-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ һөнәрмәндәре
30 Август 2023, 14:42

Күңелгә ял биргән шөғөл

Яратҡан йортон йәмлерәк, зауыҡлыраҡ итеү өсөн заман хужабикәләре нимә генә уйлап тапмай. Үҙ ҡулың менән һаулыҡ өсөн зыянһыҙ әйберҙәр файҙаланып эшләнгән интерьер йыһазынан дә отошлоһо бармы икән?!

Күңелгә ял биргән шөғөл
Күңелгә ял биргән шөғөл

«Был матурлыҡты тыуҙырыуҙа бер мөғжизә лә юҡ, – тип иҫәпләй оҫтабикә үҙе. – Киреһенсә, эштән арып ҡайтҡандан һуң, күңелемә ял алам, тынысланам, башым асылып киткәндәй була, киләсәккә ниәттәр ҡорам, ҡул үҙе эшләй. Етмәһә, быға артыҡ әйбер ҙә талап ителмәй: бер нисә эш ҡорамалы, биҙрә йә алюмин каркас һәм ротанг материалы ғына», – тип йылмая ул. Әлбиттә, ҡул оҫталығы, түҙемлек, көс һәм ныҡышмалыҡ, тип өҫтәр инем мин. Үҙенсәлекле, ә иң мөһиме – стилле һәм хужалыҡта оҙаҡ хеҙмәт иткән өй йыһазын яһауға Әлиә һис уйламағанда тотона. Таныштарының кәрзин үргәнен күрә лә, ҡыҙыҡ өсөн үҙен һынап, бер нисә кашпо эшләп ҡарарға була, йәйгеһен сәскәләр күп бит, ә уларҙы ултыртыу өсөн килешле лә, уңайлы ла, ныҡлы ла һауытты табыуы еңел түгел. Оҡшап китә уға яңы шөғөл. Иҫ киткес йәмле кәрзиндәр, көршәктәр, аҫылмалы кашполар, абажурҙар, хатта үрелгән бәләкәс өҫтәлдәр шулай барлыҡҡа килә. Хәҙер уның һәр эше сифат, стиль һәм нескә зауыҡ менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ротангтың төп өҫтөнлөгө – ул туҙмай, ҡайнар ҡояш аҫтында төҫөн юғалтмай, һыуыҡтан ҡурҡмай, аҡҡан һыуҙа еңел йыуыла. Уны яһауға, ҡатмарлығына ҡарап, бер нисә сәғәттән алып бер нисә көн, аҙна ваҡыт китә. Әлиә Мәҙәрик ҡыҙы Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтендә кадрҙар менән эшләү бүлеген етәкләй, вазифаһы ла етди һәм ҡатмарлы, шуға яратҡан хоббиһына ялдарын һәм кистәрен бағышлай. Һөйөклө тормош иптәше Рушан, ҡыҙҙары Азиза менән Әминә лә уға ихлас ярҙамлаша. Туған-тыумасаларының, әхирәттәренең тыуған көндәренә бүләк эҙләп йөрөйһө түгел, ҡул йылыһы һалып, күҙ нуры түгеп үрелгән файҙалы ла, матур ҙа гөл һауыттары һәр хужабикәнең күңелен әсир итерлек! Хәҙер Әлиә Мәҙәрик ҡыҙы ҙур күләмле кәрзиндәр эшләй, ике көршәкте тоташтырып, бейек кашпо яһарға ла өйрәнмәксе. Сөнки таныш-тоноштарының һәр кеме үҙе теләгәнсә бер кемдекенә лә оҡшамағанды яһатып алырға теләй. Уңғанбикә төрлө төҫтәге ротангтар һатып ала, кашпоға биҙәктәр яһай, тотҡаларҙы төрләндерә, таҫмалар, джут бау ҡуллана. Эйе, камиллыҡтың сиге юҡ. Әлиә Хәлитова яҡын киләсәктә емеш-еләк һаҡлау һәм кер өсөн ҡумталар яһарға ла маҡсат ҡуйған.

Күңелгә ял биргән шөғөл
Күңелгә ял биргән шөғөл
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: