+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үткән быуат сире ҡалҡа

Донъя буйлап беҙ күптән онотоп өлгөргән ауырыу – ҡыҙылса тарала. Ул илебеҙгә лә килеп етте, Башҡортостанда ла бер нисә кеше уны йоҡтороп өлгөргән. Еңелгән был сир нилектән ҡалҡып сыҡҡан? Унан нисек һаҡланырға? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Әсхәт улы ВӘЛИШИН менән шул турала һөйләшәбеҙ.

– Үткән быуатта ҡалған сирҙең баш ҡалҡытыу сәбәптәре нимәлә икән?
– Сәбәптәрҙең береһе – күп кенә ата-әсәләрҙең сабыйҙарына ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатырға теләмәүе. Шулай уҡ ауырыуҙың таралыуына Рәсәйгә сит ил кешеләренең күпләп килеүе лә йоғонто яһай. Бынан тыш, ҡыҙылсаға ҡаршы профилактика тейешле кимәлгә ҡуйылмаған йәки мигранттар ағылған илдәргә барыусы ватандаштарыбыҙ ҙа был сирҙе алып ҡайта. Мәҫәлән, Чехия, Франция, Италия, Греция, Румыния, Бөйөк Британия, Испания, Украина кеүек илдәрҙә ул эпидемия төҫөн алған.
– Ауырыу нисек күсә?
– Ҡыҙылса – бик тиҙ йоғоусы сир. Ул һауа-тамсы юлы менән күсә, ауырыу кеше янында аҙ ғына булғанда ла вирус йоҡторорға мөмкин. Хатта сирле торған бүлмәләге һауа ағымы менән вентиляция торбалары аша икенсе биналарға ла таралыуы ихтимал. Прививка эшләмәгәндәр һәм бер тапҡыр ҙа ҡыҙылсаны үткәрмәгәндәр бигерәк тә бирешеп барыусан һәм теләһә ниндәй йәштә ауырып китеүҙәре бар.
– Уның билдәләре тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Сирҙе эләктергәндән һуң 9 – 11 көн үткәс, тәүге билдәләре беленә башлай. Вирус өҫкө һулыш ағзалары аша ҡанға үтә. Иң тәүҙә тын юлдары зарарлана, тамаҡ ҡысытып тора, йүткертә. Күҙ йәшләнеп, ҡыҙарып, конъюнктивит үҫешә. Температура күтәрелә. Бөтә тәнде хәлһеҙлек солғай. Ауыҙ ҡыуышлығында аҡһыл әҫпе ҡалҡыуы бар. Кеше, һалҡын тейҙергәнмен, тип уйлай. Дүртенсе-бишенсе көнгә башта биткә, унан тәнгә ҡыҙыл сабыртма сыға, уның бөтә тәнде баҫып алыуы ихтимал.
Ҡыҙылсаны еңел сир тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Ул өҙлөгөүҙәр: үпкә ялҡынһыныуы, ҡолаҡ шешеүе, ишетеү һәләте кәмеү, хатта һуҡырайыу менән ҡурҡыныс. Вирус баш мейеһен зарарлаған осраҡта энцефалит, менингоэнцефалит үҫешеүе мөмкин. Өлкәндәр ҡыҙылсаны балаларға ҡарағанда ауырыраҡ үткәрә.
– Был йоғошло сирҙән нисек һаҡланырға?
– Ҡыҙылсанан һаҡланыуҙың берҙән-бер ышаныслы юлы – вакцинация. Башҡортостанда 2010 йылға ҡыҙылсаны бөтөрөү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлкәндәргә лә, балаларға ла планлы прививкалар яһау эше юғары кимәлгә ҡуйылған. Тәүге прививка, ғәҙәттә, сабыйға бер йәш тулғас яһала. Беренсе класҡа барғансы – алты йәштән ете йәшкә тиклем – ул икенсе тапҡыр эшләнә. 2004 йылдан башлап 35 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙе лә планлы прививкалау уҙғарыла. Шуға күрә беҙҙә эпидемиологик хәл борсолоу тыуҙырмай. Ләкин ҡыҙылсаның ишек ҡағыуын иҫәптә тотоп, республикала йәшәүселәргә, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, прививка яһатырға тәҡдим итәм. Сит илдәргә сәфәр ҡылыусылар өсөн был бигерәк тә мөһим. Сөнки ҡыҙылсаға ҡаршы тороусанлыҡтары булмаған кешеләр эпидемия таралған илдәргә барһа, сир эләктереп ҡайтыуҙарын көт тә тор. Прививканы үҙегеҙ теркәлгән поликлиникала эшләтергә була. Бының өсөн участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Ҡыҙылса менән сирләгән кешегә борон заманда ҡыҙыл әйбер япҡандар, ҡыҙыл төҫтәге еләк ашатҡандар. Бөгөнгө медицина унан нисек дауалай?
– Ҡыҙылса йоҡтороуға шик тыуһа, поликлиникаға барырға түгел, табипты өйгә саҡыртырға кәрәк. Беренсе шарт – ауырыуҙың айырым бүлмәлә булыуы, уның менән аралашыусыларҙы сикләү. Бүлмәне йышыраҡ елләтеү, еүеш сепрәк менән һөртөп тороу мотлаҡ. Ҡояш нурҙары вирусты үлтерә, шуға күрә бүлмәгә ҡояш төшөп торһон. Ләкин яҡтылыҡ туранан-тура күҙҙе ҡамаштырмаһын, сөнки күп осраҡта сирленең күҙҙәре эренләй. Йүтәл һәм тымау тын алыуҙы ауырлаштыра – уға йыш йылы сәй, емеш һыуы эсергә кәрәк. Аҙыҡ витаминдарға бай, еңел, тиҙ үҙләштерелә торған булһын.
Ҡыҙылсанан айырым ғына дауа юҡ. Ул, ҡағиҙә булараҡ, температураны төшөрөүсе, һыҙланыуҙы баҫыусы дарыуҙарҙан, вирустың организмды ағыулауына ҡаршы препараттарҙан ғибәрәт. Ауырыуҙың хәле насар икән, гормондар файҙаланыла. Һауыҡҡас та һаҡланыу кәрәклеген оноторға ярамай.

Читайте нас: