-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡара ҡаплан»ды уятмағыҙ!

Гастроэнтерологтар уны «ҡара ҡаплан» тип атай. «Ул тыныс йоҡлап ятҡан матур, наҙлы ҡара ҡапланды хәтерләтә. Ләкин уятһаң, мәкерле һәм ҡурҡыныс йәнлек менән осрашасағыңды көт тә тор», – тиҙәр. Ә «ҡара ҡаплан»ды уятыу бик тиҙ: байрамда күп цитрус менән тәмләп эселгән шампан уны борсоп ҡына ҡалмайынса, ярһыуға килтерәсәк, хәмер, энергетик эсемлектәр, майлы, тоҙло, әсе, ауыр ризыҡ, самаһыҙ шәрбәт ашау, услап дарыу эсеү хаҡында әйтеп торорға ла түгел. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА бөгөн киң таралған ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре һәм уларҙан нисек һаҡланыу хаҡында һөйләй.

100 грамм самаһы ғына булған был ағза бер юлы ике ҙур бурыс атҡара: аш һеңдереүҙә, гормондар эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Ашҡаҙан аҫты биҙенең «баш» өлөшө ризыҡ үҙләштерергә ярҙам итеүсе һут сығара, унан тәүлегенә ике литр самаһы ферментлы һут бүленә. Амилаза, интерваза, лактаза тигән ферменттар углеводтарҙы эшкәртешһә, липаза тигәне майҙарҙы тарҡата, протеазаһы аҡһымды һеңдерешә.
Ашҡаҙан аҫты биҙенең «тәне» һәм «ҡойроғо» иһә айырым дәүләт кеүек. Ул эндокрин системаға буйһона, инсулин һәм глюкагон тигән мөһим гормондар эшкәртеү өсөн яуаплы. Был гормондар ҡанда шәкәр кимәлен көйләй һәм углеводтар алмашыныуында ҡатнаша.
Һуңғы йылдарҙа ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙары менән интегеүселәр бермә-бер артты. Улар ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә дусар кешеләрҙең 80 процентын тәшкил итә. Һул ҡабырға аҫтында (йәки эс уртаһында) түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан тын да ала алмайынса бөгөлөп төшкән кешеләр дауаханаларға бигерәк тә мул һыйлы табындарҙан һуң эләгә. Был ағзаны һау-сәләмәт итеп һаҡлау өсөн уның бик талымлы икәнен белеп, бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк.
* Тәрилкәләрҙе өймәләмә тултырып түгел, аҙ-аҙлап ашарға. Төрлө-төрлө, әскелтем-сөскөлтөм ризыҡтарҙы бергә ҡушып ашау зыянлы булған кеүек, аҡһым, майҙар, углеводтарҙы бутау ҙа ашҡаҙан аҫты биҙен ауыр хәлгә ҡуя: ниндәй фермент бүлергә? Туҡланыуҙағы тәртипһеҙлек был ағзаның ферменттар бүлеп сығарыуҙан «баш тартыуына» килтерәсәк. Шуны хәтерҙә тоторға: ризыҡ ни тиклем ябайыраҡ булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.
* Консерванттар һәм буяуҙар ҡушылған аҙыҡ-түлек – йогурттар, газлы эсемлектәр, оҙаҡ һаҡланыусы ризыҡтар ҙа файҙаға түгел. Ғөмүмән, тәғәмде ауыҙға алыр ал­дынан уның ашҡаҙан аҫты биҙенә нисек йоғонто яһаясағы тураһында уйлағыҙ. «Бөтә аҙыҡ химиялы» тип һылтанмағыҙ, ниғмәттәрҙе һайлағанда сәләмәтлегегеҙҙе уйлағыҙ.
* Хәмер-шарап менән мауығыу, айырыуса суррогат алкоголь, «янып тора» тип маҡталған көмөшкә ныҡ зарарлы.
* Күп дарыу эсеү ҙә ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн зыянлы. Һыҙланыуҙы баҫыусы, температураны төшөрөүсе дарыуҙарҙы һаҡ ҡулланығыҙ.
* Тәмәке тартыуҙың ашҡаҙан аҫты биҙен ҡыйратыуын онотмағыҙ. Тәмәке тартыуҙан ғына түгел, уның төтөнөн һулауҙан да панкреатит менән сирләп киткән кешеләр күп.
* Үт ҡыуығында таш булған кешеләргә таштарын алдырырға кәңәш итәм (төбәгебеҙҙә һыу ҡаты булыу сәбәпле, ундай ауырыуҙар күп). Сөнки был сир ашҡаҙан аҫты биҙенең ялҡынһыуына килтерә.
* Тағы мөһим кәңәш: ял итергә өйрәнегеҙ. Ашҡаҙан аҫты биҙе стрестарға һиҙгер. Уның гормондар бүлеп сығарыуы башлыса беҙҙең нервы системаһының торошона бәйле. Гел көсөргәнештә йәшәүселәрҙең шәкәр кимәле юғары, был яйлап ҡына ашҡаҙан аҫты биҙен сафтан сығара.
Ҡайһы бер ағзаларҙан, мәҫәлән, бауырҙан айырмалы рәүештә, ашҡаҙан аҫты биҙе тергеҙелеү һәләтенә эйә түгел. Ялҡынһынған туҡымалар тығыҙланыуҙан фиброз барлыҡҡа килә.
Сир көсәйгәндә туҡымалар үлеүе – панкреонекроз үҫешеүе ихтимал. Ул өҙлөгөүҙән кешеләрҙе ҡотҡарыу бик ҡыйын, һәр өсөнсө ауырыу вафат була. Был ағзаны юҡҡа ғына үҙен үҙе «ашаусы» тип атамайҙар бит. Төҙөлөшө үҙгәргән туҡымаларҙа һут юлдары ябылыу сәбәпле, әсе һут, сығыр урын тапмайынса, күҙәнәктәргә һеңеп, уларҙы юҡҡа сығара. Ә бер юҡҡа сыҡҡан күҙәнәктәр яңырмай. Туҡымаларҙың ҙур өлөшө тарҡалыу цирроз сиренә, унан яман шешкә килтерә.
Ашҡаҙан аҫты биҙенең ялҡынһыныуының ни икәнен бер тапҡыр белгәндәргә ғүмер буйы һаҡланып йәшәргә тура киләсәк. Сир үҙенсәлеген иҫәптә тотоп туҡланыу улар өсөн алтын ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш. Ашҡаҙан аҫты биҙе йәшел сәйҙе, бикарбонатлы минераль һыуҙы «ярата». Аҡһымға бай ризыҡтар – һимеҙ булмаған һум ит, йомортҡаның ағы, майы аҙ сырҙар бик файҙалы. Сирләгән саҡта эремсек ашарға кәңәш ителмәй, сөнки эремсектәге кальций һут сығарыу юлдарын ҡаплауы мөмкин. Юғары углеводлы манный бутҡаһынан, яңы мейестән сыҡҡан икмәк һәм ҡамыр аштарынан, әсе емеш-еләктән, һут бүленеп сығыуға булышлыҡ итеүсе башҡа ризыҡтарҙан баш тартыу мөһим. Панкреатиттан яфаланыусыларға ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау буйынса махсуслашҡан шифаханалар килешә.
Был сирҙән бөтөнләй ҡотолоу мөмкин түгел. Ләкин яңы өҙлөгөүҙәрҙе булдырмайынса, тормош сифатын һаҡлап ҡалыу – һәр кемдең үҙ ҡулында.
Читайте нас: