Аҙаҡҡы йылдарҙа сирҙе иртә асыҡлауҙар артыуын билдәләге килә: ауырыуҙарҙың 70 проценттан күберәге яман шеш 1–2-се стадияла саҡта мөрәжәғәт итә. Ваҡытында дауаланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә: уларҙың 90–95 проценты тулыһынса һауығыуға өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир аҙынып, алҡымдан алғанда – аҙаҡҡы стадияға еткән саҡта, ҡиммәтле заманса дауаларҙың да файҙаһы самалы. Уның билдәләрен белмәү, табипҡа һуң мөрәжәғәт итеү ана шундай аяныслы эҙемтәләргә килтерә.
Хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарай?
55–65 йәшлек ханымдарға бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки ауырыуҙарҙың 10 проценты ғына 30-ҙан йәшерәк.
Күреме иртә – 13 йәштән алда килә башлаған, ырыуҙан артыҡ һуң – 55 йәштән һуң ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар.
Тәүге сабыйҙарын һуң – 30 йәште үткәс табыусылар. Шулай уҡ бала төшөрөү, айырыуса тәүге гөманды алдырыу сир үҫешенә йоғонто яһауы бар.
Йөклө саҡта гормональ препараттар (бигерәк тә эстрогенлыларын) эсеүселәр, менопаузала гормондарҙы алмаштырыусы терапия ҡулланыусылар.
Мастопатияның ҡайһы бер төрҙәренән яфаланыусылар (яман шеш ҡурҡынысын өс тапҡырға арттыра).
Башҡа ағзаларҙа, мәҫәлән, аналыҡ тышсаһында йәки түл биҙҙәрендә онкология булғандарҙа түш яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефе ике тапҡырға күберәк.
Көн һайын 50 мл хәмер эсеүселәрҙең сирләү ихтималы 1,4–1,7 тапҡырға ҙур.
Әсәһе, апай-һеңлеләре ошо сиргә тарыған ҡатын-ҡыҙҙар. Сөнки ауырыуҙарҙың 10 проценты рактың ғаилә төрөнә дусар. Күҙәнәктәрҙең дөрөҫ үҫеше өсөн яуаплы BRCA-1 BRCA-2 тигән гендарҙа үҙгәреш булған һылыуҙарҙың түш яман шеше менән сирләү ҡурҡынысы 50–85 процент, түл биҙҙәре рагы үҫешеү хәүефе 15–45 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ гипотериоз, бауыр сирҙәре, шәкәр диабеты, юғары ҡан баҫымы, ырыуҙан ҡалған ҡатындарҙа артыҡ ауырлыҡ та түш яман шеше үҫешенә булышлыҡ итеүе ихтимал.
Түш биҙҙәрен тикшереү өсөн ниндәй алымдар ҡулланыла?
Тәүҙә табип ауырыуҙы тыңлап, түш биҙҙәре торошон ҡул менән тикшерә. Күрем циклының 5–7-се көндәре был тикшереү өсөн иң ҡулайы. 35 йәштән йәшерәктәр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, ультратауыш ҡорамалдары файҙаланыла. Был алым киста һымаҡ үҫкән, ҙур шештәрҙе, лимфа төйөрҙәре торошон баһалау өсөн яҡшы, ә бына 1 сантиметрҙан кесе шеште насар күрһәтә. Маммография – ике проекцияла рентген тикшереүе – ғәҙәттә, ҡырҡты үткәндәргә уҙғарыла, туҡымалар төҙөлөшөндәге, лимфа төйөрҙәрендәге үҙгәрештәрҙе, ун миллиметрҙан бәләкәй шештәрҙе, ҡул менән тойоп булмаған рак алды тайпылыштарын асыҡлай. Морфологик тикшереү иһә түш биҙе туҡымаһында төйөрҙәр билдәләнгәндә, шул туҡыманың кескенә өлөшөн алып өйрәнеүҙән ғибәрәт.
Сирҙе ваҡытында белергә ярҙам итеүсе һөҙөмтәле алымдарҙың береһе – үҙ-үҙеңде тикшереү. Уны айына бер тапҡыр көҙгө алдында күрем башланғандың 6–12-се көнөндә үткәрелә. Бер түш икенсеһенән бәләкәйерәк түгелме, биҙҙәр аҫҡараҡ йәки өҫкәрәк, ситкәрәк күсмәгәнме, тирелә күгәреп, ҡыҙарып, шешмәкләнеп, бөрөшөп, эскә батып торған урындар юҡмы, имсәк башынан ҡан ҡатыш эрен бүленмәйме? – бармаҡтар менән еңелсә баҫып, түңәрәкләтеп, түш ситенән имсәк башына табан ашыҡмайынса тикшерегеҙ. Маҡсат – ниндәй ҙә булһа шеш табыуҙан бигерәк, уның юҡлығына инаныу. Бәләкәй генә үҙгәреш тойһағыҙ ҙа, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Йәшлегенә саҡ аяҡ баҫҡан һылыуҡаймы, ҡатын уртаһына еткән ханыммы, ғүмер емештәрен йыйыусы өләсәйме – теләһә ниндәй йәштә гүзәл зат сәләмәтлеген хәстәрләп, табиптарҙа даими тикшерелеп торорға һәм үҙ бәхете генә түгел, яҡын кешеләренең имен тормошо ла уның һаулығына бәйле икәнен хәтерендә тоторға тейеш.
Маммолог кәңәшенә ҡолаҡ һал!
Айына бер тапҡыр үҙегеҙ түш биҙҙәрен тикшерегеҙ.
Йылына кәмендә бер мәртәбә маммологҡа күренегеҙ.
Йәш ҡатындарға йылына бер-ике тапҡыр түштәренә ультратауыш тикшереүе үтергә кәрәк.
Ҡырҡтан һуң ике йылға бер маммография эшләү мөһим.
Даими физик күнекмәләр тормошоғоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнһен.
Ваҡытында бәпес табыу, уны имеҙеп үҫтереү, аборттар булмауы, енси ағзалар сирҙәрен тейешенсә дауалау мөһим икәнен онотмағыҙ.