...Ҡарынында бәпес йөрөткән һөйөклө Рәйләһенә ҡарап, Ишморат ағай күңеленән генә малай көтә. Ҡатынын колхоздың УАЗ-ында Магнитогорск бала табыу йортона алып барғанда ла ул өмөт күңел түрендә баҙлай әле. Бер бара дауаханаға, көткән малай юҡ, икенсе көнөнә лә белешмә таҡтаһында исем-шәриф күренмәй. Коридор буйлап китә шәфҡәт туташын эҙләп, уныһы ҡыуаныслы тауыш менән: «Ҡыҙығыҙ менән ҡотлайым!» – тип һөйөнсөләп ҡаршылай. «Ә беҙ малай көткәйнек!» – ти кәйефе төшөңкөрәгән атай. Шәфҡәт туташы сыңғырлатып көлөп ебәрә лә: «Ә ул алма кеүек таҙа ҡыҙ, ауырлығы – 4,5 килограмм! – тип өҫтәй. Шулай 1979 йылдың 10 авгусында – ураҡтың иң ҡыҙған осоронда, Ҡалдымановтарҙың икенсе шатлығы булып, тулған айҙай ап-аҡ йөҙлө һылыу Мәҙинә донъяға килә. Исемен уға яҙмышы китап яҙырлыҡ Заһретдин олатаһы: «Ҡарт өләсәһе Мәҙинә ине, уның кеүек оҙон ғүмерле булыр, Алла бирһә», – тип, юрап ҡуша.
Ожмахтай тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Әбйәлил районы Туйыш ауылында, бәхетле ғаилә ҡосағында йәш айырмаһы ҙур булмаған Гүзәлиә апаһы менән игеҙәк ҡыҙҙар кеүек үҫә улар. Мәктәптә тик «биш»легә генә уҡый, «Шатлыҡ» бейеү ансамбленә йөрөй ҡыҙсыҡ. Апаһының: «Һин тиҙ генә һыуға барып килһәң, мин сәй ҡуйырмын, йә иһә һин утын индерһәң, мин усаҡ тоҡандырырмын», – тип йомшауын, малайҙарға хас таһыллыҡ менән, етеҙ генә үтәп ҡуя ул. Тыштағы йорт тирәһендәге эштәрҙе башҡарырға ярата.
Бер аҙҙан атаһының хыялы тормошҡа ашып, ғаиләгә иш булып, киләсәктә һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ, бәһлеүән Таһир, йәнә бер аҙҙан кинйәбикәләре Әлиә тыуа.
Йәштән генә яҙмыш һурпаһын һемереп эскән, әммә һоҡланғыс тормош кисергән, ғүмер буйы етәксе өлкәләрҙә намыҫлы эшләгән Ишморат ағай өлгөлө ғаилә башлығы, дүрт мөхәббәт емешенең ҡәҙерле атаһы булһа, ҡулы алтын оҫтабикә Рәйлә апай – йомарт күңелле әсә, Ҡалдымановтар ғаиләһенең йәшәйеш сығанағы, ҡото.
– Ниндәй генә гөл-сәскә үҫмәй әсәйемдең баҡсаһында. Ә уның ҡул эштәре: һуҡҡан балаҫтары, әрмәктәре, түшелдерек-һаҡалдары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һәр ҡыҙына, ейәнсәрҙәренә инселәп бүләк ителгән селтәр-һаҡалдарын, ҡашмауҙарын яратып кейәбеҙ. Әле бына ейәне Байрастың никахына киленкәйгә ап-аҡтан ғына ҡашмау әҙерләй, – тип яҡын кешеһе хаҡында яратып һөйләй Мәҙинә. Әсәһенең әсәһе, тамырҙары Бишбүләк яҡтарына барып тоташҡан Рәйсә өләсәһе лә бәйләү-тегеү эшенә оҫта була. Тыуған ояла, бала саҡ хәтирәләренә сорналып, аталарының моңланып гармунда уйнауын тыңлап, бергәләп ғаилә байрамдарын уҙғарыу, һағынышып осрашыу татыу ғаиләнең матур йолаһына әйләнгән.
Мәҙинә һылыуҙың да донъяһы балҡып тора. Шамонин ауылындағы ике ҡатлы йортон зауыҡ менән үҙенсәлекле итеп ҡорған уңған ханым. Яҡты йорт эсендә – тәртип һәм бөхтәлек, ихатала ла бер сүп үләне күренмәй. Бар тирә-яҡ сәскәгә күмелгән, суҡ-суҡ еләкле, йәшелсә-емешле йәмле баҡса күҙ нурын алып ултыра, йылытмала ҡыяр-помидорҙар ҙа өлгөрә башлаған.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.