элек балаларға прививка яһатыу ата-әсәләр араһында бер ниндәй бәхәс тә тыуҙырмаһа, хәҙер вакцинация хаҡында ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡлы һүҙҙәр йөрөмәй. Вакциналарҙың зыяны тураһындағы хәбәрҙәр дөрөҫмө, әллә бушмы? Прививкалар ни өсөн кәрәк? Улар ниндәй сирҙәрҙән һаҡлай? Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы Дамир Әсхәт улы ВӘЛИШИН ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.

– Йоғошло сирҙәрҙең таралыуын, ҡурҡыныс ауырыуҙар эпидемияһын булдырмау өсөн илебеҙҙә балаларға планлы вакцинация үткәрелә. Федераль закондарға ярашлы прививкалар яһауҙың билдәле графигы – Милли календарь бар. Ҡайһы бер сирҙәргә ҡаршы прививкалар сабыйҙың тәүге көндәрендә үк яһала. Вакцина индерелеү менән организмда сиргә ҡаршы есемдәр барлыҡҡа килә башлай, уға тотороҡлолоҡ нығына. Иммунитеттың ҡаршы тороу һәләте баланы ул сирҙән һаҡлай, вирус эләккәндә лә еңелсә үткәрергә ярҙам итә..
XX быуат башында, дөйөм вакцинация булмағанда, төрлө ауырыуҙарҙан халыҡтың нисек ҡырылыуын беләбеҙ. Мәҫәлән, ҡыҙылсанан кешеләрҙең һуҡырайып ҡалыуы хаҡында өләсәй-олатайҙарынан ишетеүселәр барҙыр, моғайын. Тап вакцинация ярҙамында илебеҙ афәттәй сирҙәрҙән ҡотолған. Сәсәкте еңеү, полиомиелит, ҡыҙамыҡ, паротит кеүек ауырыуҙарҙы онота яҙыуыбыҙ – медицинаның ҙур ҡаҙанышы. Әгәр прививкаларҙан күпләп баш тартыуҙар башланһа, үткән быуатта ҡалған ауырыуҙар ҡайтмаҫ, тип кем әйтә ала?! Беҙ хәтерҙән сығарған ҡыҙылсаның быйыл сит илдәрҙән килеүенә лә вакцинация яһатмау сәбәпсе. Уны тап прививка эшләтмәүселәр алып ҡайтты ла инде. Уларҙан йоҡтороусылар ҙа – вакцинацияланмаған балалар. Эпидемиологик ҡурҡыныс янамаһын өсөн, халыҡтың кәмендә 90 процентының прививкалы булыуы мотлаҡ.
– Ә ата-әсәнең «балам прививканан һуң өҙлөгөп ҡуйыр» тип борсолоуы нигеҙлеме?
– Прививканан һуң бер аҙ температура күтәрелеү, тән, баш ауыртыу, хәлһеҙлек – була торған хәл. Вакцина инеүенә организм шулай яуап бирә. Ләкин был, ҡағиҙә булараҡ, тиҙ үтә.
Ә өҙлөгөүҙәр тураһында интернеттағы хәбәрҙәр – уйҙырма, уларҙың береһе лә ғилми нигеҙләнмәгән, раҫланмаған. Прививка арҡаһында өҙлөгөүҙәр үтә лә һирәк осрай. Һәм улар бала организмының үҙенсәлеге менән бәйле.
Йәш ата-әсә алдында «балаға прививка яһатырғамы-юҡмы» тигән һорау торорға тейеш түгел. Сөнки сирҙе булдырмай ҡалыуҙың иң мөһим сараһы – вакцинация.
– Тимәк, прививка яһатҡанда сабый организмы үҙенсәлеген иҫәптә тоторға, ғөмүмән, уны был көнгә әҙерләргә кәрәк?
– Әлбиттә. Мәҫәлән, грипҡа ҡаршы вакцинала йомортҡа аҡһымы булыуы мөмкин. Аҡһымға аллергиялы балаға ул ярамай. Прививкаға барыр алдынан сабыйҙы мотлаҡ педиатр ентекләп ҡарай. Бала һау-сәләмәт икән, прививка яһатыуға фатихаһын бирә. Сабый ниндәйҙер белгестә иҫәптә торһа, уға күренеп, ризалығын алыу, анализдар биреү кәрәк. Сирләштергәндә, температура булғанда, тәнгә сабыртма сыҡҡанда, ауырыуҙан һуң нығынып бөтмәгәндә, стресс кисергәндә прививка яһау, һис шикһеҙ, икенсе ваҡытҡа күсерелә.
– Балаһына Манту һынауын яһатыуҙан ҡурҡыусы ата-әсәләргә ни әйтер инегеҙ?
– Кох таяҡсыҡтары булыуын-булмауын, уға ҡаршы тороусанлыҡты билдәләүсе был һынауҙың бер зыяны юҡ. Уның прививка түгел, ә тест икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алам. Препарат индерелгән урын шешеп, бик ҡыҙарып киткән саҡтар ҙа бар. Ҡайһы берҙә «ялған ыңғай» реакция булғылай. Бындай осраҡта мин бөтә яҡлап тикшереп кенә диагноз ҡуйыу яғында. Профилактика өсөн тип кенә ҡеүәтле антибиотиктар биреүгә ҡаршымын. Сөнки йыш ҡына башҡа сәбәптәр арҡаһында, мәҫәлән, организмда паразиттар йәшәгәндә лә прививка урыны шешергә мөмкин.
– Мотлаҡ прививкалары булмаған балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына алмауҙары ла мөмкин, тигән һүҙҙе ишетергә тура килә.
– Вакцинация үтмәү баланы мәктәпкә йәки баҡсаға алмау өсөн сәбәп була алмай – мәғариф ойошмаларының быға хаҡы юҡ. Әммә берәй сир халыҡ араһында ныҡлап таралғанда йәки эпидемия ҡурҡынысы тыуғанда прививкаһыҙ балаларҙы йөрөтмәүҙәре лә ихтимал. Сөнки улар хәүеф төркөмөнә ҡарай, тимәк, сирҙе йоҡтороп, башҡаларға күсереүҙәре мөмкин.
Һүҙемдең аҙағында әсәһенең В гепатитына ҡаршы прививканан баш тартыуы арҡаһында хыялдары селпәрәмә килгән бер егет хаҡында һөйләп үткем килә. Ул бәләкәйҙән тыуған илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен арттырыусы батыр офицер булырға теләй. Үҙен шул изге маҡсатҡа әҙерләй – спорт менән шөғөлләнә, холҡон сыныҡтыра, данлы хәрби тарихыбыҙҙы өйрәнә һәм тик бишлегә уҡый. Ләкин медицина тикшереүҙәре үткәндә унда В гепатиты асыҡлана, сир аҙып, бауыр туҡымаларын ныҡ зарарлап өлгөргән булып сыға. Шулай итеп, егеттең хыял ҡанаты ҡайырыла, ғүмере ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм: В гепатитына ҡаршы беренсе прививка сабыйҙың тәүге көнөндә, бала табыу йортонда яһала…
Читайте нас: