-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сүп үләне лә – хазина!

Ни эшләптер һаулыҡ ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ. Иң сәйере – дауаланыу өсөн күп ваҡыт, сығым талап ителгәнен, ә ауырыуҙы иҫкәртеү, булдырмау сараларының иҫ киткес ябай икәнен һәйбәт беләбеҙ. Шул артыҡ ябай ғәмәлдәргә нисек әһәмиәт биреп өйрәнергә һуң? Бер тин аҡса түкмәй генә нисек организмды нығындырырға һәм сырхауҙарға ҡаршы торорға?

Ни эшләптер һаулыҡ ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ. Иң сәйере – дауаланыу өсөн күп ваҡыт, сығым талап ителгәнен, ә ауырыуҙы иҫкәртеү, булдырмау сараларының иҫ киткес ябай икәнен һәйбәт беләбеҙ. Шул артыҡ ябай ғәмәлдәргә нисек әһәмиәт биреп өйрәнергә һуң? Бер тин аҡса түкмәй генә нисек организмды нығындырырға һәм сырхауҙарға ҡаршы торорға?



Һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу саралары – аяҡ аҫтында ғына, бары үрелеп ал да файҙалан! Үҫемлектәр – ҡәҙерен белгән кеше өсөн сикһеҙ хазина. Бөгөн күптәрҙе хафаға һалған яман шеш кеүек насар ауырыуҙарҙы булдырмау өсөн шифалы үлән сәйҙәрен даими эсер кәрәк. Ике-өс аҙна һайын уларҙың төрөн алмаштырыу зарур. Үләндең үҙ ереңдә үҫкәне – иң файҙалыһы. Себер үләндәре белгесе Лидия Сурина: «Мәҫәлән, Төмән өлкәһендә үҫкән боланутта (кипрей, иван-чай) С витамины лимонға ҡарағанда алты тапҡырға күберәк булһа, унан да төньяҡтараҡ ятҡан Салехардтағы шул уҡ үләндә ул инде егерме тапҡырға артығыраҡ», – тип яҙа. Тимәк, үҫемлек ни тиклем төньяҡтараҡ үҫһә, витаминды ла шул ҡәҙәрем күберәк туплай. Әйткәндәй, боланут беҙҙә лә күпләп үҫә. Уның сәскәле сағындағы япраҡтарын сәй итеп эсһәң, иммунитет күтәрелә, йәшәү көсө арта, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булараҡ та файҙаһы сикһеҙ.
Беҙҙең яҡтарҙа халыҡ йод етмәү арҡаһында ҡалҡан биҙҙәре (щитовидка) ауырыуҙарына дусар. Ә организмына йод етмәгән кеше тиҙ ҡыҙыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән, йыш эсе боша, башы ауырта, гемоглобины түбәнәйә, хәтере насарая, әйләнгән һайын һыуыҡ үткәрә. Был бәләнән ҡотолоу юлы ла – ҡул һуҙымында. Иң күп йод сөгөлдөр япрағында һәм баҡсалағы сүп үләнендә – йондоҙҡайҙа (звездчатка средняя, мокрец) икән. Уларҙы төрлө йәшел салаттар, өйрәләр әҙерләгәндә ҡушырға тәҡдим ителә. Йондоҙҡайҙы артроз, артрит, гастриттан һаҡлаусы ҡалҡан тип тә йөрөтәләр.


Кальцийға дефицит та төбәгебеҙҙә йыш күҙәтелә, ә кальций кремний булғанда ғына үҙләштерелә. Быуын һыҙламаһын, һөйәк муртламаһын, теш боҙолмаһын тиһәгеҙ, алдан уҡ сараһын күреү фарыз. Был осраҡта ябай аҡтамыр ярҙамға килер. Ошо үләнде бесәйҙәр ҙә, эттәр ҙә эҙләп йөрөп ашай, шифаһы көслө уның. Аҡтамырҙа тәндә кальций йыуылыуына ҡаршы тороусы кремний күп, ул шулай уҡ ишетеү, күреү һәләтен көсәйтә, ашҡаҙанды дауалай. Бер услам аҡтамырҙы һыуҙа ун минут тирәһе ҡайнатығыҙ ҙа үләнен алып ташлағыҙ. Ҡайнатмаһын бутҡа, аш бешереүгә тотоноғоҙ – шул ғына.
Рәсәй халҡының 80 проценты селен етмәүҙән яфалана. Ә селенлы үҫемлектәр Башҡортостанда быуа быуырлыҡ. Улар – энәлек, һарымһаҡ, календула, аҡ сәскә, күк мәтрүшкә, үгәй инә үләне, турғай еләге, сөйәл үләне...

Ҡанды таҙартҡан, яман шеш булдырмауҙы хәстәрләгән, матдәләр алмашыныуын яйлаған, организмдан артыҡ тоҙҙо ҡыуған тағы бер үҫемлек – урам тулып үҫкән бәпкә үләне. Уның япрағын да, тамырын да ҡулланалар. Был үлән бигерәк тә бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙарын һәйбәт дауалай. Һәр ихата эсен биҙәгән ҡаҙ үләнен дә сәскә атҡан сағында кип­тереп ҡалығыҙ. Ул күрем килгәндәге ауыртыуҙарҙан, балтырҙағы тарты­шыуҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә, бауыр һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала, организмды нығыта.
Йәй көнө беҙ түтәлдәрҙән утап өлгөрә алмаған алабута ла күп сырхауҙарҙан шифа. Был үләндең йәш япрағын салаттарға ҡушырға, ваҡлап, йомортҡа һәм әҙ генә һоло көрпәһе ҡушып кәтлиттәр әүәләргә була. Алабута ашҡаҙан-эсәк юлдары, үпкә, бауыр ауырыуҙарын дауалай, быуын һыҙлағанда ярҙам итә. Ә иң ҡиммәт сифаты – унда калий күп, сәй итеп бешереп даими эскәндә, йөрәккә янаған миокард инфарктын иҫкәртә, ябыҡтыра.
Тағы ла бәпембә менән юл япрағын да йыймай үпкәләтмәгеҙ. Уларҙың япрағы ла, тамыры ла шифалы. Бәпембә тамырын ҡайнатып эскәндә ҡан таҙара. Ә организмда йәшенеп йәшәгән төрлө инфекцияларҙы ҡыуып сығарып, шул уҡ ваҡытта холестерин алмашыныуын да яйға һалырға теләһәгеҙ, юл япрағынан сәй бешерегеҙ.
Яман шешкә ҡаршы тағы бер көслө сара хаҡында әйтмәү яҙыҡ булыр, ул – һырғанаҡ (һарығат) япраҡтары. Уны киптереп сәйгә ҡушалар йә айырым ҡайнатып эсәләр.
Башҡортостаныбыҙҙа үҫкән барса шифалы һәм ағыулы үҫемлекте лә тиерлек төрлө сиргә ҡаршы файҙаланып була. Анығыраҡ мәғлүмәттәрҙе махсус китаптарҙан, сайттарҙан эҙләгеҙ. Үләндәр менән дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә лә онотмағыҙ! Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында, ауырыуҙарҙы булдырмау өсөн алдан хәстәрен күрегеҙ, дуҫтар! Үҙегеҙҙе һәм тормошто яратып йәшәгеҙ!
Читайте нас: